Аҡ юлыңдан ситкә китмәнең15.11.2017
ХХ быуат аҙағында Телевизион тапшырыуҙар комитетында баш режиссер вазифаһын башҡарған Вил Сәғит улы Кәримовтың яҡты иҫтәлегенә.
Егерменсе быуат аҙағында –
Ҙур эшебеҙ ҡалды туҡталып,
Ғәҙеллектең яҡты баҡсаһына
Ҡара дауыл керҙе уҡталып.
90-сы йылдар кемдең генә
Яҡты хыялдарын бүлмәне,
Намыҫһыҙлыҡ һаҙлығына батты
Намыҫлының сәскән гөлдәре.
Һин, сирҡанып, тик бер ҡараның да
Ҡалҡып сыҡҡан ыуын күмергә,
Ғәҙеллекте, намыҫыңды һаҡлап,
Мәжбүр булдың урап үтергә.
Ә күмерҙең ыуы торған һайын
Намыҫ юлын нығыраҡ биләне.
Һаҙлыҡ ҡосағына инә барҙы
Матурлыҡтың йәшел түтәле.
Намыҫлының юлын биләп алғас,
Хөсөтбайҙар үтә шаштылар.
Шаҡшылыҡтың ҡара юлына
Ҡара һуҡмаҡтарҙан сыҡтылар.
Ниндәй генә ялҡын ялҡынмаһын,
Ниндәй генә уттар өтмәһен,
Хаҡлыҡҡа һин
һәр саҡ тоғро ҡалдың,
Аҡ юлыңдан ситкә китмәнең.
Шулар менән йәшәгәнгә ерҙә
Ғәрлектәргә тура юл ятыр.
Фәрештәләр Хоҙай хозурына
Һине нур-һуҡмаҡтан оҙатыр.
2017 йыл, 1 ноябрь.