Кистән барып ҡарай инек31.10.2017
Кистән барып ҡарай инек 1960 йылдар. Беҙ — университет студенттары. Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Сафуан Әлибаев, Вафа Әхмәҙиев, Әхмәт Сөләймәнов һәм башҡа башлап ҡәләм тирбәтеүсе йә журналист, йә яҙыусы булырға хыялланған егеттәр. Беҙ яҙған әҫәрҙәр — мәҡәләләр, шиғырҙар, рецензиялар, хикәйәләр – гәзиттәрҙә көн дә тиерлек баҫылып тора. Иртәгә сығасаҡ һанда “әҫәре” буласағын белеп ҡалдыҡмы, кискеһен, ҡараңғы төшөп, электр уттары ҡабынғас, Карл Маркс урамына ашҡынабыҙ. Унда, гәзит баҫыла торған типография бинаһының стенаһындағы витринаға, “Совет Башҡортостаны”ның иртәгә сығасаҡ һанын элеп ҡуялар. Әгәр гәзиттә үҙеңдең “әҫәреңде”, исем-фамилияңды күрһәң, осоп-талпынып ҡайтып керәһең ятаҡтағы бүлмәгә. Төнөн таң аттыра алмайса ыҙаланаһың. “Гәзит ауырыуы” ана шулай бик тә йоғошло ине.

Ә иртән уҡырға килгәс, иң тәүҙә икенсе ҡаттағы гәзит-журнал киоскыһынан “Совет Башҡортостаны”н һатып алаһың. Өлгөрһәң өлгөр, өлгөрмәһәң, ҡалалағы матбуғат киоскыларына йүгерәһең.
Карл Маркс урамындағы витринаға эленгән яңы гәзитте кистән барып ҡарау үҙе бер сихәтле ғәҙәт ине. Иртәгә тара­ласаҡ яңы һанды иң тәүге уҡыусылар ана шулай беҙ, студенттар, булып сыға торғайныҡ. Шул ғәҙәт оҙон биш йыл дауамында һүрелмәйсә дауам итте.
“Гәзит сире” миңә мәктәптән һуң, ауылда ҡалып, колхозда эшләгән йылдарҙа ҡағылғайны. Беҙҙең Ҡырмыҫҡалыла “Колхоз юлы” исемле район гәзите сыҡты. Мин — уның әүҙем авторҙарының бере­һе. Һәр һанда тип әйтерлек мәҡәләләрем баҫылды. “Колхоз юлы” мине район кимәлендә танытты, ә “Совет Башҡорт­останы” гәзите Башҡорт илендәге киң ҡатлам уҡыусыға алып сыҡты.
Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта гәзиттә “Буденовка”, “Ағайымдың йондоҙо” кеүек тәүге хикәйәләрем, “Айсыуаҡ” повесынан өҙөктәр донъя күрҙе. Хатта ки “Буденовка” хикәйәһенең артынан уҡ был әҫәр тураһында гәзиттә Ғәйфулла Вәлиевтең рецензияһы ла килеп сыҡты. Һабаҡ­ташым Марсель Ҡотлоғәлләмовтың:
— “Роман”ың хаҡында “Совет Баш­ҡорт­ос­таны”нда бөгөн шәп рецензия баҫылған, — тип һөйөнсө алғаны хәтерҙә ҡалған.
60-сы йылдар дауамында тиҫтәләгән башҡа әҫәрҙәрем дә бер-бер артлы баҫыла торҙо. Ошо дәүерҙә башланған ижади бәйләнеш йылдан-йылға, дәүер­ҙән-дәүергә дауам итә. Бөтә әҙәби әҫәрҙәрем иң тәүҙә “Башҡортостан” аша халҡыма барып етте һәм етә тора. Иң һуңғы эсселарым да (“Өмөтбай өйәң­кеһе”, “Килмекәй батыр”) былтыр ошо гәзиттә баҫылды.
Әҙәби тәнҡит, публицистик мәҡәлә­ләрем дә һәр ваҡыт иң тәүҙә үҙемдең ошо гәзитемдә донъяға таралды. Шулай итеп, “Совет Башҡорт­останы” мине ысын мәғәнәһендә киң ҡатлам уҡыусыға танытты. “Киң ҡатлам уҡыусыға” тип шуның өсөн әйтәм: 60-сы йылдарҙа гәзиттең тиражы тиңдәшһеҙ ҙур ине. Бер заман ул 100 мең данаға барып етте, хатта уны ла уҙып киткән йылдар булды.
Әйтелгәндәрҙән сығып, ошондай фекергә киләм. Башҡорт телендәге республиканың төп гәзите әҙәби ижадыма юл асты, яңы әҫәр, яңы китаптар ижад итергә ҡанат ҡуйҙы.
1966 йылда университеттың IV курсын тамамлағас, каникул ваҡытында редакцияла бер-ике ай әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп тә алдым мин. Әҙәбиәт, сәнғәт бүлегенә ҡуйҙылар. Бүлек мөдире — Рәшит Шәкүров, Рәми Ғарипов — әҙәби хеҙмәткәр. Баш мөхәррир — Вәли Вәли улы Нафиҡов. Уның фатихаһы буйынса Архангел, Ауырғазы райондарында командировкала булғаным хәтерҙә. Ауырғазыға фотохәбәрсе Анатолий Виноградов менән икәү бергә барҙыҡ. Сөгөлдөр баҫыуында колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп аралаштыҡ. Бында бригадир — Социалистик Хеҙмәт Геройы, ҙур тәжрибәле етәксе ағай. Сөгөлдөрсөләр менән Герой-бригадирҙы Виноградов фотоға төшөрҙө. Ошо фотоны ҡушып, минең тарафтан яҙылған репортаж “Совет Башҡортостаны”ның беренсе битен биҙәп балҡып килеп сыҡты. Был иҫтәлекле фото архивымда бөгөн дә һаҡлана.
Икенсе командировка Архангел районында үтте. Командировканың маҡсаты — районда ураҡ барышын яҡтыртыу, дәүләткә иген тапшырыу кимәленә анализ яһау. Район етәкселеге мине Свердлов исемендәге колхозға юлландырҙы. Район етәкселәренең береһе Сабур Фәйзуллин мине оҙатып йөрөнө. Ул 1-се башҡорт республика интернат-мәктәбендә Рәми Ғарипов менән бер класта уҡыған. Йөрәк ярһып китте: юл уңыр, былай булғас! Колхозға барғас, йәнә бер шатлыҡ кисерҙем: бында баш агроном — Килмөхәмәтов фамилиялы бер ир-уҙаман!
Командировканан ҡайтып арлы-бирле итеүгә, Архангел районы дәүләткә иген тапшырыу планын үтәне. Ошо уңайҙан гәзиттә тулы бер битлек тематик мәҡәләм баҫылып сыҡты. Урындағы авторҙар — комбайнсылар, шофер­ҙар, бригадирҙар, район етәкселәре исеменән дә мәҡәләләр бирелде. Әлбиттә, улары ла минең тарафтан яҙылған.
Сентябрь айы ла килеп етте. Университетта уҡыуҙар башланды. Мин һуңғы курсҡа барырға тейеш. Факультет деканы урынбаҫары Марат Хәләф улы Минһажетдинов, саҡыртып алып, етди һөйләшеү үткәрҙе.
— Эшләргә өлгөрөрһөң, — тине ул. — Тәүҙә уҡыуыңды тамамлап, диплом ал. Артабан нимә эшләргә күҙ күрер, — тип йомғаҡланы һүҙен. Уның фекеренсә, мин киләсәктә аспирантурала уҡып, диссертация яҡлап, университетта уҡытыусы булырға тейешле инем...
Ысынында ана шулай килеп сыҡты ла. Марат Хәләф улы етәкселегендә дип­лом яҙҙым. Уны бик уңышлы яҡланым. Университет мине Мәскәү дәүләт университетына аспирантураға ебәрҙе. Унда кандидатлыҡ диссерта­цияһы яҙҙым. Фән кандидаты, фән докторы булдым. Дүрт-биш тиҫтә йыл туған уҡыу йортомда башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры, журналистика кафедраларында педагог-профессор вазифаһында уҡытыусылар һәм журналистар әҙерләүҙә хеҙмәт иттем. Һөҙөмтәлә минең хеҙмәт биографиямда профессиональ гәзит хеҙмәткәре сифатында ни бары тулыр-тулмаҫ ике айлыҡ стажым бар.
Ул йылдарҙа яҙышҡан студенттарға редакцияла һәр саҡ йылы, ихлас мөнәсәбәт күрһәтелде. Баш мөхәррир Вәли Нафиҡов, Абдулла Исмәғилев, уларҙың урынбаҫарҙары Зиннур Нурғәлин, Рамаҙан Ҡотошов, Рамаҙан Ҡондоҙбаев, яуаплы секретарь Фуат Биишев, Аҡмал Саптаров, бүлек мөхәррирҙәре Әмир Гәрәев, Зиннәт Ишмаев, әҙәби хеҙмәткәрҙәр Ноғман Мусин, Рәми Ғарипов, Заһир Исмәғилев, Риф Мөхәмәтйәнов, Ғәйфулла Вәлиев, Тайфур Сәғитов беҙ алып барған мәҡә­ләләрҙе, әҫәрҙәрҙе ҡуш ҡуллап ҡабул итә, оҙаҡ тотмайынса баҫып сығара ине.
Ә мин үҙем Зиннур Нурғәлин менән яҡындан аралаштым. Яҙған әйберемде уға уҡып, кәңәш­тәр алғаным әле лә хәтерҙә. Ошо аралашыу ысын ижади дуҫлыҡҡа әүерелде. Байтаҡ ғүмер үткәс, 1991 йылдың декабрендә Мәскәү дәүләт университетында докторлыҡ диссерта­цияһы яҡлағанда Зиннур Әхмәҙулла улы рәсми оппонент булып сығыш яһаны. Уның сығышын да, үҙен дә Мәскәүҙең ҙур ғалимдары ысын күңелдән оҡшатты.
Әле бөгөн дә Зиннур ағай менән бергә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факульте­тындағы диссертация советы ағзалары сифатында эшләп йөрөйбөҙ.
100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән “Башҡорт­остан” гәзите — ҙур абруйлы баҫма, Башҡорт­остан Республикаһы журналис­тикаһының флагманы. Редакция коллективы бөгөн ныҡ йәшәргән. Унда талантлы, егәрле журналистар эшләй. Күптәре — беҙҙең элекке студенттар, БДУ-ның башҡорт, журналистика бүлеген тамамлаған йәштәр.
Редакция хеҙмәткәрҙәре араһында үҙ хәбәрселәр Кәримә Усманова, Рәмил Мансуров, Ансар Нуретдинов, бүлек хеҙмәткәрҙәре Лариса Абдуллина, Венер Исхаҡов, Рәшит Кәлимуллин, Рәлис Ураҙғолов, Салауат Әбүзәров, Гүзәлиә Балтабаева, баш мөхәррир урынбаҫары Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова айырыуса әүҙем һәм уңышлы эшләй.
Гәзиттең һәр һаны мәғлүмәткә, жанрҙарға бай, тематик биттәр төрлө-төрлө йөкмәткеле һәм уҡымлы. “Башҡортостан” — шәп гәзит! Бер быуатлыҡ юбилейы мөбәрәк булһын!

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
яҙыусы, филология фәндәре докторы,
профессор, Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған фән эшмәкәре,
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты.


Вернуться назад