Йәнә йөрөп күреп ҡайттым әле
Тыуған ерҙәреңде, ағайым!
Шатлыҡтарын күңелемә
йыйҙым,
Ҡайғыларын утҡа яғайым...
Мин дә һайрап йөрөгән булам әле
Һинән ҡалған моңға эйәреп,
Күңелемдә тыуған моңдарымды
Асыҡ күңелдәргә елгәреп...
Һин булғанға ихлас ҡабул итә
Мине лә бит ғәзиз Бөрйәнең.
Халҡым минең – киләсәгем! тиеп
Һин дә уға йәнең биргәйнең...
Урал, Баҙал, Мәсем иҫән саҡта
Буламы ни һине онотоп?!
Улар барҙа башҡорт башын эйеп
Йәшәмәҫ ул, елек ҡоротоп...
Рухтарыбыҙ бергә
яҡтырталыр
Йәшәү менән үлем араһын, –
Остаз дуҫым,
Йылдар үткән һайын,
Моңландырып йөрәк яраһын
Яҡыныраҡ була бараһың!..
– тип яҙҙым Самат ағайға арналған бер шиғырымда. Бөгөнгө яҙмам уның яҡты рухына бағышлана.
Танылған шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Самат Мәһәҙей улы Ғәбиҙуллин 1939 йылдың 30 октябрендә Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. Өфөләге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлаған ул. Артабан журналистикаға күсә. Нуриман, Күгәрсен районы, республиканың “Ленинсы” гәзиттәрендә эшләй. Һуңғы 16 йылда Бөрйән районының “Таң” гәзитендә бүлек мөдире, сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһында көс түгә.
Самат Ғәбиҙуллин минең остазым да, дуҫым да, серҙәшем дә булды... Ағай уйсан, әммә сәмсел шағир ине. Башҡортостаныбыҙҙың һоҡланғыс төбәгендә тыуып үҫкән уҙамандың күп шиғырҙары йәнтөйәгенә, ҡая-тауҙарына, урман-ҡырҙарына бағышланған. Уның үҙ тормошо һәм ижады ла, шиғри образдарҙа сағылған яҡташтарының яҙмышы ла йәшәүгә йәм, хеҙмәткә сәм бирә, ер-һыуынан, изге тупрағынан һутланған. Иң мөһиме – әҙип ижадҡа килгән йәштәр тип йән атты, уларға хәленән килгәнсә ярҙам итте, үҙе яҙған шиғырҙарына ул “балаларым” тип өндәшә ине.
1990 йылғы ҡот осҡос ташҡындан һуң мин уны күреп ҡайтыр өсөн Иҫке Собханғолға барҙым, ул саҡта бөгөнгө кеүек асфальт юл бөтөнләй юҡ, бата-сума йөрөй инек. Самат ағайға Ағиҙел йылғаһы ярында ғына урынлашҡан ике ҡатлы таш йорттан фатир биргәйнеләр. Барып инһәм, иҙән тулы шиғырлы ҡағыҙҙар, ағайыбыҙ ташҡында һыуланыуҙан һарғайған шул ҡағыҙҙарын үтекләй. “Ағай, нимә эшләйһең һин үтек менән?!” – тиһәм, “Бына, балаларымды тәртипкә килтерәм ташҡындан һуң, ярай әле ағып китмәгәндәр!..” – ти...
Ул, йәй булһынмы, ҡыш булһынмы, йәйәүләп ауыл мәктәптәренән һәләтле балаларҙы эҙләй ине, тапһа, бала кеүек ҡыуанып, миңә хәбәр итә, “Зөфәр, мин дүртенсе синыфта уҡыусы Тәнзилә Дәүләтбирҙинаны таптым, бик һәләтле ҡыҙ, бына күрерһең әле уның киләсәген...” – тип ҡыуанғайны бер мәл. Эйе, Тәнзиләбеҙ бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған шағирә, драматург. Ә Самат ағайҙың йәнә бер уҡыусыһы Факиһа Туғыҙбаева бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөтә, һанай китһәң, улар күп, Аллаға шөкөр... Уны хәтерләгән һайын күңелемдән моң булып шиғыр ағыла:
Тынғы таба алмай бер йәнемә,
Һине эҙләп барҙым Бөрйәнеңә.
Табалмағас һине, мин түҙмәнем,
Баҙал тауға менеп эҙләнем.
Шүлгәнеңә барҙым, күренмәнең,
Йылҡысыҡҡан күле өндәшмәй.
Бабсаҡ бейҙең мәсете лә бикле,
Исмаһам, ул сығып һөйләшмәй...
Арҡырыға-буйға йөрөп сыҡтым,
Һөйләһәң һүҙ, көлөр кеше лә:
Айыу булып үкереп һине эҙләп,
Айыу булып ҡайттым Өфөгә...
Донъялар нисек кенә үҙгәрмәһен, Самат ағай Ғәбиҙуллиндың шиғриәте бер ҡасан да үҙенең ҡиммәтен юғалтмаҫ, тимен.
Зөфәр ВӘЛИТ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.Самат ҒӘБИҘУЛЛИН
ТауҙарҙаНурлана, нурлана, нурлана
Салт ҡояш аҫтында тауҙарым.
Күңелем ҡанатлы саҡтарҙа –
Шул тауҙар хаҡында йырҙарым.
Киңәйә, киңәйә, киңәйә
Офоҡтар тауҙарға менгәндә.
Ҡаянан уҡталып хыялдар
Йондоҙҙан йондоҙға елгәндәй.
Уралып, уралып, уралып
Тауҙарҙы аралап юл үтә.
Шул юлдан саҡ та соҡ елеүсе
Һыбайлы күңелде елкетә.
Ил йәшәр, тел йәшәр, дан йәшәр,
Халҡым һис һыр бирмәҫ яттарға:
Алдарҙар, Салауат, Ҡаһымдар
Тоҡомо елгәндә аттарҙа!
ХалҡымУралымды көмөш эйәр итеп,
Ауыҙлыҡлап ваҡыт толпарын,
Елеп үткән халҡым.
Ҡылысынан
Уйнап ҡалған йәшен уттары.
Урауҙарҙан ураулығы менән
Айырылып торған юлдары.
Тик түҙемдән түҙемлеге менән
Айырылып торған улдары.
Йәбер-золомдарҙан ҡото осоп,
Олаҡҡанда һанһыҙ замандар,
Ерен-һыуын ҡурсып ауһа ауған,
Әммә ҡалған улар Уралда.
Урал менән халҡым шуға бөгөн
Ер йөҙөндә берҙәй һөйкөмлө.
Урал ғорур минең халҡым кеүек,
Халҡым ғорур Урал шикелле !
Күҙе була үрҙә, ҡояштаҠабарынып ҡалҡҡан ҡаяларҙың
Баштарында бөркөт балаһы.
Күҙләп ята үҙе тишеп сығыр
Болот менән оя араһын.
Кеше лә бит, уйлап ҡарағанда,
Нәҡ шул бөркөт инде тәү башта:
Сәңгелдәктә ятҡан сағында ла
Күҙе була үрҙә, ҡояшта.
Баҫыр әле саған ҡаршыбыҙғаТуҡ башаҡтар башын ергә эйһә,
Һары алһа саған япрағын,
Аңғар, ваҡыт юлын дауам итә –
Ҡапҡабыҙҙы шаҡый көҙ тағы.
Һөйөүеңдең нуры тоноҡланһа,
Ташлап китһә әгәр яҡының,
Тимәк, һинең күңел түрҙәреңә
Үрмәләне көҙҙөң һалҡыны.
Күҙҙәреңдең ҡоросо ҡайтһа бер саҡ,
Салланһалар сикә сәстәрең,
Аңғар, ваҡыт юлын дауам итә –
Был да ғүмер көҙөнөң эштәре.
Ләкин, көҙ тип, бик бойоҡма, дуҫҡай,
Йәшәр кәрәк әле теттереп.
Баҫыр әле саған ҡаршыбыҙға,
Иңдәренә яҙҙы күтәреп.