Беҙ, Башҡортостандан бер төркөм шағир, бөгөнгө көндә икенсе республикаға ҡараған, тарихтан белеүебеҙсә иһә, Ҡырғыҙ ырыуының ябалаҡ түбәһе башҡорттары нигеҙ һалған Аҡтаныш районына килеп ингәндә, ҡояш арҡан буйы күтәрелгәйне инде. Беҙҙе район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары һәм Татарстандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Данил Сәлихов яҡты сырай менән ҡаршы алды. Туғандаш халыҡтарҙың йолаһы буйынса һәр кемебеҙ менән ҡул биреп, ҡосаҡлашып күрешкәндән һуң беҙ, юлсылар, татар ҡәрҙәштәрҙең самауырҙарын йыға инек инде.Алда беҙҙе көноҙоно мауыҡтырғыс та, шул уҡ ваҡытта бик мөһим дә саралар көтә. Ә һүҙҙең кәттәһенә килгәндә инде, ысынында, беҙ юғалғаныбыҙҙы эҙләп йөрөгән уҙамандар инек барыбыҙ ҙа. Һүҙҙе ялғап әйткәндә, Башҡортостандың һәм Татарстандың Яҙыусылар союздары идаралары рәйестәре Зәки Әлибаев менән Данил Сәлихов ағайҙарҙың уртаҡ фекерҙәре буйынса, ике республиканың йәш ижадсылары ике туғандаш халыҡ өсөн дә берҙәй яҡын, боронғо Аҡтаныш ерлегендә осрашып, танышып, ижади өлгөләре менән уртаҡлашып, фекер алышып, тәжрибә туплап һәм дуҫлашып ҡайтырға тейеш ине. Шулай иттек тә!...
Сараның беренсе өлөшөндә Әнәк ауылына, Татарстандың беренсе Президенты Миңтимер Шәймиевтең атаһы Шәрип Шәймиевкә бағышлап эшләткән йорт-музейына, сәйәхәт барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Әйтергә кәрәк, һәр башҡорт мотлаҡ белергә тейешле мәғлүмәт һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғаны, әлбиттә, ҡәрҙәштәрҙең беренсе Президентының шәжәрә ағасы ине. Үҙебеҙҙең арала кемдеңдер шаяртып: “Татарҙарҙа шәжәрә төҙөү ғәмәле юҡ икән, сөнки кем генә шәжәрәһен төҙөтөп ҡарамаһын, уларҙың барыһы ла башҡортҡа килеп тоташа,” – тип әйтеүе ысындырмы-буштырмы, әммә Миңтимер Шәрип улының тамырҙары, ысынлап та, башҡорттарға килеп тоташа ине.
Йорт-музей менән таныштырыусы һөйләүенсә, Шәймиевтәр Юлай, Сөләймән (1727), Баязит (1770) кеүек башҡорт олатайҙарынан башланып киткән, ә Миңтимер Шәрип улы – уларҙың туғыҙынсы быуыны. Сығыштары менән Силәбе башҡорттары яғынан тип тә өҫтәнеләр.
Шәжәрә беҙҙең өсөн мөһим булһа ла, әлбиттә, беҙҙең Аҡтаныш ерлегенә килеүебеҙҙең сәбәбе ижади кисәлә ине. Тиҙҙән Ҡазан ҡалаһынан йәш татар шағир һәм шағирәләре лә килеп етте һәм Аҡтаныш район мәҙәниәт һарайында ижади кисә башланды. Килгән ҡунаҡтарҙы, урындағы “Ағиҙел тулҡындары” ижади түңәрәге ағзаларын сәләмләп беренсе һүҙҙе, әлбиттә, Татарстандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Данил Сәлихов тотто, артабан уның һүҙҙәрен урынбаҫары Рәмис Әймәтов ялғаны.
Ә артабан сәфәребеҙҙең етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағир Рәшит Зәйнуллин, йолабыҙға ярашлы, ҡурайсыға һүҙ бирҙе. Өфө дәүләт сәнғәт институтының IV курс студенты Айҙар Байтимеров һәр кемебеҙ өсөн ҡәҙерле булған, бигерәк тә халҡыбыҙҙың боронғо ерлегендә “Урал”ды ҡурайҙа уйнағанда, һәммәһе лә аяғүрә баҫып, хөрмәт менән тыңланы. Күпте күргән халҡымдың изге ҡиммәтле ҡурайы алдында бер милләт, бер кешенең дә битараф ҡалмауын ғорурлыҡ менән әйтеп үткем килә. Ә бит сараға Башҡортостандан башҡорт шағирҙары ғына түгел, ә ошо ерҙә үҙ асылын табып ереккән урыҫ, татар, ҡаҙаҡ ижадсылары ла килгәйне. Тимәк, барыбыҙҙы ла башҡорт рухы берләштерҙе...
Әйткәндәй, Яҙыусылар союзы ебәргән йәш ижадсылар Рәшит Зәйнуллин, Гөлнара Хәлфетдинова, Кристина Андрианова, Олеся Әхмәтрәхимова, Руслан Сөләймәнов, Айбулат Сәсәнбаев, Артур Ғабдуллин, Ильяс Сағынбек, Ислам Төхвәтуллин, ҡурайсы Айҙар Байтимеров үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты тулыһынса үтәп, яңы һулыш алып, ике туғандаш халыҡтың милли әҙәбиәтенә яңы ҡараш туплап ҡайтты. Башҡорт һәм татар ижадсыларының сығыштарын тыңлағандан һуң, ике халыҡтың бөгөнгөһө шул тиклем дә оҡшаш, хатта уртаҡ булыуын, бер үк мәсьәлә, бер үк хәстәрҙәр менән солғаныуын асыҡ күрергә була ине. Шуға ла сәфәребеҙҙе етәкләгән Рәшит Зәйнуллин әйтеүенсә, бер-беребеҙҙең ижадынан тәжрибә туплап, ике туғандаш халыҡтың хәстәрен бергә-бергә күтәргәндә, милли әҙәбиәтебеҙҙе яңыса байыта, тулыландыра, йәшәтә алырбыҙ.
Әйткәндәй, был юҫыҡта Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең дә фекерҙәрен билдәләп үтеү урынлы булыр.
Данил СӘЛИХОВ, драматург:
– Ике милләт араһында быуаттар буйы дуҫлыҡ булған, ғүмер-ғүмергә ут алышып йәшәгәндәр, тип әйткем килә. Әҙәбиәтте, шул уҡ музыка сәнғәтен, ғөмүмән, ниндәй генә өлкәне алһаң да, уртаҡлыҡтар күп... Динебеҙ ҙә бер... Һуңғы ваҡытта әҙәбиәтебеҙҙә лә, мәҙәниәтебеҙҙә лә аралашыуҙар һирәгәйҙе. Элек яҙыусыларыбыҙ үҙ-ара тығыҙ аралашҡан, дуҫ йәшәгәндәр, бер-береһенең ижадын өйрәнгән, шатлығын уртаҡлашҡан... Ошо күркәм йолаларҙы аяҡҡа баҫтырыу ниәтенән, йәштәрҙе осраштырып, таныштырып, бер-береһенә ижади әҫәрҙәрен ишеттереп, дуҫлаштырғы килде.
Беҙ һәр ваҡыт дуҫ йәшәргә тейешбеҙ. Һеҙ Башҡортостандан Ҡазанға киләһегеҙ икән, үҙегеҙҙең йәштәштәрегеҙҙе, татар әҙәбиәтенең һәр әҫәрен белергә тейешһегеҙ. Ә беҙҙекеләр һеҙгә бара икән, Башҡортостан әҙәбиәтен дә, сәнғәтен дә өйрәнергә тейеш. Шулай аралашып матур йәшәү зарур.
Өс көнлөк донъя... Ошо донъяла башҡорт халҡының йәш ижадсылары ла үҙҙәренең сағыу тарихын яҙып ҡалдырырға тейеш. Һәм татар яҙыусылары ла... Беҙ – ошо осорҙоң тарихын яҙыусылар. Матур итеп туғанлашып, дуҫ йәшәгәндә генә тарихты яҙып була. Шуға күрә лә милләттәр дуҫлығын теләйем. Һәм, әйтке килә, әҙәбиәттең сиктәре юҡ. Бөтәбеҙ ҙә ҙур-ҙур әҫәрҙәр яҙып, донъяға ишеттереү өсөн ауаз һалһаҡ ине. Беҙ Мостай Кәримде беләбеҙ, уны бөтә донъя уҡый. Хәсән Туфандарҙы, Сыңғыҙ Айтматовтарҙы тотош ғәләм уҡый. Айтматов бит хәҙер ҡырғыҙ яҙыусыһы ғына түгел, башҡорт яҙыусыһы ла, ул татар уҡыусыһының да яҙыусыһы һәм башҡа милләттәрҙеке лә... Шуға күрә лә беҙ ҙә дуҫлыҡҡа, ныҡлыҡҡа, бер-беребеҙҙең ижадын күтәреп, бейегерәккә ынтылырға тейешбеҙ.
Ә инде бөгөнгө йәштәрҙең ижадына килгәндә, беҙ бигерәк тә йәштәргә баҫым яһайбыҙ. Уларҙың китаптарын сығарырға тырышабыҙ. Ни өсөн тигәндә, бөтә әҙәбиәттең киләсәге йәш яҙыусылар ҡулында. Бөгөнгө йәштәрҙең ижадын халыҡҡа, яңы тәрбиәләнеп килгән быуынға еткереүҙе бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Шуға күрә лә ижадсыларҙы йәштәр бүлегенә ҡабул иткәндә лә, иң тәүҙә йәш айырмаһын ҡарайбыҙ, йәш кешенең бөтә тормошо, бөтә ижады алда, шуға күрә лә һәр ваҡыт юлды һәм күпселек иғтибарҙы йәштәр ижадына бирәбеҙ. Матбуғатта йәш кешенең әҫәре баҫылғанын күрһәк, әҫәренең халыҡҡа кәрәклеген, киләсәктә үҫеше буласағын тойһаҡ, артабан инде уның китабын сығарыу тураһында уйлайбыҙ.
Әйткәндәй, Данил Хәбибрахман улының ошо һүҙҙәренән һуң, ысынлап та, башҡорт һәм татар әҙәбиәтенең үткәне күҙ алдына килә. Ярты быуат, бер быуат элек тә, унан алда ла Ҡазан һәм Өфө ҡалалары ошо ерлектә йәшәгән төрки халыҡтар өсөн иң ҙур мәҙәниәт һәм әҙәбиәт үҙәге булып тормағанмы ни?! Зәбих Исҡужиндарҙы, Шәйехзада Бабичтарҙы ғына алайыҡ... Был икәүҙең береһе үлтерелгәндән һуң, уның бер сумаҙан шиғырҙарының сәйер рәүештә Ҡазанда пәйҙә булыуы, Булат Ишемғолдарҙың махсус рәүештә һайлап алып Зәбих Исҡужинды Бабич шиғырҙары артынан Ҡазанға ебәреүе күпте һөйләй түгелме? Һәм ул йылдарҙағы ижади әҫәрҙәрҙең ике халыҡ өсөн дә алтынға бәрәбәр икәнлеген дә... Һәм шулай булғас, ни өсөн бөгөн беҙгә лә, башҡорт менән татарҙың йәш ижадсыларына, үҙ әҫәрҙәребеҙҙе уҡымлы, иң мөһиме, халыҡҡа кәрәкле итмәҫкә? Ике республиканың Яҙыусылар союзы, йәш шағирҙарҙы осраштырып, дуҫлаштырып, ике халыҡтың әҙәбиәте өсөн дә бик ҙур эш башҡарҙы һәм осрашыуҙа ҡатнашҡан ижадсыларҙың иңдәренә бик ҙур бурыс йөкмәтте, миңә ҡалһа... Ә инде эстафетаны ҡабул итеп алған башҡортостандар киләһе йылда инде татар йәштәрен үҙ ерлегендә ҡаршы аласаҡ, башҡорт әҙәбиәте менән яҡындан таныштырасаҡ.
Фәһемле осрашыуҙан киләсәккә яҡты, йылы өмөттәр тейәп ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Беҙҙе тейәгән тимер атыбыҙ Өфөгә ҡарай юл алғанда ал ҡояштың офоҡ аръяғына төшөп юғалыуына энә буйы ғына ер ҡалғайны. Сара барышында ҡурайсының ҡурай моңона ҡушылып уҡыған шиғырым ғына, башҡорт Аҡтанышында йәшәгән милләттәштәремдең күңел ауаздары булып, тынғы бирмәй йөрәгемдә сыңланы ла сыңланы:
Ата-бабам кеүек һулышымдың
Һуңғыһын да бында алаһымын,
Сөнки мин дә ошо ергә тоғро,
Үтә тоғро Башҡорт балаһымын...