Килер йылға күңелдәрҙә аҡ өмөттәр һалынған...24.10.2017
Етмеш йәшкә артылдым
Ете диңгеҙ кистем инде,
Ете күккә артылдым,
Түргә уҙып, һаҡал һыйпап
Ултырырлыҡ ҡарт булдым.
Элеккеләй, донъя йөгөн
Булмай хәҙер һөйрәтеп,
Түр башынан ейәндәргә
Торам аҡыл өйрәтеп.
Һай, олатай, аҡыллы, тип
Сәпәкәйләй балалар...
Әллә минең күңелемде
Күтәрмәксе булалар?..
Ах, шилмалар, күҙ ҡыҫышып,
Һикертәләр ҡаштарын,
Устар менән ауыҙ ҡаплап,
Ситкә бора баштарын.
Ышанһағыҙ-ышанығыҙ,
Етмеш йәшкә артылдым,
Күңел-шайтан ҡарышһа ла,
Бына тигән ҡарт булдым,
Етмеш йәшкә артылдым...
Ете күктең аҫтарында
Етмеш йондоҙ балҡышы.
Уларҙа бит минең яҙмыш,
Үткән йылдар һағышы.
Хыялый малай кеүек
Етмештә лә егеттәр бар,
Етмештә лә — ебектәр...
Ә берәүҙәр күңел менән
Һаман малай кеүектәр.
Ғүмер буйы малай булыу
Яҙылғанмы маңлайға?..
Хайран ҡалып ҡарап торам
Ете йәшлек малайға.
Ул да миндәй, төшөнмәксе
Донъяның серҙәренә,
Арыҡ тәнен ҡаршы ҡуйған
Замана елдәренә.
Күҙҙәрендә осҡон уйнай,
Күңелендә мең һорау...
Моронланған хыялдарын
Бер үк һуҡмаһын ҡырау.
Етмеш тауҙар артылыр ул,
Етмеш диңгеҙгә сумыр,
Етмеш утта яна-яна,
Етмеш ҡотопта туңыр.
Егеттәр ҙә, ебектәр ҙә
Етмештә була, беләм!
Үткән юлдарға бағам да,
Бер илап, берсә көләм...
Үкенмәйем, илем имен,
Тормош та ҡулай кеүек.
Мин әле лә, етмештә лә,
Хыялый малай кеүек.
***
Класташтарым Ҡадир, Салауат,
Әнисә һылыуға һәм беҙҙе оҙата йөрөүсе
хәләл ефеттәребеҙгә
Йәшлектәрҙә аймылышҡан дуҫтар
Олоғайғас килеп табылды.
Келтер-келтер бына һеҙгә барам,
Ваҡ мәшәҡәт, гүйә, юғалды.
Илдәр имен, шөкөр, өҫтәлдәр мул,
Ымһындырмай ашап-эсеүҙәр.
Күреп торам, беҙҙе эстән игәй
Бикләнешеп өйҙә йәшәүҙәр.
Дуҫ-иштәрҙе оноттормаҡ булып
Ҡаҡты-һуҡты беҙҙе был заман.
“Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта!” — тиеп,
Бергә йыйҙың, Ҡадир уҙаман.
Сөкөр-сөкөр килеп, көлә-илай
Хәтирәләр ебен һүтәбеҙ.
Йәшлек дуҫҡайҙарын барлай-барлай,
Ташбулатҡа* ҡайтып китәбеҙ.
Арабыҙҙан иртә баҡыйлыҡҡа
Күскәндәрҙе, дуҫтар, беләйек.
Имен-амандарға һаулыҡ юрап,
Осрашыуҙар алда теләйек!
*Ташбулат — Әбйәлил районындағы ауыл.
Китәләр
Яҙ килә!.. Миҙгелдең
Һәр көнө наҙ! — тимә.
Емереп кәртәләр,
Мәңгегә ҡайтмаҫҡа,
Ишектәр ҡаҡмаҫҡа
Дуҫ-иштәр китәләр.
Йәй килә!.. Шатлыҡтан
Ҡоласың йәй! — тимә.
Емереп кәртәләр,
Мәңгегә ҡайтмаҫҡа,
Ишектәр ҡаҡмаҫҡа
Дуҫ-иштәр китәләр.
Көҙ килә!.. Һағышҡа
Теш ҡыҫып түҙ! —тимә.
Емереп кәртәләр,
Мәңгегә ҡайтмаҫҡа,
Ишектәр ҡаҡмаҫҡа
Дуҫ-иштәр китәләр.
Ҡыш килә!.. Аҡ буран
Ажғырып, әй көлә...
Емерек кәртәләр,
Әфәндем!.. Һине лә
“Тегендә” көтәләр
Мәңгегә киткәндәр...
***
Тағы бер йыл һаубуллашып
Күтәрелде табындан:
– Эҙлә мине тарихтан! – ти, –
Әгәр бик-бик һағынһаң...
Үткән йылдар рәхмәт һеҙгә,
Һәр берегеҙ хәтерҙә,
Һеҙҙең аша илап-көлөп,
Тура килде үтергә.
Тырыштығыҙ, маңлайыма
Һырлап мисәт һалырға...
Йөрәгемдән йолҡа-йолҡа
Яҡындарҙы алырға.
Тик үпкәм юҡ үткән йылға,
Алырын алып китә.
Өр-яңы йыл тупһабыҙҙа,
Беҙҙе алда ни көтә?..
Тағы бер йыл һаубуллашып
Күтәрелде табындан...
Килер йылға күңелдәрҙә
Аҡ өмөттәр һалынған.
***
Көҙгө сыуаҡ. Текмә алды,
Ҡарт-ҡоро сөкөр-сөкөр.
Күктән һары япраҡ яуа,
Донъялар имен, шөкөр...