Моң ағылған саҡтарҙа13.10.2017
Моң ағылған саҡтарҙаҺОРАУ

“Ниңә, ниңә, ниңә шулай?”
Тигән һорау ялҡытты.
Был һорауҙы йыш биреүсе
Хәтерләтә алйотто.

Йәш-елкенсәккә ярай ул,
Олоһона ни ҡалған?
Бәхет табыла хеҙмәттә,
Еңел тормош – сей ялған...

Ниңә, ниңә, тимә әле,
Белем тупла, тәжрибә...
Иң мөһиме – туған телең
Һайрап торһон һәр өйҙә!


ХӘЛДӘР НИСЕК?

Хәлдәр нисек, дуҫ-иштәрем,
Тормош йырлаймы,
Янығыҙҙа бесәйегеҙ
Һаман мырлаймы?

Һеҙҙең йылмайыу хәйерле,
Уның – мырлауы...
Шулай булалыр инде ул
Тормош йырлауы.

Ҡайһы саҡта туйҙырһа ла
Тормош йырлауы,
Туйҙырмайҙыр ике йәндең
Бергә мырлауы...


ӘСӘЙ

Иҫ китерлек,
Аң етмәҫлек изге
Кеше булған икән Әсәйем!..
Ваҡытында аңлап бөтмәгәнмен,
Шул үкенес менән йәшәйем.

Һуңғы юлда әсәм һүрәтендә
Аҡ фәрештә миңә ҡағылыр...
“Әсәй!” тиеп телем асылғайны,
“Әсәй!” тиеп телем ябылыр.


АЙ ҘА ... ҺҮГЕНГӘН

Бер күк аҫтында йәшәйбеҙ,
Ҡарайбыҙ бер үк Айға.
Ҡайғырабыҙ тәртип юҡҡа,
Кеҫәләребеҙ һайға...

Бер үк һандуғастар моңон
Тыңлайбыҙ хайран ҡалып...
Кис айырым түшәктәргә
Ауабыҙ арып-талып.

Һәммәбеҙҙә бер үк уйҙыр:
Бирешмәҫкә яманға,
Нисек булғандан яҙмаҫҡа
Сумһаҡ төпһөҙ ҡаҙанға?

Уй артынан уй эркелә
Моңсол күңел төбөнән...
Күк йөҙөндә, ана, Ай ҙа
Артын күреп һүгенгән.


УЯТАЙЫҠ
АҢ-ЗИҺЕНДЕ!


Юғалығыҙ, ҡайғы-хәсрәт,
Һағыштарым, ҡасығыҙ!
Ҡасып ҡына ҡотолһондар
Иҫән саҡта башығыҙ...

Күпте күргән рухыбыҙға
Ынтылмағыҙ, яндырыр!
Йә булмаһа, һеҙҙе әҙәм
Көлкөһөнә ҡалдырыр.

Хәтһеҙ эләкте донъяла
Атыу, һатыу, яндырыу...
Беҙҙе үлтерергә мөмкин,
Мөмкин түгел һындырыу!

Уятайыҡ аң-зиһенде,
Берҙәм тороп баҫайыҡ,
Был ҡараңғы донъябыҙҙың
Хет тәҙрәһен асайыҡ!..


СИТКӘ СЫҠҠАНДА

Әҙ генә ситкә сыҡтыммы
Башҡортостандан,
Йөрәк туҡталғандай була
Һайрап осҡандан...

Ниңә шулай икәнлеген
Белһәм дә күптән,
Уның асылын эҙләйем
Һаман да төптән...


ИҪТӘЛЕК

И шул ҡаратыуҙарың,
И шул яратыуҙарым!..
“Был йүнһеҙ ҙә ғашиҡ” тип
Хәбәр таратыуҙарың
Йөрәгемде әрнетте,
Күтәралмай ғәрлекте,
Башты һалып санаға,
Сығып киттем ҡалаға...
Үтә ғүмер ҡалала,
Һин йәшәйһең далала.
И шул ҡаратыуҙарың,
И шул яратыуҙарым!..


МОҢ ИЛЕ

Атылған уҡ туҡтап тора
Моң ағылған саҡтарҙа...
Бик борондан шулай булған
Минең тыуған яҡтарҙа.

Минең илем моңдан тыуған
Үтә ауыр шарттарҙа,
Кәрәкһә, уҡҡа әйләнгән
Йәштәре лә, ҡарттар ҙа...

Минең илем тәбиғи ил,
Ул тарихта мәңгелек,
Ут-һыуҙарҙы кискән ил ул
Тыныслыҡ тип иң элек...

Моң идара иткән илдең
Бөтәсәге юҡ уның,
Үҙенең тыуған еренән
Китәсәге юҡ уның!


Вернуться назад