Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында рәссам-абстракционер Радик Ғарифуллиндың күргәҙмәһе асылды. Ғәҙәттә, кешеләр абстракция төшөрөлгән картиналарҙы ҡарау менән уны аңларға тырыша, ниндәйҙер мәғәнә эҙләй башлай. Ә бына рәссамдың үҙенең әйтеүенсә: “Нимәлер аңларға тырышырға кәрәкмәй, ә бары тик композицияның матурлығына һоҡланырға кәрәк”. Ысынлап та, беҙ, кешеләр, һәр ваҡыт нимәнелер аңларға, юҡтан ғына ла сүп табырға тырышабыҙ һәм ерле юҡтан проблемаларҙы ла шулай эҙләйбеҙ. Ә бит был донъяла һоҡланырлыҡ күренештәр күп.
Бына Радик Ғарифуллиндың ғына картиналарын алайыҡ, уның һәр береһенән йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлә. Ә бит унда бер ҡарауға тәбиғәт тә, тәғәйен генә ниндәйҙер әйбер ҙә төшөрөлмәгән. Тимәк, рәссам матурлыҡты асыҡтан-асыҡ һынландырмайынса ғына картиналарында ошо турала яҙа алған. Ундай һәләт бөтә оҫталарға ла бирелмәгән. Шуға күрәлер ҙә Өфөлә тыуып үҫкән рәссамдың ҡылҡәләмдән яралған эштәре донъяуи кимәлгә етә алған.
Әйткәндәй, уның картиналары Мәскәүҙең Третьяков дәүләт галереяһында, Өфөнөң М. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында, Ҡазандың заманса сәнғәт музейында, Анкараның “Төрксой” фондында, Рәсәйҙең, Германияның, Голландияның, Австрияның, Великобританияның, Израилдең, Испанияның, Францияның, Америка Ҡушма Штаттарының шәхси йыйынтыҡтарында урын алған. Был күргәҙмәһенә иһә ул ярты йыл әҙерләнеп, өр-яңы 50-ләп картинаһын халыҡ хөкөмөнә сығарған.