Республикала “Сәнғәт төнө-2017” акцияһына йомғаҡ яһалды. Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сара барышында музейҙарға һәм китапханаларға 20 меңдән ашыу кеше килгән. Мәҙәниәт учреждениеларында, музейҙарҙа 400-ҙән ашыу сара уҙғарылған. Акцияла 23 дәүләт һәм 70 муниципаль музей, шулай уҡ муниципаль мәҙәни-ял ойошмалары ҡарамағындағы музейҙар, “Интеллектус” интерактив музейы ҡатнашҡан. “Сәнғәт төнө-2017” акцияһы “Сәнғәт берләштерә” девизы аҫтында үтте. Ул өс теманы үҙ эсенә алды. Тәүгеһе – “1917 йыл һәм Башҡортостан”. Быйыл Бөйөк рус революцияһы башланыуҙың 100 йыллығы билдәләнә. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән “Сәнғәт төнө”ндә бөтә музейҙарҙа ошо иҫтәлекле датаға арналған саралар ойошторолдо. Республика музейҙарында тематик күргәҙмәләр асылды, революция йырҙарынан торған концерттар, тарих сәғәттәре үтте.
Икенсе тема – “Экология һәм музей”. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында музейҙарҙа тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлауға арналған күргәҙмәләр тәҡдим ителде, мәҙәни-ағартыу саралары ойошторолдо, кинолар күрһәтелде.
Өсөнсө тема – “Халыҡтар берҙәмлеге көнө”. Был кистә байрамдың тарихы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең берҙәмлеге сағылдырылған тамашалар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.