Ағиҙел ҡыҙының ижад кисәһе24.10.2017
Ағиҙел ҡыҙының ижад кисәһе 27 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында Рәсәй­ҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинованың юбилейы уңайынан “Ағиҙел ҡыҙы” китабының исем туйы ойошторола. Кемдәр хә­терләй “Ҡара йөҙҙәр”ҙең Ғәлимәһен? Кемдәр уны бөгөнгө героиняны сағылдырған оҫта тип иҫәпләй, рәхим итегеҙ ижад байрамына.

* * *
Илһөйәр Ғәзетдиноваға


Ил ҡыҙына исемде лә Күктәр
Үҙе һайлағандыр, моғайын.
Иҫкә алһам һеҙҙе, күҙ алдыма
Баҫа кеүек Иҙел туғайы.

Күҙ алдыма килә йәш ҡыҙҙарҙың
Кер сайҡауы Иҙел һыуында.
Һәр кемдең бит барҙыр үҙ Хәлиле,
Шул егеттәр ҡыҙҙар уйында.

Һәр кемдең бит ошо донъяларҙа
Бар тәғәйен юлы, яҙмышы.
Яҡты исем менән юлға сығып,
Маҡсаттарҙа булмай аҙашып.

Хыялдарҙа булмай һис яң(ы)лышып,
Маяҡ булып балҡый хиссиәт.
Ғүмерлеккә һеҙҙе ғашиҡ иткән
Сәхнә ғәли йәнәптәре, —
Был төйәк.

Ғүмерлеккә һеҙҙе әсир иткән
Сәхнәләрҙән йырлы һүҙ әйтеү.
Мөмкиндер ул башҡа яҙмыштарҙы
Сәхнәләрҙән тороп күҙәтеү.
Аһ, был ролдәр!
Аһ, был йырлы мәлдәр!
Керпек осондағы йәш нуры.
Аңлай бит ул тамашасы бында
Имләгәнен йәне хозурын.

Күңелдәге күңелдәргә етер,
Һеҙ һаман да Унда йәшәгеҙ!
Һеҙ көлә тип беҙ ҙә йылмайырбыҙ,
Йылмайыуға һеңер йәшегеҙ...

Ил ҡыҙына исемде лә Күктәр
Һайлап алған алдан, тыуғансы.
Башҡорт сәхнәһенең йәме булып,
Һеҙ, уйнағыҙ әле туйғансы!..



Вернуться назад