Шатлыҡ бөркөгән майҙанда ҡурай моңо таралды11.10.2017
Шатлыҡ бөркөгән майҙанда ҡурай моңо таралдыҠырмыҫҡа иләүе һымаҡ, Ратуша майҙаны ҡайнап тора. Бында Эстонияла йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре байрамға йыйылған. Донъя кимәленән ҡарағанда, эстондарҙы аҙ һанлылар иҫәбенә индереүселәр бар, әммә урындағы Департаменттан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Эстонияла бөгөн 150 милләт вәкиле йәшәй. Шулар араһында милли батырыбыҙ Салауаттың һуңғы төйәгендә милләтебеҙҙең ҡотон, бәҫен һаҡлаған “Ағиҙел” башҡорт мәҙәниәте ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Уны Салауат Юлаев ордены кавалеры, хөрмәтле яҡташыбыҙ, Баҡалы ҡыҙы Флүзә Хәйруллина етәкләй. Уның саҡырыуы буйынса “Салауат Юлаев вариҫтары” ойошмаһы етәксеһе Виктор Хәкимов, уның хәләле Резида Хәлиулла ҡыҙы, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, улым Хасбулат Абдуллин – дүртәүләп Палдискиға сәйәхәттең икенсе көнөндә Ратуша майҙанында башҡа халыҡ мәҙәниәттәре менән танышабыҙ.

Эстонияға хәҙер йылы яҡтарҙан да ағылалар, шуға тотош халыҡ һаны ғына түгел, төрлө милләт вәкилдәре лә арта бара. Етмәһә, “Евросоюзға ингән илдәрҙә мигранттар һаны тигеҙ бүленергә тейеш” тигән Брюсселдең яҙылмаған ҡағиҙәһе лә бар.
Был дәүләтте бар иткән милләткә ихтирам күрһәтеү йөҙөнән башта улар хаҡында яҙып китәйек. Бөгөн бында 1 317 000 кеше йәшәһә, шуларҙың 900 меңе – эстондар. Әммә тыуымдың кәмеүе, ә ситтән башҡаларҙың ағылыуы һөҙөмтәһендә төп халыҡтың һаны йылдан-йыл аҙая. Эстонияның үҙаллылығы иғлан ителеүҙән алып уларҙың һаны 65 меңгә кәмегән. Бәләкәй күрһәткес түгел, шуға урамдарында тик эстон йәки Европаның башҡа телен генә ишетеү, бер ҡараһаң, ғәжәп күренеш төҫлө. Бында хатта эшкә урынлашҡанда ла эстон телен белеү мотлаҡ. Евросоюз унда ингән дәүләттәрҙең ҡеүәтен һаҡлау маҡсатынан төп халыҡтарҙы, уларҙың телдәрен һаҡлауҙы ла үҙ өҫтөнә алған.
Шатлыҡ бөркөгән майҙанда ҡурай моңо таралдыИлдә, әлбиттә, урыҫтар ҙа етерлек. Ҡасан ғына әле Эстонияның СССР-ҙан тыш йәшәй башлауына – 33 мең кеше үҙен ошо милләттән тип иҫәпләй. Шуныһы бар, мәҫәлән, бындағы урыҫтар үҙҙәренә ҡарата мөнәсәбәттең насар булыуына, эстон телен өйрәнергә мәжбүр итеүҙәренә зарлана. Шул уҡ ваҡытта “Ә ниңә Рәсәйгә ҡайтып йәшәмәйһегеҙ?” тигән һорауға яуап бирергә ашыҡмай...
Һуңғы йылдарҙа бында Украинанан халыҡ ағылыуы күҙәтелә икән. Кемдер эш эҙләй, икенселәр – тыныс төбәк, өсөнсөләр... Әле улар 23 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә.
Алда һанап үтелгәндәрҙән тыш, Эстонияла 120 мең белорус, 7 мең 600 фин, 2 мең 200 латыш, 1 мең 970 йәһүд, 1 мең 945 немец, 1 мең 940 татар, 1 мең 880 литва, 1 мең 670 поляк милләте вәкилдәре йәшәй. 12 мең 770 кеше – бүтән халыҡтарҙан. Эстондарҙан тыш башҡаларҙың мәҙәни, рухи, тел буйынса хоҡуҡтары 1993 йылда ҡабул ителгән Эстонияла йәшәгән аҙ һанлы милләттәрҙең мәҙәни автономиялары тураһындағы законда тупланған. Уларҙа аҙ һанлы булып иҫәпләнеү Рәсәйҙә лә шул милләт күп түгел, тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, башҡорттар – Рәсәй Федерацияһында һан буйынса дүртенсе урында торған милләт. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, илдә 1 миллион 673 мең 389 башҡорт иҫәпләнә, бынан тыш, милләттәштәребеҙ донъяның бик күп илдәрендә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә йәшәй. Ә бына Эстонияла бөгөн, 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 112 башҡорт теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандан сыҡҡан башҡорто ла, татары ла, сыуашы ла, марийы ла, удмурты ла үҙ-ара аралашып, Флүзә Хәйруллина етәкселегендәге ойошма эргәһендә ҡайнап йәшәй.
Шатлыҡ бөркөгән майҙанда ҡурай моңо таралды2005 йылдан Миграция фондының элекке башлығы, әйткәндәй, шағир Пауль-Ээрик Руммо тәҡдиме менән 24 сентябрҙә Эстония халыҡтары көнө, йәғни Эстонияның аҙ һанлы милләттәре көнө уҙғарыла. Тап бына ошо байрамға беҙ ҙә ҡушылдыҡ.
Ратуша майҙанында, һәр милләт вәкилдәренең сәхнәләге сығышы менән бер рәттән, йәрминкә палаткаларында милли ризыҡтар, милли кейемдәр, сувенирҙар һатыу бара, этномәҙәниәт йүнәлешендә үҫешкән бәләкәй эшҡыуарлыҡтың сағылышы ла бар бында. Кейеҙҙән эшләнгән фин тауарҙары эргәһендә үҙемде Ҡырғыҙстанда кеүек хис иттем хатта. Йылы кейемдәр диңгеҙ буйында йәшәгәндәргә лә бик кәрәк. Сифатлы тауарҙарҙы халыҡ эркелеп ала.
Әйткәндәй, Ратуша майҙанындағы байрам Эстонияның мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамы менән ойошторола. Эстония милләттәре берләшмәһе 1993 йылда Аҙ һанлы халыҡтарҙың мәҙәни автономияһы тураһында закон ҡабул иткәндән һуң, бында Президент эргәһендә Аҙ һанлы милләттәрҙең “түңәрәк өҫтәл”е лә эшләй башлаған. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының тәҡдиме менән Аҙ һанлы халыҡтарҙың палатаһы ла булдырылған. Әммә йылдан-йыл был ойошмалар үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатыуға табан бара, тигән хәбәр ҙә бар.
Шатлыҡ бөркөгән майҙанда ҡурай моңо таралдыНисек кенә булмаһын, Ратуша майҙанында ойошторолған байрамда һәр милләт вәкиленә һүҙ бирелде, сәхнәнән тороп Ҡөрьән аяттары уҡыһаң да, үҙ милли асылыңды сағылдырыу өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланһаң да була. Башҡорт теле, шиғриәте, ҡурай, ҡумыҙ моңо ла яңғырап торҙо был көндө.
“Ағиҙел” башҡорт мәҙәниәте ойошмаһы етәксеһе Флүзә Хәйруллина Башҡортостан ҡунаҡтары менән таныштырып, башҡортса һөйләһә, улы Илнур Хәйруллин шунда уҡ уның телмәрен эстон теленә тәржемә итеп, уларҙың дәүләт телендә сәләмдәрҙе тапшырҙы. Үҙ заманында Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡоловтан дәрестәр алған Илнур ҡурайҙа бик оҫта уйнай. Беҙ уға Башҡортостандан алып килгән ҡурай бүләк иттек. Хасбулат менән алмашлап төрлө көйҙәрҙе башҡарыуҙары тамашасы тарафынан ҡыҙыҡһынып ҡабул ителде. Европа әле булһа үләндән моң сығыуын һоҡланып тыңлай, ғәжәп итә.
Ҡурай менән ҡыҙыҡһыныусылар, ысынлап та, һәр ерҙә табылып тора. Яңынан уйнап күрһәтеүҙе һорап, төрлөсә өрөп ҡарап, моңон ишетеп илап ебәргәндәр ҙә табылды. Эстондар бигерәк тә нескә күңелле тип аңланым.
Тамырҙары Хәйбулла районынан булған Рәсүл Ҡадиров ҡумыҙҙа уйнаны. Уға атаҡлы ҡумыҙсыбыҙ Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан музыка ҡоралын тапшырҙыҡ. Өфөлә милли кейем байрамында Федоровка районы оҫталарынан һатып алынған, ошо тантананың ҡото ҡунған түшелдерек Флүзә Хәйруллинаға бик килеште!
Шатлыҡ бөркөгән майҙанда ҡурай моңо таралдыИлеш районының Иштирәк ауылы егете Илшат Халиҡов бында 1979 йылда килеп урынлашҡан. Башҡорт тирмәһенә (милли үҙенсәлекле палаткабыҙҙы шулай атаным!) йәм өҫтәп, этнойәрминкәгә килгәндәрҙе башҡорт мәҙәниәте, ризыҡтары менән таныштырып торҙо ул. Баҡалы районы ҡыҙы Фәүзинә Ғабдрахманова-Ваесова бында 1958 йылда килгән, байрамда халыҡты мәтрүшкәле сәй менән һыйланы. Хәҙер инде Фәүзинә апай – Эстонияның үҙ кешеһе, әммә милли байрамда һәр саҡ әүҙем ҡатнаша икән, ерлелеге менән йәштәргә лә өлгө булып тора. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булған Марат Ғәйнуллин тарихи темаларға бик күп китап баҫтырған. “Эстонская Пушкиниана” йыйынтығы өсөн И. Северянин исемендәге әҙәби премияға ла лайыҡ булған. Таллиндың Уҡытыусылар йортонда беҙ уға Салауат Юлаев хаҡындағы мәҡәләләре өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙыҡ. Ул шулай уҡ “Прибалтийцы на российской дипломатической службе” тигән китап та яҙған.
Өфө эргәһендәге Турбаҫлы ауылында тыуған Әлтәф Әмирйәнов та күптән килеп урынлашҡан. Бала саҡтан диңгеҙгә ғашиҡ егет әрме хеҙмәтен дә моряк булып уҙғара. Ә аҙаҡ инде СССР-ҙағы тәғәйенләнеш буйынса бында эшкә ебәрелә. Ғаилә ҡороп, ул, ҡыҙ үҫтергән ҡатыны менән. Балаларым туған телдә һөйләшмәһә лә, яҡшы аңлай, ти ул. Беҙҙең кеше ҡайҙа ла беҙҙеке булып ҡала инде, тинек Әлтәф менән яҡындан танышҡандан һуң. Ул ваҡытын бүлеп, беҙҙе ҡайтанан Палдискиға алып китте. Вице-мэр Елена Вилльман менән осрашыуҙа ҡатнашты, бергә тупраҡ алдыҡ.
Салауат йөрөгән яр буйҙарына ҡайтанан ҡояш байығанда бағыу, уның кисерештәрен тойорға тырышып, һөргөндәгеләр эшләгән урындарҙы байҡау – былар барыһы ла мөһим ине. Шул ваҡытта хатта сәфәремдең Салауат вариҫы Виктор Хәкимов менән бергә һәм рәсмилектән азат булыуына ҡыуанып та ҡуйҙым. Ундай юлға сыҡҡандарҙың һәр сәғәте, минуты иҫәпле була, сөнки һәр урында ваҡытында сығыш яһарға, сәскә һалырға, рәсми яҙмалар ҡалдырып өлгөрөргә кәрәк. Ә бында беҙҙең һәр минутыбыҙ, сәғәтебеҙ тик беҙҙеке генә ине. Етмәһә, яҡташыбыҙ Әлтәф һәр хәрәкәтебеҙҙе үҙ иркебеҙгә ҡуйҙы. Эстонияның “Ағиҙел” башҡорт мәҙәниәте етәксеһе Флүзә Хәйруллинаға, Әлтәф Әмирйәновҡа, был дәүләттә башҡорт рухиәтен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән һәр яҡташыбыҙға, милләттәшебеҙгә рәхмәт хистәре менән ҡайттыҡ.
Антонида Прокофьева – Ауырғазы районының Журавлевка ауылынан. Төҙөүсе булып эшкә килгән ханым 1976 йылдан алып Эстонияны төйәк иткән. Милләте менән сыуаш ҡатыны үҙ халҡының кейемендә йөрөһә лә, башҡорттар ойошҡан ерҙән китмәне. Ул үҙенең тыуған яғының бер вәкиле булып, Башҡортостан сыуаштары хаҡында ла һөйләне.
Шағирә Зәлилә Ханнанова – сығышы менән Октябрьскийҙан. Уның яҙғандары Мәскәүҙә “Лирика” Бөтә Рәсәй йыйынтығында донъя күргән. Туған телдә аралашыуға, әҙәбиәт хаҡында үҙебеҙсә һөйләшеүгә һыуһаған ханым менән киләсәктә әҙәби майҙандарҙа ла осрашырға яҙһын. Уның шиғырҙарын да гәзит уҡыусыларға тәҡдим итербеҙ әле.
Таллинда йәшәгән сыуаш яҙыусыһы Дина Гаврилованың әҫәрҙәре геройҙары – Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәре, яҡташтары, төрлө халыҡ вәкилдәре. Ул быйыл китаптарының исем туйын республикабыҙҙа ла үткәргән. Киләсәктә ҡыҙыҡлы хикәйәләренең береһен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итербеҙ әле.
Дина беҙҙе СССР-ҙың билдәле режиссеры, сценарист Андрей Тарковскийҙың “Сталкер” фильмы төшөрөлгән Ягала шарлауығына алып барҙы. Һигеҙ метр бейеклектәге был һыу ҡомартҡыһы, фильмдағы һымаҡ, бик үҙенсәлекле урын. Әйткәндәй, ул 1959 йылдан дәүләт ҡурсауына алынған. Шуныһы ҡыҙыҡлы булды: заманында ошо фильмды ҡарап, ғәжәп тәрән тетрәнеү кисереп, “Ҡыйыҡһыҙ хыял” тигән шиғыр яҙғайным. Был күренеш шул кисерештәр, шул фильм, шул шиғыр менән яңынан осраштырҙы. Донъяла бер нәмә лә юҡтан ғына түгел, һәр осрашыуҙа, һәр сәхифәлә ишара бар...
Ратуша майҙанында саралар тамамлана барыуға, Уҡытыусылар йортонда сығыштар башланды. Бында ла Башҡортостан вәкилдәренә айырым һүҙ бирелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты Флүзә Хәйруллинаға, Фәүзинә Ғабдрахманова-Ваесоваға тапшырылды. Беҙҙең ҡайҙан килгәнде сығышыбыҙҙан белеп, Мишкә районынан сыҡҡан мари ҡатыны кескәй балалары менән килеп күреште. Таллиндың мари ойошмаһы етәксеһе, философ фәндәре докторы Людмила Ямурзина ине ул. Ш. Бабичтың тамырҙары булған Мишкә районы мариҙарына минең үҙ мөнәсәбәтем – заманында район хакимиәттәре башлыҡтары алмашынғанда береһе, ауыл Советы етәксеһе лә, мари милләтенән ине – улар Ш. Бабичтың исемен мәңгеләштереү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне. Ихласлыҡ күрһәтеп һүҙ ҡушҡан яҡташыбыҙ яҡшы белә: бөтә донъяла мари мәҙәниәте тап Башҡортостанда яҡшы һаҡланған. Шуны тойҙом: ситтә йәшәгән һәр яҡташ, милләттәш өсөн Башҡортостан – иң изге, күҙҙән йәш һарҡылдырған, әйтеп тә аңлатып бөтөрөрлөк булмаған изге төйәк!
“Башкиры”, “Башҡорт шиғриәте антологияһы”, З. Нурғәлиндең башҡорт теле хаҡындағы, Тамара Ғәниеваның Салауат Юлаев хаҡындағы драматик әҫәре ингән башҡорт, урыҫ телендәге шиғри йыйынтыҡтары, “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзиттәре унда йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күңелдәре бойоҡҡанда, рухи ҡеүәт эҙләгәндә кәрәкле һүҙ табылырлыҡ булһын! Хәйер, улар үҙҙәре ҡеүәтле, Салауат рухы менән һуғарылған ерҙә йәшәй!

Эстон Республикаһы,
Таллин ҡалаһы.


Вернуться назад