Елеп килә “Көмөш Аҡбуҙат”!08.11.2017
Елеп килә “Көмөш Аҡбуҙат”!17 – 19 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында IV “Көмөш Аҡбуҙат” Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале уҙғарыла. Уны 2016 йыл фильмы – режиссер Сабит Ҡорманбәковтың (Ҡаҙағстан) “Оралман” картинаһы аса.


Конкурс программаһында тулы метражлы һигеҙ нәфис фильм ҡатнаша. Улар араһында – Рәсәй, Канада–Греция, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағ­стан, Сербия, Һиндостан, Иран фильм­дары. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан сарала күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа арналған “Бабич” һәм “Өфөнән һөйөү менән” картиналары ҡатнаша.
Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Афғанстандан, Грузиянан, Азербайжан–Ирандан, Непалдан авторҙар Өфөгә ҡыҫҡа метражлы һигеҙ фильм алып килергә ниәтләй. Респуб­ликабыҙҙан иһә Фәрзәнә Утарбаеваның “Ҡырағай” һәм Руслан Юлтаевтың “Кластан тыш дәрес” фильмдары күрһәтелә. Документаль эштәр – йәмғеһе етәү. Улар – Рәсәй (Татарстан, Төньяҡ Осетия–Алания), Ҡаҙағ­стан, Латвия, Һиндостан фильмдары. Башҡортостандан был номинацияла Вилүрә Иҫәндәү­ләтованың “Башҡорт шәле” ҡатнаша.
Конкурстан тыш программала – Тажикстан, Рәсәй (Бүрәт Республикаһы, Башҡортостан), Грузия, Ҡырғыҙстан фильмдары. Кинолар түләүһеҙ күрһәтелә.
“Көмөш Аҡбуҙат” кинофести­валенең маҡсаты – милли һәм этник йүнәлештәге фильмдар төшөргән кинематографистар ижадын танытыу. Өс көнгә Өфө мәҙәни үҙәккә әүерелеп, төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән режиссерҙарҙы, актерҙарҙы һәм про­дюсерҙарҙы бергә йыясаҡ.
Халыҡ-ара жюри ун бүләк әҙерләй. Улар – “Көмөш Аҡбуҙат” төп бүләге, “Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы сценарийы өсөн”, “Тулы метражлы уйын фильмында иң яҡшы режиссер эше өсөн”, “Тулы метражлы уйын фильмында иң яҡшы оператор эше өсөн”, “Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы өсөн”, “Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмында иң яҡшы режиссер эше өсөн”, “Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмында иң яҡшы оператор эше өсөн”, “Документаль фильмда иң яҡшы режиссер эше өсөн”, “Документаль фильмда иң яҡшы оператор эше өсөн”, “Иң яҡшы документаль фильм геройы өсөн” приздары.
Шулай уҡ махсус бүләктәр ҙә, атап әйткәндә, тамашасы һөйөүе призын, Башҡортостан Кинематографистар союзының милли рух өсөн Әмир Абдразаҡов исемендәге һәм оператор сәнғәте өсөн Ғилуан Әмиров исемендәге приздарҙы тапшырыу ҡарала.

А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад