Тамара ҒӘНИЕВА: “Сайҡалмаһын өсөн аңыбыҙ...”17.04.2012
Тамара ҒӘНИЕВА: “Сайҡалмаһын өсөн аңыбыҙ...”Имән ҡала
Академик Нияз Мәжитовҡа

I
Ниндәй елдәр килеп ҡағылмаһын,
Ниндәй генә үрттәр ҡапмаһын,
Башҡорт атлы ғәзиз ҡәлғәбеҙҙең
Яуҙар асалмаған ҡапҡаһын.

Башҡорт атлы беҙҙең ҡалабыҙҙан,
Өфө тауҙарының үренән,
Затлы тауар тулы һалда ағып,
Сауҙагәрҙәр сәфәр йөрөгән.

Турбаҫлы тип атау менәнме ни
Заманалар аша башҡортто,
“Ҡулығыҙ бурап һалған ошо ҡала
Нишләп һеҙҙеке ул?” тип әйтергә
Бәғзеләрҙе үсе ҡотортто.

Ағиҙелкәй, Иҙел, Хазар диңгеҙ —
Беҙ кисәһе һыуҙар, юлыбыҙ.
Византия, Римдә, Ҡытайында
Шундай танһыҡ
гәүһәр таштарыбыҙ,
Еҙ дағалар,
Тире,
Тоҙобоҙ.

II

Әле бына Донъя баҙарына
Тоҫмалланған йәйәү юлыбыҙ.
Елкәбеҙҙе ҡырҡып алып бара
Шыйыҡ тауар тулы тоғобоҙ.

Онотолған кәсеп — сауҙагәрлек...
Донъя баҙарында геү килеп,
Тамаҡ яллыҡ нефть һата-һата,
Күңелебеҙ бөттө кителеп.

Уныһын да, хәйер, үҙебеҙ түгел,
Баррель-баррель һата бүтәндәр.
Өфө ҡапҡалары — шаран асыҡ,
Эй талана халыҡ, эй талана
Килмешәктән, үткән-һүткәндән.

III

Аяҡ аҫтындағы Башҡорт ҡала
Күтәрә лә башын һирәкләп,
Алдыбыҙға бер ус хәтер һибә.
“Башҡорттоҡо түгел,
Уртаҡ!” тиеп,
Ҡырталаша яттар күмәкләп.

Уртаҡ икән, уртаҡ...
Аҙмы беҙҙең
Уртаҡланған яҡшы даныбыҙ.
Аяҡ аҫтындағы Имән ҡала
Табан буйлап йәнгә иман һала,
Сайҡалмаһын өсөн аңыбыҙ.

1812

I

Изгелеге илгә — ир таяуы,
Һынау, ғазап килеү —
Гонаһ ҡоно.
Ни сәбәптән һине һуғарҙыҡ беҙ,
Ҡаныбыҙ геүләп аҡты, Бородино?

Бынау сәскә, үлән орлоғона
Йылы өрҙө кемдең һуңғы тыны?
Ҡымыҙ тәме килә.
Бейәләрҙең
Елене эйеүҙәнме, Бородино?

Шәһит киткән мөслим ырыуҙашты
Разый алды микән ер ҡуйыны?
Ике ғасыр...
Булһын! Тубыҡланып
Ясин сығайымсы, Бородино!

Ҡурай үҫә ана...
Шытҡандыр ул
Ингән өсөн ергә йөрәк моңо.
Тупрағың да иҫләй икән шуны,
Далабыҙҙай йәмле, Бородино.

Миктәп ҡалды беҙҙең шәжәрәләр,
Ырыуҙарҙың һынғас зат-олоно.
Беҙҙең дан да күп ул.
Париж белә.
Әллә нишләп һинең күкрәгеңә
Һәйкәл ҡуйғы килә, Бородино.

II

Көткән бивак.
Усаҡ.
Ирҙәр йоҡлай.
Ҡаҙандарҙа бешә һурпабыҙ.
— Суфия һылыу, килсе, бер һөйәйем,
Талған ҡанғынама ут ҡабыҙ.

Ҡаһым сатырының яңағында
Һоро юрға менән буҙ бейә.
— Ҡайт һин илгә, һылыуым!
— Улай тимә...
— Аҡ йөҙөңә, ҡурҡам, күҙ тейә.
Ҡылтаймасы.
Ҡытығым килә бит һуң,
Булыр, бәлки, яу бит, бер-бер хәл.
Һиңә күҙе ҡыҙған уҙаман күп,
Йоғонорҙар минһеҙ, бихәләл.

— Ҡаһым түрә!
Һин үҙеңә күрә
Былай-алай түгел,
Көнсөлмө?
Беҙ ҡушарлап яуға сығып киттек,
Мин тол булып ҡайтһын өсөнмө?
Уҡтан-туптан беҙҙе аяр көс бар:
Икебеҙгә яҙған мөхәббәт.
Ил-төйәктең ханы булырһың, тип,
Ватан көтә.
Беләһең бит уны:
Үҙебеҙгә йоҡмай мал-мөлкәт.

...Суфия һылыу менән Ҡаһым түрә,
Париждарға барып инәрәк,
Сатырында ут алышты шулай, —
Ғашиҡтарға донъя түңәрәк.

Һуғыш та юҡ кеүек.
Һил камиллыҡ.
Бер һандуғас илереп моң тирҙе.
...Клязьма алыҫ әле.
Кем юраһын
Мирҙы тетрәндерер мәкерҙе.

III

Айыусының айлы кистәрендә,
Ашҡаҙарҡай буйы уйһыуҙа
Айға ҡарап кемдер доға ҡыла.
Ә бер егет моңло йыр һуҙа.

“Ҡаһым түрә менән һор юрғаның...”
Кешнәүҙәре телә төн һилен.
Күк ҡабығы асылыр,
Ҡайтыр төҫлө
Һағынышҡан ирҙәр йорт-ерен.

Уң ҡулына ҡурай тотоп алған
Бер уҙаман йылдар эсенән
Килеп сығып фарман бирер төҫлө,
Һикереп төшөп эйәр өҫтөнән.

Айыусының һөҙәк битләүендә
Тояҡтарҙың һуңғы эҙе бар.
Ҡылғандарға һуғылып елдәр йырлай:
“Бәхилләшеп китте улар былай...
Тик дандары ҡайтты.
Любизар!
Тик дандары йәшәй.
Любизар!”

IV

Бородиноны минең күргәнем бар,
Илап торғаным бар һеңкелдәп.
(Көфөр микән?)
Уйлап ҡуйғаным бар:
Ни хаҡына
Анау сама түләү?
Ирәүәнләр ғәзиз иркеңдән
Мәхрүм иткән батша хаҡынамы
Ирҙәр беҙҙең ҡорбан ителгән?

Зиһенемде сиртте:
Ниндәй батша?
“Батшаларға беҙ баш эйҙекме?”
Уларҙан бер аяу күрҙекме?
Үҙебеҙгә күрә түгел ул беҙ,
Яратмайбыҙ ирек быуғанды.
Араламаныҡмы афәттәрҙән
Урыҫ туған, татар туғанды.
Онот, халҡым, етте!
(Нимәгә ул?)
Париждарға бәреп ингәнде.
Онотма тик Клязьма ярҙарында
Бонапарттан еңелмәгән, ләкин
Ағыуланған Ҡаһым түрәңде.
Батырыңды, ҡурайсыңды, тием,
Азаматың Ҡаһым түрәңде.


Вернуться назад