Бер сумка аҡса менән Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп13.10.2017
Иртәнсәккәй тороп бер ҡараһам,
Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп...

Мәшһүр шәхесебеҙ Сөләймән Абдуллиндың ошо йыры һәр саҡ күңелемдә. Үҙем дә көйләп алам. Йырҙарҙа данланған был гүзәл йылғаны һыулаған башҡорт ауылдары Ағурҙа, Элмәле, Ҡалмаҡ, Байыш, Сәғит, Юнай, Үтәғол, Ҡыуат, Аҡбулат, Назар, Тушке, Назар, Әрсүн, Тирәкле, Этбай, Һултанбай, Һунарсы, Сәнкем ауылдары халҡы нисәмә йөҙ йылдар буйы уның сихәтле һыуын эскән, балығын тотҡан, быуалар быуып тирмәндәр ҡорған, һал ағыҙған, атын да йөҙҙөргән. Шул уҡ ваҡытта уны ҡәҙерләгән, бысратмаған, киләһе быуындарға иң ҡиммәтле бүләк итеп тапшыра килгән.


Оҙонлоғо йөҙ саҡрым самаһы ғына булған был йылғаның үҙенә генә хас “холҡо” ла бар. Ҡоролоҡло йылдарҙа үрге ағымы ҡорой, балыҡтар тонсоға. Шарттар тыуыу менән йылға тағы йәнләнә, йылға төбөнән зерә лә һалҡын шишмәләр бәреп сыға, селтерәп ятҡан шаршыларға яҡын ғына тәрән сөмбәйҙәр барлыҡҡа килеп, балыҡ һәм башҡа һыу йәнлектәре өсөн үҫеү, үрсеү шарттары арта. Яҙғы мәлдәрҙә үҙенә ҡойған ваҡ ҡына тау шишмәләренең һыуы иҫәбенә бик ныҡ таша, ҡайһы бер фажиғәле хәлдәрҙең сәбәпсеһе лә ул. Үҙем шаһит бер-ике ваҡиға хаҡында әйтеп үткем килә. Тәүгеһе 1945 йылдың май баштарында булды. Аслы-туҡлы йәшәһәк тә, күңел күтәренке: Еңеү яҡынлаша. Миңә 16 йәш, Байыш ауыл Советы буйынса яуаплы почтальонмын. Бөтөн гәзит-журнал, хаттар, фронтовик ғаиләләренә тейешле аҡса пособиелары минең ҡул аша үтә. Ауыл Советына ҡараған һигеҙ ауылдан кәм тигәндә 400-ләгән ғаиләгә бер үҙем йәйәү йөрөп, ай һайын ҙур ғына сумма аҡса таратам. Был юлы Овцевод почтаһы начальнигы Марина апай Никонова дүрт ауылға (Элмәле, Ҡалмаҡ, Ағурҙа, Назар) ике көндә таратырға ҡушып, почта сумкаһын тултырып аҡса бирҙе. Эште Элмәленән башланым.
Билдәле ҡурайсы Камалый олатай Аҡйегетов өйөндә (үҙе Әлебайҙа йәшәй ине), “8 Март” колхозы кәнсәһендә бурысты теүәлләнем дә Ҡаҫмарт аша Иҫке Ҡалмаҡ яғына сығыу өсөн йылға яғына ыңғайланым. Ажғырып ташҡан Ҡаҫмарт ярына килдем дә кәмә йөрөткән Мөслихә апайға бар көсөмә ҡысҡырып, был яҡҡа саҡырҙым. Оҙаҡламай ул килеп тә сыҡты. Аҡса тулы сумкамды ҡулыма ҡымтып тотоп, кәмәгә инеп ултырҙым. Ағастан соҡоп эшләнгән тар ғына кәмәлә, аушаң-аушаң килеп, ҡаршы ярға йөҙөп киттек. Ҡотороп аҡҡан һыу кәмәне борорға, ситкә алып китергә тырыша. Апай ҙа бирешмәй, бар көсө, оҫталығы менән ярға табан ишеүен белә. Бына бер саҡ кәмә көслө ағымға эләкте, ярға ете-һигеҙ метрҙай ҡалғас, уны бороп алып та китте. Ярға яҡынлаған бер мәлдә сумканы бар көсөмә шунда ырғыттым. Ул, йылғаға табан бер-ике әйләнеш яһаны ла яр ситендәге ағас ботағына эләгеп ҡалды. Шул саҡ Мөслихә апайҙың: “Ырғы, мыртый!” — тип ҡысҡырыуы булды, мин кәмәнән һыуға һикерҙем... Һыу ауыҙыма етте, талдарға тотоноп ярға сыҡтым. Шашып аҡҡан йылға кәмәләге апайҙы сайҡалдыра-сайҡалдыра ағыҙып алып китте. Мин ҡотом алынып, яр ситендә торам, нисек ярҙам итергә лә белмәйем... Күпмелер шулай аҡҡас, Мөслихә апай йылғаға арҡыры йығылған ҙур тирәккә һикерҙе, кәмә ағып китте. Бына шулай, йылғырлығы, тәүәккәллеге, ваҡытында дөрөҫ эш итә белеүе арҡаһында ул мине лә, үҙен дә һәләкәттән ҡотҡарҙы! Мең рәхмәт һиңә, Мөслихә апай, йәнең йәннәттә булһын, һине бер ҡасан да онотмам!
Шашҡан Ҡаҫмарт менән икенсе осрашыуым 1966 йылдың шул уҡ май айында булды. Иҫәнғолда йәшәгән Ғәлиулла еҙнәй менән Рауза апайым еҙнәйҙең 50 йәшлек юбилейына саҡырҙы. Фин фронтында, унан һуң Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан алты орденлы (өсәүһе — Ҡыҙыл Йондоҙ), подполковник, сығышы Оло Һүрәм буйындағы Байдәүләт ауылынан булған еҙнәйебеҙ Ғәлиулла Ғәлиарыҫлан улы Моратов һуғыштан һуң ун йыл буйы Үзбәкстанда эшләне. Тәүҙә район, һуңынан ҡала хәрби комиссары булған бик уңған, үҙенсәлекле шәхес бөтөн ғүмерен Тыуған илен һаҡлауға арнаны. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1957 йылда отставкаға сығып, Башҡортостанына ҡайтты һәм ҡарағайҙан бик матур иркен өй һалып, ғаиләһе менән Иҫәнғолда төпләнде...
Төп темаға әйләнеп ҡайтып, яҙмабыҙҙы дауам итәйек. Ул саҡтағы юл йөрөү хәлдәре бик ҡыйын булһа ла (юлдар күтәртелмәгән, капиталь күперҙәр юҡ дәрәжәһендә, автобустар йөрөмәй), ҡәҙерле кешебеҙҙе өйөнә барып хөрмәтләү теләге иң көслө хисебеҙ булғандыр, моғайын. Ике ғаиләнән ун кеше (биш өлкән, биш бала) йыйылдыҡ та ГАЗ-52 машинаһында юлға сыҡтыҡ. Рулдә – совхоздың баш инженеры, кейәүебеҙ Таһир Ғәлиәкбәр улы, эргәһендә оло йәштәге әсәйебеҙ ултыра.
Юлға сығыр алдынан ғына ямғыр яуа башланы. Алда беҙҙе ҙур ҡаршылыҡ көтә, ул – ажғырып ташҡан Ҡаҫмарт йылғаһы. Яҡын-тирәлә ышаныслы бер күпер ҙә юҡ. Әрсүн ауылынан үрҙәрәк Ҡаҫмарт аша бер иҫке күпер барлығын әйттеләр. Сабатар, Аҡбулат ауылдарын, элекке ҙур Назар ауылы урынын үтеп, күпергә яҡын­ланыҡ. Күперҙең был яғындағы байтаҡ аранан һыу ағып ята, юл да күренмәй. Шулай ҙа тәүәккәлләп, күренмәгән юлды төҫмөрләп, шалтыр-шолтор килеп күпергә барып мендек.
Өҫтөнән һыу аға башлаған күперҙең үр яғына абайлабыраҡ ҡараһаҡ, беҙгә табан бик көслө, ҙур тулҡын килә. Ярай шоферыбыҙ ҡаушаманы, газға ла нығыраҡ баҫҡандыр. Күперҙән иҫән-аман сығып та өлгөрҙөк, баяғы ҙур тулҡын күпергә килеп бәрелде лә, уны пыран-заран емереп, ағыҙып алып та китте... Беҙ ҡурҡышыбыҙ­ҙан ни эшләргә белмәй, был фажиғәгә саҡ-саҡ эләкмәй ҡалыуыбыҙға ышанырға ла белмәй, бер килке өнһөҙ ҡалдыҡ...
Бынан 51 йыл элек башыбыҙҙан үткән һәм беҙҙең менән булыуы ихтимал ошо ҡурҡыныс ваҡиға иҫкә төшһә, хәҙер ҙә йөрәгем өшөп, бөтөн йәнем тетрәнә. Хоҙайға шөкөр, күрәһе көндәребеҙ булғандыр.

Ейәнсура районы.


Вернуться назад