Тормош көҙгөһө31.10.2017
Гәзит эшенең кешене тулыһынса йота торған үҙенсәлеге бар. Айырыуса “Башҡортостан” (мин килгәндә ул “Совет Башҡортостаны” ине) кеүек баҫмала тынғы булмай. Ә 1990 йылдарға тиклем гәзит аҙнаһына алты тапҡыр сығып, шәмбе көндәрендә лә эш ойошторола ине. Даими ығы-зығыға түҙеү, оло яуаплылыҡ, ҙур эш күләме башҡарырға һәләтлелек, ваҡыт менән иҫәпләшмәү, етеҙлек, отҡорлоҡ — һәммәһе лә гәзит хеҙмәткәрҙәренә хас сифаттар булды. Быларҙың бөтәһенә миңә лә өйрәнергә тура килде.

“Совет Башҡортостаны” редакцияһының “Совет төҙөлөшө” бүлегенә килгәнемдә бөтәһендә лә олпат-олпат ағайҙар ултыра ине. Ир-ат хәбәрселәр араһындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ заты булған Динә Арыҫланова — мәғлүмәт бүлегендә. Мин “Ленинсы” редакцияһында эшләп йөрөгәндән нәҡ уның ҡоҙалауы буйынса ошо коллективҡа килеп эләктем.
Редакцияла ғәйәт етди һәм төплө журналистар күп булды. Мине эшкә өйрәткән “Совет төҙөлөшө” бүлеге мөдире Ғәтиәт Үзбәковты, хаттар бүлеге мөдире Дәүләт Мәһәҙиевте һәр ваҡыт рәхмәт хисе менән иҫкә алам.
Баш мөхәррирҙәрҙең һәр береһе яңы идеялар, яңы темалар, яңы геройҙар тәҡдим итеп, гәзитте йөкмәткеле һәм уҡымлы итеп сығарыуға коллективты дәртләндереп торҙо. “Планерка”ларҙан әрләнеп-туҡмалып ҡына түгел, яңы үрҙәргә хәҙер үк йүгереп менеп китергә әҙер хәлдә рухланып, күҙҙәр янып сыҡҡан ваҡыттар ҙа аҙ булманы. Үр тигәнем бик ҡыҙыҡлы теманы эшләргә йә мауыҡтырғыс хат тикшерергә задание була инде.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, тыйыуҙар һәм сикләүҙәр бөткәс, күптәрҙә оло рух күтәренкелеге тоҡанды. Йәмғиәт төрлө сәбәптәр буйынса митингылар үткәреүҙән бушаманы, ә беҙ шулар араһында ҡатнашып, үҙебеҙҙе иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә булған тарихи ваҡиғалар эсендә итеп тойҙоҡ. Уларҙы гәзит биттәрендә яҡтырттыҡ. Әммә бындай иркенлек әллә ни оҙаҡ дауам итмәне, 2000 йылдарҙа “гайкалар яңынан ҡаты итеп борола” башланы. Уның ҡарауы, шул замандарҙа эшләгән һәм йәшәгән быуын ысын азатлыҡтың ни икәнен аңланы һәм тыумыштан тигәндәй үҙ эсендә йәшәгән ҡолдо “үлтереү” менән мәшғүл булды.
Матбуғат баҫмалары тормош көҙгөһө тип һанала. 100 йыллыҡ тарихы булған “Башҡортостан” гәзите үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте яҙған, әлбиттә. Артабан халыҡҡа именлектә, хозурлыҡта йәшәргә һәм гәзиткә лә тик хөр тормош көҙгөһө булырға яҙһын.



Вернуться назад