Нисә саҡрым юлдар үтеп, барып күрҙек Төркөстанды13.10.2017
Нисә саҡрым юлдар үтеп, барып күрҙек ТөркөстандыТөркөстан тип элек Урта Азия тарафтарында төрки халыҡтар йәшәгән ерҙәрҙе атағандар. Хәҙерге Ҡытай Халыҡ Республикаһының Синцзянь-Уйғыр автономиялы районын Көнсығыш Төркөстан тип йөрөткәндәр. Билдәле ҡаҙаҡ шағиры Мағжан Йомабаев, үҙ әҫәрендә уның төрки халыҡтар өсөн әһәмиәтен билдәләп, ошолай ти:
“Төркөстан – ике донъя ишеге ул,
Төркөстан – ир төрктөң бишеге ул,
Тамаша Төркөстандай ерҙә тыуған
Төрктөң Тәңре биргән насибы ул…”

Был мәҡәләлә иһә Ҡаҙағстан Республикаһының көньяғындағы Төркөстан ҡалаһы тураһында һүҙ барасаҡ. Төрки халыҡтар мәҙәниәтенең әһәмиәтле үҙәге булған был ҡала халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы тарафынан быйыл Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителде. Ошо тарихи ваҡиға айҡанлы бында йыл буйы бик күп әһәмиәтле саралар үткәрелде. Шуларҙың береһе — шағирҙар осрашыуында беҙгә лә ҡатнашырға насип булды.


Төркөстан ҡалаһында үткән быуат аҙағында һәм яңы быуат башында бер нисә тапҡыр булдым. Ул ваҡытта иң уңайлы юл Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкент аэропортынан үтә ине. Ошо форсаттан файҙаланып, унда мәшһүр ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ижады һәм эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынған ғалимдар, шунда йәшәгән яҡташтар менән осрашып, китапханалары менән танышырға мөмкин булды. Юл төрлө риүәйәттәргә бәйле тарихи урындарҙан үтә ине. Ташкент менән Шымкент араһында Ҡаҙығорт тауҙары һуҙылған. Был тирәлә таралған риүәйәттәр буйынса, Нух пәйғәмбәрҙең кәмәһе ошо тауға килеп туҡтаған икән. Шуға бәйләп тау башында кәмә һәйкәле эшләп ҡуйылған.
Был юлы “Шереметьево” аэропортынан Шымкентҡа сәфәргә остоҡ. Мәскәүҙә иһә Ҡазандан йәш яҙыусы, шағир Рифат Сәләхов менән осрашып, юлды бергә дауам иттек. Шымкентта ике тиҫтә йыл элек Урта Азия халыҡтары этнографияһын һәм ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән башҡорт ғалимы Әбүбәкер Диваевтың тормошон тикшереп, уның тураһында китап яҙған Бауыржан Байтанаев йәшәй торғайны. Ҡаҙаҡ ғалимдарының тикшеренеүҙәре һәм тырышлығы һөҙөмтәһендә Шымкентта һәм Алматыла Ә. Диваев урамдары барлыҡҡа килде.
Саҡырған мәлдәрендә Төркөстанда элек булғанымды әйткәс, “Күп йылдар үткән, Төркөстандың нисек үҙгәргәнен күрерһегеҙ”, – тинеләр. Ысынлап та, ҡалаға еткәс, уның яҡшы яҡҡа үҙгәргәне һиҙелде. Ҡаланың бик ҙур булмауына ҡарамаҫтан, бында ҡунаҡханалар артҡан. Үткән быуат аҙағында нигеҙ һалынған Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара университет та төҙөлөп бөткән кеүек.
Ҡунаҡхана тәҙрәләренән мәшһүр Хужа Әхмәт Йәсәүи мавзолейы күренеп тора ине. Аҡһаҡ Тимерҙең әмере буйынса төҙөлгән был мөһабәт архитектура ҡоролмаһы үҙенең ҙурлығы, матурлығы менән һаман да күҙҙең яуын алып тора. XIX быуат аҙағында был яҡтарҙа хәрби бурысын үтәгән Хөснийәр исемле башҡорттоң шиғри әҫәрендә телгә алына:
“ ...Нисә мәнзил (ара) үтеп юлда,
Килеп керҙек Төркөстанға.
Ғәжәйеп хуш ил икән анда,
Хоҙайым әйләһен ярҙам.
...Бар икән анда ҙур мазар,
Аның өҫтөнә япҡандар.
Кирбес менән нығытҡандар,
Хоҙайым әйләһен ярҙам.
Ғәжәйеп бик ҙур икәндер,
Янында мәсете барҙыр,
Уның ҡар(ы)нында ҡаҙандыр,
Хоҙайым әйләһен ярҙам.
Өммәт зыярат белең,
Хужа Әхмәт Йәсәүиҙең
Рәхмәтулла ғәләйһиҙең,
Хоҙайым әйләһен ярҙам.
Һәр тарафтағылар килеп,
Был ҡәбер зыярат итеп,
Вә дәхи һәм ҡорбан салып,
Хоҙайым әйләһен ярҙам...”
Шулай итеп, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Асҡын яҡтарында йәшәгән яҡташыбыҙ, әлегә билдәле булыуынса, башҡорт сығанаҡтарында тәүге тапҡыр Төркөстанды, ундағы Әхмәт Йәсәүи мавзолейын, уның эсендә ултырған диаметры ике метр ярымлыҡ ҡаҙанды бәйетендә бәйән итә.
Әхмәт Йәсәүи яҙған хикмәттәр башҡорттар араһында киң тарала. Әлеге көндә лә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында уның тиҫтәләгән күсермәләре һәм баҫма нөсхәләре һаҡлана. 1921 йылда Өфөләге мосолман педагогия курсы уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары етәкселегендә Урта Азияға урындағы халыҡтың мәҙәниәте менән танышыу маҡсатында экскурсияға бара. Улар ҡайтышлай Төркөстанда туҡтап, Хужа Әхмәт Йәсәүи мавзолейында ла була.
Беҙ ҡатнашҡан сара танылған азербайжан шағиры Мулла Пенаһ Ваҡифтың тыуыуына 300 йыл тулыуға бағышланды. Уның юбилейы айҡанлы “Башҡортостан” гәзитендә төрлө яҙмалар баҫылғайны инде. Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы, Донъя яҙыусылар һәм интеллигенция ойошмаһы, Халыҡ-ара Әхмәт Йәсәүи университеты, өлкә һәм ҡала хакимиәтенең хеҙмәттәшлегендә үткәрелгән осрашыуға Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Ғағауз ере (Молдова) вәкилдәре менән бергә Рәсәйҙең Башҡортостан, Дағстан, Татарстан, Саха (Яҡут) кеүек республикаларынан да ҡатнашыусылар булды. Ә. Йәсәүи университетында үткән рәсми сарала фекер алышыуҙар, шиғыр уҡыуҙар, һөйләшеүҙәр үтте.
Мәҙәни программа ла шулай уҡ бай һәм фәһемле ине. Иң тәүҙә Йәсәүиҙең остазы булған Арыҫлан баба төрбәһен зыярат ҡылдыҡ. Уның символик мәғәнәһе лә бар. Риүәйәттәр буйынса, Аҡһаҡ Тимер Йәсәүигә төрбә төҙөргә ҡуша. Әммә ниңәлер эш бармай. Шунан Йәсәүи уның төшөнә инә. Төшөндә Хужа Әхмәт Йәсәүи “тәүҙә төрбәне остазыма төҙөгөҙ” тип әйтә. Шулай итеп, башта Арыҫлан бабаның мавзолейы, унан һуң Әхмәт Йәсәүиҙеке төҙөлә.
Көн бик эҫе булыуға ҡарамаҫтан, урта быуаттарҙа гөрләп торған Отрар һәм Сауран ҡалаларының емереклектәрен күрергә барҙыҡ. Ҡәлғә һәм эсендәге биналарҙың диуарҙары самандан эшләнгән ике ҙур ҡаланың урынын күреү көслө тәьҫир яһай. Элек килгәндәремдә Арыҫлан баба кәшәнәһендә лә, Отрар ҡалаһы урынында ла реставрация һәм археологик ҡаҙы­ныуҙар бара ине. Хәҙер инде ҡыҙыҡ­һыныусылар өсөн күрергә байтаҡ урындар әҙер. Билдәле археолог Нияз Мәжитов: “Боронғо Өфө ҡалаһының да ошондай ысул менән ҡоролоуы ихтимал”, — тип әйтә торғайны. Хатта Арҡайым кеүек боронғо түңәрәк ҡалаларҙы ла ошо яҡтарға бәйләп тикшерергә кәрәк, ти ине.
Ҡатнашыусыларҙың үтенесе буйынса беҙҙе Һыр йылғаһына алып барҙылар. Төрки халыҡтарының тарихы ошо йылғаға бәйле. Легендар Ҡорҡот атаның ошо йылға буйында кәшәнәһе була. Быуат ярымдан ашыу элек Һырдаръя йылғаһы буйында бик күп башҡорт егеттәре буштан-бушҡа башын һалған. Перовский етәкселегендәге башҡорт ғәскәрҙәренең күргән михнәттәре “Һыр” исемле башҡорт халыҡ йырында мәңгеләштерелә:
“Мендем генә тауҙың, ай, башына
Ҡолан менән болан ауларға.
Ата-әсәйем миңә теләй микән,
Төшмәһен, тип ҡаты яуҙарға.
Ҡамыштарҙан күпер һалыр инек
Һырдаръяны аша уҙырға.
Хәлдәребеҙ етмәй, аслыҡ киҫкән,
Тура килә ултырып иларға.
Һырдаръяҡай буйы, ай, ҡомлоҡтор,
Аттарыбыҙ ерһенеп, түҙә алмай.
Перовский майор фарман бирә,
Һаман алға, тиеп, туҡталмай…”
Сәфәр ваҡытында Төркөстандың мәҙәни көскә эйә булыуын күрһәткән үрнәктәр менән таныштыҡ. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһынан күсеп килеп, бында үҙ аҡсаһына “Сарасөз” (“Төп, асыҡ, аҫыл һүҙ”) тигән журнал сығарыусы Гөлжаз Ҡарыбек ҡыҙының бөтә күңеле ижади эшкә бирелеүе, милләтенә файҙа ҡылырға теләүе — фәһемле миҫал.
Иленә, халҡына ҡарата көслө һөйөүе булған профессор, ғалим Күлбәк Ергөбәк улының фиҙакәрлеген дә мотлаҡ билдә­ләргә кәрәк. Башҡортостан ғалимдары менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан күренекле филолог төрлө донъя халыҡтары телдәрендәге ҡырҡ мең китаплыҡ шәхси китапхана төҙөткән. Унда башҡорт китаптары ла урын алған. Күлбәк ағай китап­ханаһын артабан да байытырға теләүен белдерҙе. Уның китапханаһын күреп хайран ҡалып сыҡҡас, беҙҙе ул төҙөткән музейға ла алып барҙылар.
Заманса йыһазландырылған Бейсенбай Кинйәбайулы тигән ҡаҙаҡ ғалимына бағышланған ике ҡатлыҡ музейҙы күреп, йәнә хайран ҡалдыҡ. Бында ул, мине янына саҡырып: “Кинйәбайулы башҡорт бит ул”, – тине. Ҡаҙағстандың иң абруйлы төркиәтселәренең береһенең башҡорт сығышлы булыуы бик мөһим. “Ҡасан бында күскән икән, үткән быуаттың беренсе яртыһындамы икән, үҙе күскәнме, әллә ата-әсәһеме?” – тип аптырап, Күлбәк Ергөбәк улы бөтәһенә лә аңлатҡан арала һорашырға баҙнат ҡылдым. Ул үҙе түгел, ә ата-бабаһының батша заманында XVI йәки XVIII быуаттарҙа тотҡонлоҡҡа эләккән йә ҡасып килгән башҡорт батыры булыуын аңлатты. Билдәле булыуынса, элекке замандарҙа башҡорттарҙың ихтилал­дарҙан һуң йыш ҡына ҡаҙаҡ далаларына ҡасыуы билдәле. Хатта шул яҡтарҙа, төркмәндәр араһында йөрөп, яңынан тыуған иленә ҡайтыусылар ҙа булған. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Бикбулат ауылында төркмән араһы атамаһының барлыҡҡа килеүен шулай аңлатҡайнылар. Ғалимдың фамилияһы Кинйәбайулы булғас, Пугачев восстаниеһында әүҙем ҡатнашҡан, бола баҫтырылғандан һуң эҙһеҙ юғалған Кинйә Арыҫлан иҫкә төштө. Әлбиттә, уның тоҡомо тип әйтеп булмай. Әммә күп быуаттар элек ниндәйҙер сәбәп менән был яҡтарға күсергә мәжбүр булған яҡташыбыҙҙың нәҫеленән булыуы шикһеҙ. Был мәсьәлә буйынса эҙләнә торғас, К. Ергөбәктең 2011 йылғы Аҡмулла конференцияһында ҡаҙаҡса баҫылған сығышында ла профессор Бейсембай Кинйәбайулының башҡорт тамырҙары булыуын бер һөйләм менән әйтеп үтеүен уҡыным. Киләсәктә был һорауға асығыраҡ яуап табылыр.
Был музейҙа ла башҡорт яҙыусы һәм ғалимдарының фотоһүрәттәре осраны. Башҡорт ғалимдары араһында ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, төркмән әҙәбиәтен, фольклорын, тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәндәр бар. Уларҙың араһынан Әбделҡадир Инан менән Әхмәтзәки Вәлиди донъяла танылған. Ә. Вәлидиҙең портреты Йәсәүи университеты музейына ҡаҙаҡтарҙың күренекле шәхесе Мостафа Шоҡай янына эленгән. Ҡаҙағстанда һәм, ғөмүмән, Урта Азияла беҙҙең аҙ билдәле яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Хатта ҡунаҡхана администраторы ла минең Башҡортос­тандан килгәнлегемде белгәс, әсәһенең Өфөнән килгән башҡорт булыуын әйтте.
Сәфәр ваҡытында байтаҡ күрергә, ишетергә, бик күп кеше менән аралашырға, һөйләшергә, фекер алышырға насип итте. Танылған азербайжан шағиры Мулла Пенаһ Ваҡифтың юбилейына арналған тантаналы сарала ҡатнашыусылар, үҙ-ара дуҫлашып, күңелдәре тулып, рухланып илдәренә таралышты.

https://mc-forvard.ru/specialist/uzdiag/


Вернуться назад