Нимә ул бәхет?15.11.2017
Элек ауылға ауыл йоҙроҡ һуғы­шы менән йөрөй торған йола бул­ған – егеттәрҙе шулай һуғышсан­лыҡҡа өйрәткәндәр. Силәбе баш­ҡорттарында һуңғы йылдарға тиклем һаҡлана ине әле. Күҙ алдына килтерегеҙ – йоҙроҡлашып ятҡанда бер яҡтыҡылар үҙҙәренең егетен, һин һуғыша белмәйһең, мәмәй, тип күмәкләп тәпәләргә тотондо, ти. Теге ауыл кешеләренә ситтән ҡарап шарҡылдашырға ғына ҡала – шулай түгелме?
Ҡайһы берәүҙәр­ҙең милләт өсөн “тырышыуҙа” бар эше – гел ғәйеплене эҙләү! Ҡуша­маттар тағып, әллә ниндәй етеш­һеҙлектәр “табып” яҙа ла харап шәп “патриот” булып ҡыланып йөрөп ята.
Бындай “патриоттың” файҙаһы бар инде ул – тик икенсе “ауылға”.

***
Тиренән тегелгән тун кейеүҙе ваҡыт-ваҡыт бик ҡаты “туҡмап” алалар. Башҡорт милли кейемен ҡарағыҙ әле – сепрәктән генә булғанмы? Ә мәһәргә ҡәйнәгә бирелә торған шәшке, төлкө тундарҙы иҫкә төшөрөгөҙ! Беҙҙең халыҡ электән ябай тиртунын да, затлы тундарын да кейгән. Итектәр, ситектәр теккән. Тик башҡорт бер ваҡытта ла тиктәҫтән, артығы менән йәнлекте ҡырмаған, йыртҡыстарса ҡыланмаған – кәрәк тиклем генә алған. Тәбиғи тун беҙҙең шарттарҙа кәрәк – бик һалҡын, буранлы ҡыштар була – синтетик кейем һыуыҡтан һаҡлай алмай.
Йылына нисә йорт хайуаны иткә китә икән, тунға киткән тиклем генәме икән әле һаны?!

***
Аллаһы Тәғәлә кешене үҙенә табынырға тип яралтҡан һәм уның ерҙә йәшәренә ярҙамға башҡа төрлө йән эйәләрен, үҫемлектәр донъяһын да булдырған. Синтетика нисек кенә сифатлы булмаһын, кеше организмына зыяны бар ул. Ә ул синтетик материалдарҙы етештереү экология өсөн, кеше һаулығына, шулай уҡ башҡа йән эйәләре өсөн ни тиклем зыянлы!
Тәбиғи тундарға ҡаршы ана шундай синтетик тауар етештереү­селәр шау-шыу ойоштора ла инде!
Сама белергә кәрәк тә, тиреләр­ҙе вәхшиҙәрсә эшкәртеүҙе тыйырға кәрәк.

***
Ғәзиз ҡайнағам һөйләй: “Һуғыш ваҡытында ҡышын мәктәп янып китте. Нисек һүндерергә тырыш­һалар ҙа, унан торонбаштар ғына ятып ҡалды. Беҙ, балалар, хәҙер иртә торорға, мәктәпкә барырға кәрәкмәй тип әй һөйөнәбеҙ.
Иртәнсәк иһә ололар беҙҙе мәктәпкә ебәрҙе – бронь менән ҡалып леспромхозда эшләп йөрөгән ағайҙар, үҫмер комсомолдар таң атҡансы клубта парта һымаҡ итеп таҡталарҙан эскәмйә, өҫтәл эшләп тә ҡуйған.
Их, шатлығыбыҙ оҙаҡҡа булманы!”

***
Ғәрәсәттәрҙән, һуғыштарҙан зыян күргәндә, оло ҡайғылар килгәндә лә түҙем булыуы менән дә күркәм беҙҙең халҡыбыҙ. Һуғышҡа киткән хәләл ефетен, улын, яҡындарын күҙ йәше күрһәтмәй оҙатыу, мәйет өҫтөндә тауыш сығарып иламау – әлеге көндә лә онотолмаған йола, сабырлығыбыҙ күрһәткесе.

***
Аш табылыу – бер бәхет, ашарға иш табылыу – бер бәхет! Ерһеҙ ҡалыу сәбәпле малынан яҙып, үҙе лә йыш ҡына аслы-туҡлы йәшәгән башҡорт әйткән быны!

***
Туғандар, бауырҙаштар! Зинһар, онотмағыҙ, әйтә йөрөгөҙ – Инзерские зубчатки тип йөрөтә башла­нылған ҡаяларҙың башҡортса атамаһы Ирәкташ!
Һай Ирәкташ-Ирәкташ,
Киртләс-киртләс һирәк таш (таҡмаҡтан).
Ирәк – ырғаҡ кеүек, киртләс (диалект). Тире иләй торған ҡорамал да ирәк тип атала.

***
Өйҙә һөйләшеп кенә туған телде һаҡлап булмай! Бала һөйләшә белеү менән, уҡый белмәһә, әҙәби әҫәрҙәребеҙҙе, китаптарыбыҙҙы тотоп та ҡарамаһа, был тел тиҙ үк юҡҡа сығасаҡ.

***
Иғтибар иткәнем бар – “ҫ” менән һөйләшә торған башҡорттарыбыҙ ҡайһы бер урындарҙа ҫыҫылдауҙан туҡтап, һыһылдауға түгел, сысыл­дауға күсә бара.

***
Марк Твендың һүҙе бар бит әле – иҫәр менән бәхәсләшмә, улар һине үҙ кимәленә төшөрәсәк, сөнки был йәһәттән тәжрибәләре ҙур.

***
Дин ҡәрҙәшеңдең етмеш гонаһы булһа ла, йәшер, тип өйрәтә Ислам. Ә беҙҙә гонаһ түгел, саҡ ҡына яңылышлыҡ өсөн дә күҙҙе суҡый башлай торған ғәҙәт бар. Саян кеүек. Ул сағырға нәмә тапмаһа, үҙен үҙе саға. Бына шул саян ояһына әйләнеп китәбеҙ.
Көслөрәктәргә теш үтмәй, үҙебеҙҙекенә – шәп үтә.

***
Әсәйем 57 йәшендә генә донъянан китте. Хәҙер мин унан олораҡ.
Уны ерләгәс, бер шағир:
– Атай-әсәй алдан китеү дөрөҫ, бына һин китеп, ул ҡалһа, ҡартлығы ни ҡайғы менән үтер ине, – тигәйне.
Миңә ул саҡта үҙем китһәм яҡшыраҡ булғандай тойолғайны.
***
Ағастарҙан япраҡтар шым ғына ҡойолоп ергә ята. Их, ғүмер ахырында тормош ағасынан шулай еңел генә өҙөлөп төш ине!

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА
алып бара.


Вернуться назад