Гәзит тигәндә, иң тәүҙә “Башҡортостан” күҙ алдына баҫа. Бына йөҙ йыл инде ул халҡыбыҙ яҙмышының иң ауыр, киҫкен йәки балҡышлы мәлдәрендә тормош ҡаҙанында ҡайнап, уҡыусылары эргәһендә ҡала. Ябай кешенең уй-хыялдары, көнитмеше һәр ваҡыт гәзит биттәрендә сағыла килде. “Башҡортостан” – халҡыбыҙҙың осҡор күҙе лә, тапҡыр һүҙе лә, саф намыҫы ла ул. Уны һаҡлау, таратыу, уға яҙылыу – һәр башҡорттоң бурысы.Телем асылып, хәреф таный башлағандан алып “Башҡортостан”дан айырылмайым. Атайым-әсәйем уны ғүмер буйына алдырҙы. Уның биттәренән тәүге тапҡыр уҡып шиғыр ятлағаным әле лә хәтерҙә. Гәзиттә күп тапҡыр шиғри шәлкемдәрем сыҡты. Ошо абруйлы баҫмала ете йыл буйы әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, мөхәрририәт ағзаһы булдым. Хәбәрсе ҡәләмемә лә шул йылдарҙа республика йылъяҙмаһына инерлек ваҡиғаларҙы сағылдырыу бәхете тейҙе. “Мәрхәбә, Башҡорт иле!” тип Бабичса аталған дауамлы мәҡәләм, иҫләйем, мәҙәниәт әһелдәре араһында киң шаңдау алды. “Башҡортостан”дағы рухи күтәренкелек артабанғы эшемә, ижадыма ҙур йоғонто яһаны.
Гәзит килмәгән өйҙө тәҙрәһеҙ һымаҡ күрәм мин. Заманса гаджеттар, Интернет-порталдар ваҡытлы матбуғатты алмаштыра алмай, сөнки ул тере, йәнле, уның үҙенә генә хас тауышы, моңо бар. Гәзит биттәрен асып ебәрһәң, ул киреп асылған ҡанаттарға йә иһә тулҡынланып торған байраҡҡа оҡшап китә! Республикабыҙ йәшәйеше, тын алышы, киләсәккә ҡарашы, заман елдәренә тулҡынланып, һәр йөрәкте илһамландыра, тормошҡа һөйөү менән һуғара, күңелдәрҙә яҡшылыҡҡа ышанысты нығыта.
Беҙ, журналистар, йыш ҡына ысынбарлыҡтың ҡараңғы яҡтарын ҡабартып күрһәтергә әүәҫбеҙ. Бер хәҙис бар. Мәсеттә бер кеше, шаяртам тип, икенсеһенең аяҡ кейемен йәшерә. Намаҙҙан һуң сыҡҡас, теге кеше бик борсолоп аяҡ кейемен эҙләй. Инде табыуҙан өмөтөн өҙөп, тәҡәте ҡороп ултырғанда, иптәше уға “юғалған” аяҡ кейемен килтереп бирә. Ләкин инде теге бахырҙың ҡыуанырға ла хәле булмай, күңелһеҙ генә ҡайтып китә. Шул саҡ Мөхәммәт с.ғ.с. “шаян” әҙәмгә килеп: “Һин, шаярҙым ғына, тип уйлайһың. Ә бына иптәшеңдең күңеленә һалған шом өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡаршында нисек яуап бирерһең һуң?” – тип һорай.
Шаярып ҡына ла, ысынлап та, кешеләр күңеленә вәсвәсә, шик-шөбһә, аяныслы уйҙар, сараһыҙлыҡ тойғоһо һалырға тейеш түгел шул ҺҮҘ менән эш итеүселәр. Был йәһәттән “Башҡортостан” гәзите журналистарының йөҙө яҡты. Милләтте берләштереүҙә, киләсәккә әйҙәүҙә улар матбуғат сараларының алғы сафында бара.
Гәзит – гәзит кенә түгел бит ул,
Башҡорт рухы өсөн ул – байраҡ!
Кем өсөндөр бары көндәлек эш,
Кем өсөндөр – үҙе бер байрам.
Башҡорт телендәге һәр бер журнал —
Аҫыл хазинаһы илеңдең.
Алдыр, халҡым, уҡы матбуғатты,
Йәшәт даирәһен телеңдең!
“Башҡортостан” гәзитен оло байрамы менән ҡайнар ҡотлайым һәм уҡыусыларының йылдан-йыл артыуын теләйем!
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА,
“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире.