Туймазы татар дәүләт драма театрында Хәбибулла Ибраһимов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһының премьераһы булды. Тамаша ярлылыҡтан тамам туйған Ғиззәт исемле йәш егеттең эш эҙләп ҡалаға килеүе, кейәүгә сығыу хаҡында хыялланған бай ҡыҙҙарының ҡармағына эләгеүе һәм уның бик күп мажараларға тарыуы хаҡында. …Йәйге болон төҫөнә ишара яһап, сәхнәгә йәшел ут төшкән, тирә-яҡҡа еңелсә томан таралған, тамашасыларға арҡалары менән баҫҡан йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар шәйләнә. Улар бик күркәм, егеттәр ир-атса матур, ҡыҙҙар зифа буйлы, икегә ярып үрелгән толомдары сулпылар менән биҙәлгән. Көр тауышлы ир-егеттең йәнде өҙөрлөк йыры ишетелә (Данил Нуриханов). Бесәнселәр барыһы ла бер тындан талғын ғына салғы һелтәй башлай. Йыр әкренләп тына, төрлө ауаздар сығарып ҡоштар һайраша. Былар барыһы бергә иҫ киткес гүзәл күренеш яһап, тамашасының иғтибарын яулап ала.
Артабан беҙ Октябрь революцияһына ҡәҙәр татар ауылында йәшәгән бер ярлы ғаиләнең тормошон күрәбеҙ. Сәмиға ҡарсыҡ (Рима Ключарева) көноҙоно бесән сабып ҡайтҡан улы Ғиззәтте (Марсель Мөсәүиров) зар менән ҡаршылай: дәүләткә булған бурыстары өсөн самауырын алып китергә килгәндәр икән. Ошо эште ҡарсыҡтың хафаланыуынан, ай-вайынан ҙур тәм табып Моҡай (Айнур Ғайсаров) башҡара: олоғайып барған әсә янында үҙенең көслөлөгөн, өҫтөнлөгөн тойоп, һауаланып, шәбәйеп, ләззәтләнеп йөрөй. Моҡай бер аҙ тилерәк, аҡылға зәғиферәк кешене лә хәтерләтә, хатта тиктомалдан шырҡ-шырҡ көлә. Тик уға оҙаҡ шәбәйеп йөрөргә яҙмай, бер ҙә көтмәҫтән дуҫы Сафыйҙы (Марат Хәсәнов) эйәртеп, эштән ҡайтып кергән Ғиззәтте күреп йәшеренергә мәжбүр була. Егеттәр ҡартайып көсө китеп барған әсәй кеүек түгел шул, эшләп сыныҡҡан, батыр йөрәклеләр. Моҡайҙың үҙен аҡылға ултыртып, хур итәләр, көлкөлө хәлдә ҡалдыралар.
Заманса ҡарашлы, булдыҡлы егеттәрҙең пландары ҙурҙан икән, улар көндәр буйы эшләп, йүнләп тамаҡ ялғарлыҡ та рәттәре булмау менән килешә алмай, ҡалаға барып эшкә урынлашырға ҡарар итә.
Ҡыҙғаныс, Ғиззәттең ауылда һөйгән ҡыҙы ҡала. Спектаклдә егеттең Сажиҙәһе (Динара Вахитова) менән һаубуллашҡан мәлдәре бик тәьҫирле ҡуйылған. Йәштәр үҙҙәренең эскерһеҙ оло мөхәббәт хисен йыр аша аңлата, ә уларҙың моңло тауышы йөрәктең иң нескә ҡылдарын сиртә, берсә гүзәл йәшлеккә илтеп дәртләндерә, берсә бөгөнгөгә ҡайтарып күңелде телә. Егет менән ҡыҙ бер-береһенә пар килгән: икеһе лә ҡыйыу, тәүәккәл, булдыҡлы. Сажиҙәһе тәтелдәп кенә һөйләшә, теле-телгә йоҡмай, ә Ғиззәт иһә уның ауыҙына ғына ҡарап тора, һәр һүҙен ихлас тыңлай, йәне аша үткәрә. Хистәре күкрәктәренә тамам һыймай ташҡан сағында, сикһеҙ шатлыҡ кисергәндә, балаларҙай осоноп, йәштәр сәхнәлә арлы-бирле йүгергеләп, уйнап ала.
Аҙаҡтан беҙ, тамашасылар, Әхсән байҙың (Данил Нуриханов) йортон күрәбеҙ. Әхсән байҙың тиҙ генә илап ебәрергә әҙер, сылтыр тауышлы, ысын татар сырайлы һөйкөмлө ҡатыны Сафия (Гөлназ Латипова) беҙҙең күпселек татар ғаиләләрендәгесә ирен һәр саҡ хәстәрләп тора. Шуныһы айырыуса күңелле: был ғаиләлә, инде балалар үҫеп етеүгә ҡарамаҫтан, ир менән ҡатындың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәре һүрелмәгән.
Байҙарҙың да тормошонда барыһы ла ал да гөл генә түгел икән, әллә ҡатыны артыҡ йомшаҡлыҡ күрһәтеп, иркәләп үҫтергәнгә, Әхсәндең ике балаһының, исмаһам, береһенең рәте юҡ. Малайы Низами сит илдәрҙә йөрөй, күңел аса, һөйәркәләр менән типтерә, атаһының байлығын елгә һибә. Һүҙҙәрен әйткәндә әсәһенә һарылған балалай кәүҙәһен йөҙгә бөгәрләп, һуҙып, тәмләп кенә һөйләшкән, төрөк телендә йырлап, бейеп кенә йөрөгән хәйләкәр Низами образын Руслан Вахитов уйнай.
Алда әйтеп үтеүемсә, Әхсән байҙың ҡыҙы Нәфисә лә (Динара Ғимаҙиева) маҡтауға лайыҡ түгел. Унда ҡатын-ҡыҙҙа булырға тейешле нәфислектең, нәзәкәтлелектең әҫәре лә юҡ, ул ҡалын тауышлы, мөһабәт кәүҙәле, эре аҙымдар менән атлап барғанда ғына ла ҡаршыһына осрағанды йә тапап китерҙәй, йә бәреп йығырҙай. Тәбиғәттән гүзәллек менән бүләкләнмәгән ҡыҙ кейәүгә сығыу хаҡында хыяллана. Был теләген тормошҡа ашырыр өсөн Нәфисә физик көсөн дә ҡыҙғанмай (ул хатта юлына арҡыры килгән ҡыҙҙы бәргеләп ташларға ла әҙер), егеттәр янында әрһеҙ, оятһыҙ, йәбешкәк булыуҙан да тартынмай. Уның дуҫтары ла артыҡ эшһеҙлектән, рәхәт, мәшәҡәтһеҙ тормоштан, иркәлектән йүләрләнеп бөткән. Тәрбиәһеҙҙәр, йүнһеҙҙәр, башҡалар алдында үҙҙәрен дөрөҫ тота белмәйҙәр.
Атай кеше тәрбиәһеҙ балалары хаҡында ергә тәгәрәп китеп, әрнеп, өҙгөләнеп һөйләй. Әхсән бай улын эшкә өйрәтеү, өйләндереү ниәте менән ярлы Ғиззәткә эйәртеп дуҫы Ғәни байға оҙата. Спектаклдә Низамиҙы юлға оҙатыу бик ҙур әҙерлек менән башҡарыла. Күтәренке рухта дәртле музыка уйнай, шул көйгә ҡыҙҙар (Алһыу Вәлиева, Әлфиә Шәйҙуллина) баҫҡан ерҙә тыпырлап таҡмаҡлай-таҡмаҡлай бер Низамиҙы ғына түгел, бөтөн ауылды йыл буйы һыйларлыҡ тәм-том барлай, ахырҙа барлыҡ өй эсе халҡы бейей-бейей күтәренке рухта сәхнәнән сығып китә. Тик Низамиға был хөрмәт әллә аҙ була, ул туҡталыш һайын ҡәһүәхана юллай торғас, ахырҙа поездан бөтөнләй үк тороп ҡала.
Спектаклдәге тимер юл вокзалы күрһәтелгән сәхнә бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Тирә-яҡ төтөнгә тулған. Яңы ғына поезд уҙып киткәнлеге һиҙелә. Ҡуйы төтөн араһынан Низамиҙы юғалтҡанға кәйефе ҡырылған, асыуҙан ярһыған Ғиззәт килеп сыға.
Вокзалда һәр кем үҙ мәшәҡәте менән мәшғүл, бер кемдә һис кемдең эше юҡ: кемдәрҙер, арҡаларына ҡапсыҡ һалып, поездан йөк бушата, икенселәре тейәй, ситтәрәк ике аяҡһыҙ ир күкрәгенән сыҡҡан ҡалын, көслө тауыш менән йыр һуҙып хәйер көтә, ошо мәхшәр араһында яусы Миһри әбей (Рәсилә Сәлимгәрәева) йөрөй. Сафый менән Ғиззәттең вокзалда ҡорған әңгәмәләре шундай ығы-зығы, шау-шыу эсендә бара.
Ғиззәтте, уның бай малайы түгел икәнен аңлағансы, Ғәни бай ғаиләһендәге һәр кем оҡшата. Ҡыҙҙары Шәмсиә (Сулпан Раянова) уны үҙенең буласаҡ йәмәғәте итеп күрә, Ғәни бай (Айрат Солтанов) егетте кейәүе итеп үҙенең донъяһын ҡалынайтыу хаҡында уйлай, Миһри әбей егетте ҡыҙ менән ҡауыштырып ҙур бүләктәр алыу хаҡында хыяллана. Хатта Ғәни байҙың ҡатыны ла иренә, ҡыҙына рухи яҡтан хыянат итеп, һәр саҡ Ғиззәтте уйлап, тилереп йөрөй башлай (аҙаҡҡы әйткәнем беҙҙең халыҡҡа бөтөнләй килешмәгән ҡот осҡос хәл).
Спектаклдең тиҫкәре геройҙары ролдәрен эске кисерештәргә бирелмәй бары тик тышҡы көлкөлө, күпертеп эшләнгән, сағыу тәфсирләүҙәр менән башҡара. Образдарҙың кемлеген тамашасыға теүәлерәк танытыр өсөн хатта хайуан, ҡош-ҡорт ауаздарын да сығарып ҡуялар. Мәҫәлән, Ғәни бай менән уның ҡатыны Ямал ир менән ҡатын араһында булырға тейешле тоғролоҡ, бер-береңә хөрмәт кеүек матур ғәҙәттәрҙе һаҡлай алмаған, былар урынына улар күңеленә ике йөҙлөлөк, аҫтыртынлыҡ, әхлаҡһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ, аҙғынлыҡ кереп оялаған. Шуның өсөн дә Ямалдың (Маргарита Сидорова) йыландай хәрәкәттәр яһап, ваҡыт-ваҡыт ыҫылдап ҡуйыуы бик урынлы. Шулай уҡ спектаклдә бай ҡыҙы Шәмсиәнең егеттең ҡулбашына оҙон бармаҡлы ҡулдары менән тиҙ-тиҙ һуҡҡылап “бир-бир-бир-бир” тип хат һорауы һағыҙаҡ безелдәүен хәтерләтә, Ғәни бай менән Ямалдың һөйләшеүе күгәрсендәр гөрләүенә әүерелеп киткән мәл бар, был ситләтеп әйтеү күсмә мәғәнәгә эйәлер, ир менән ҡатындың ике йөҙлөлөгөн асыҡлайҙыр, тип аңланым.
Спектаклдә ваҡиғалар төрлө ерҙә бара: бесәнлектә, бер ярлы ауыл өйөндә, Әхсән бай йортонда, тимер юл вокзалы янында, Ғәни байҙар өйөндә. Тик театр ҡараусы сәхнәләрҙең алышыныуын артыҡ һиҙмәй ҙә, сөнки улар бик еңел генә үҙгәртеүгә көйләнгән. Спектаклдең йыһаздары булып артыҡ ҙур булмаған биш ултырғыс тора, уларҙың һәр ҡайһыһының башына күгәрсендәр ултыртылған оҙон ғына ҡолғалар беркетелгән. Шул ҡолғаларҙың ҡайһыһына фанерҙан киҫеп эшләнгән еңелсә, бәләкәй генә йорттар эленгән, ә ҡайһы берҙәренә эленгән сәхнә йыһаздары арҡылы кәртәләрҙән тотолған ҡоймаларҙы хәтерләтә. Был – ауыл урамы. Кәрәк саҡта йорттарҙы, ҡоймаларҙы алып, матур, ҙур тәҙрәләр ҡуялар, милли орнаменттар һүрәтләнгән түңәрәк иҙән балаҫының яртыһы күтәрелә лә иҙән балаҫы стена балаҫы булып китә, сәхнә ысын бай йортона әүерелә. Спектакль геройҙары тормошон күҙәтеп һиҙмәй ҡалаһың, ни арала тәҙрәләрҙе алалар, стена балаҫы ла юҡҡа сыға, сәхнә ысын тимер юл вокзалын хәтерләтә – тимер юл билдәләре, вокзал дивандары, тәҙрәләре күренә (бары ла теге ултырғыстарға беркетелгән ҡолғаларға эленә). Ә инде әлеге ҡолғалы ултырғыстар барыһы бергә ҡушылғас, бер ҙур түшәм ҡуйылып, Ғәни байҙар йортон хасил итә. Ошо ябай ғына йыһаздарҙы ҡороп, дөрөҫ һайланған ут яҡтыртылғас, сәхнәлә ваҡиға барған урын тамашасыны ышандырырлыҡ була. Әлеге ҡолғаларҙы һәр актер үҙ образына тура килгәнсә ҡуллана. Бик ныҡ кейәүгә сығырға теләгән бай ҡыҙы Шәмсиә, мәҫәлән, Ғиззәт килгәс, ҡолғаны ҡосаҡлап, оҙон аяҡтарын һуҙып ебәреп, матур егеттең йөрәгенә юл эҙләй.
Спектаклдең рәссамы Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, бейеүҙәр ҡуйыусы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Әлеге ижадсыларҙың хеҙмәте спектаклдә ҙур, бер-береһен тулыландырып үрелеп бара, тамашаны камил, тулы ҡанлы, матур итә, сәхнә әҫәренең милли үҙенсәлектәрен, төҫмөрҙәрен көсәйтә.
Музыкаль комедияның режиссеры Илнур Муллабаев өс сәғәткә яҡын барған, театрҙың барлыҡ актерҙары ҡатнашҡан сәхнә әҫәренә үҙенең булмышын ҡыҙғанмай күп хеҙмәт һалған. Актерҙарға образдар тыуҙырырға үҙенсәлекле йүнәлеш биреп, әҫәрҙең асылын асыуға өлгәшкән, пьесаның эстәлегенә хилафлыҡ килтермәй, әҫәргә шаҡтай һаҡ ҡағылып, заманса яңғыраш һалған.
Бөгөн Туймазы театры репертуарына бындай спектаклдең өҫтәлеүе бик урынлы, сөнки музыкаль комедия кешеләрҙе көлдөрөп кенә ҡалмай, әҫәр геройҙарына оҡшаш кешеләрҙең үҙебеҙҙең арабыҙҙа ла күп булыуын иҫкәртә, ҡайһы берҙәребеҙгә бармаҡ менән төртөп күрһәтә. Уйлап ҡарайыҡ, юҡмы ни хәҙерге тормошта ата-әсә малын туҙҙырып, аҙып-туҙып йөрөгән Низами кеүек йәштәребеҙ, юҡмы ни бала – атайҙы, атай баланы белмәгән ғаиләләребеҙ (Шәмсиә менән Ямал миҫалында), юҡмы ни бер-береһенә хыянат итеп, ялғанға төрөнөп йәшәгән ир һәм ҡатындар (Ғәни бай менән Ямал миҫалында), юҡмы ни егеттәр күҙенә салыныу менән әҙәптең ни икәнен онотоп, ни ҡыланғанын белмәгән ҡыҙҙарыбыҙ (Шәмсиә, Нәфисә миҫалында). Ҡыҙғаныс, әммә бар шул, бар.
Спектакль “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы булдырған “Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар” проекты нигеҙендә федераль бюджеттан бүленгән субсидияға сәхнәләштерелде.