Таң атҡансы өҫтәл янында…31.10.2017
Таң атҡансы өҫтәл янында… – Мин үҙемдең тормошомдо “Башҡортостан”һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хәреф танығандан бирле ҡулымдан төшөргәнем юҡ. Урта мәктәпте тамамламаҫ борон гәзит менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа хәбәрҙәрем донъя күргәндә, йылдар үткәс унда эшләрмен, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Башта ауыл хужалығы бүлеге хәбәрсеһе, һуңынан баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләнем.
“Башҡортостан” донъяны танып бе­лергә, кешеләр ме­нән аралашырға, аҡты ҡаранан айы­рырға, өлгөрлөккә өйрәтте. Үткән бы­уаттың 80-се йылдарында ауыл ху­жалығына иғтибар ҙур ине. Баҫыуҙар ҡарҙан асылыр-асылмаҫтан район­дарҙан ҡайтып инмәйһең. Ҡара көҙгә тиклем шулай. Мәҡәләләреңде яҙып бөтөр-бөтмәҫтән тағы юлға. Хәбәрсе исеменә тап төшөргөң килмәһә, таң атҡансы өҫтәл янынан тормайһың. Өҫтәүенә, редакция штатында торғас, үҙ хәбәрселәрҙең һәм гәзит уҡыусыларҙың мәҡәләләрен дә мөхәррирләп секретариатҡа тапшырырға кәрәк. Мәҡәләләрҙе эшкәрткәндә бер нәмәгә иғтибар иттем: һәр кем терминдарҙы үҙенсә ала. Ауыл хужалығына ҡараған терминдарҙы бөртөкләп йыйып, анализлап, тәртипкә һалып, башҡортса эквивалентын табып, һүҙлек төҙөнөм. Ул журналистарҙың ғына түгел, телсе ғалимдарҙың да өҫтәл китабына әйләнде.
Тәржемә менән дә шөғөлләндем. Бының өсөн тәүге мөхәррирем Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевкә рәхмәтем ҙур. Редакцияла тәжрибәле тәржемәселәр булһа ла, ул беҙҙе, йәштәрҙе лә, ошо эшкә йәлеп итте. “Беҙ пенсияға китеп бөткәс, гәзитте кем сығарыр?” – тип ҡабатларға ярата торғайны ул. Тәржемәгә тотонмаһам (арабыҙҙа баш тартыусылар ҙа булды), бөгөн хикәйәләр, повестар, драмалар тәржемә итә, гәзит-журналдарҙа, китаптарҙа баҫтыра, театрҙарҙа ҡуйҙыра алмаҫ инем.
Редакция заданиелары менән командиров­каларға йөрөү, мәҡәләләр, репортаждар, һүрәтләмәләр, очерктар яҙыу менән бер рәттән, буласаҡ әҫәрҙәремә темалар бирҙе. 1986 йылда КПСС Өлкә комитетының бойороғо буйынса Саҡмағошта бер ай командировкала булдым. Район гәзитендә эшләү бушҡа китмәне. Унан “Оҙайлы сәфәр” тигән повесть алып ҡайттым. “Йәш хәбәрсе”, “Ҡамғаҡ”, “Аҙашҡан болан балаһы”, “Тынғыһыҙ малай”, “Яҙмыш фалы – йәшлектә”, “Яратам, тигәйнең” тигән китаптарым да “Башҡортостан”да эшләгән йылдарҙа яҙылды.
Гәзитебеҙ бер быуатлыҡ тарихҡа эйә. Ул республикабыҙҙың ҡайнап торған тормошон тулы яҡтыртырға тырыша. Элек тә, хәҙер ҙә. Киләсәктә лә шулай булһын.
Факил МЫРҘАҠАЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


Вернуться назад