“Һүҙ аяуһыҙ, һүҙ хөкөмдән өҫтөн”10.10.2017
Фәһемле_фекерҙәр

Һәр йырҙың – үҙ көйө, һәр һүҙҙең – үҙ яйы.
Ғайса Хөсәйенов.

* * *

Ҡағыҙға төшкән һүҙ оҙаҡ йәшәй.
Рәшит Шәкүр.

* * *

Һүҙ – боронғолоҡ аһәңе,
Боронғолоҡ йәдкәре.
Тамара Искәндәриә.

* * *
Яңы һүҙ әйт, йылмайып әйт –
Шунда донъяның йәме.
Йәшәүеңдән милләтеңдең
Нурланһын рухи шәме.
Рауил Шаммас.

* * *
Булмаһа һүҙ эйәһенең
йөрәгендә ҡуҙ,
Үтә мөһим һәм арбағыс
яңғырамаҫ һүҙ.
Һибәтулла Сәлихов.

* * *
Күпме генә һелтә, тоҫҡама,
Ҡорал ала алмай һәр ирҙе.
Бер һүҙ йыға ҡапыл аяҡтан:
Күтәрә алмай ир-ат йәберҙе.
Риф Мифтахов.

* * *

Һүҙ – уҡ. Мәргән ат һин уны,
Теймәй ҡалмаһын.
Яуыз йәнгә, үтен һытып,
Барып ҡаҙалһын.
Рәшит Шәкүр.

* * *
Абайлап ат: һүҙ – уҡ!
Шул да иҫтә булһын:
Күккә атҡан уҡ та
Ергә тейә, дуҫым.
Рәшит Назаров.

* * *
Һүҙ – бөйөк! Кеше рухын
Күктән ергә ул еткерә.
Йә күтәрә ерҙән күккә,
Йә төшөрә аяҡ йөҙлөгөнә.
Фәнил Күзбәков.

* * *
Ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер
Һүҙ тотоп тора илде;
Көндән яҡты, төндән серле
Һүҙ тотоп тора илде.
Әнүр Вахитов.

* * *
Ҡағыҙға теркәлмәгән һүҙ үлә.
Александр Филиппов.

* * *
Дуҫың әйтһә тура һүҙ,
Йөрәк әрнеүенә түҙ.
Файыҡ Мөхәмәтйәнов.

* * *
Һүҙе аҫылдарҙың халҡы аҫыл,
Буш һүҙ осһоҙлата халыҡты.
Бәҫле һүҙҙәр менән һаҡлап була,
Яҡлап була ирек, хаҡлыҡты.
Әнисә Таһирова.

* * *
Һүҙең яман булмаһын,
Яман һүҙ йән биҙҙерә.
Мостай Кәрим.

* * *
Өҫкә яуһа яман һүҙҙәр,
Өрлөктәй ирҙәр ауа.
Ҡадир Әлибаев.

* * *
Бәхетлемен, кешеләрем,
һеҙ булғанға,
Бәхеттең мин тәхетендә –
һүҙ булғанда.
Рәшит Шәкүр.

* * *
Шаян һүҙ телде матурлай.
Ғайса Хөсәйенов.

* * *
Бейҙең һүҙе бейектән,
Халыҡтыҡы – белектән.
Мәүлит Ямалетдин.

* * *
Кисеү бирмәҫ һыу булмаҫ,
Һәр әйткән һүҙ ыу булмаҫ.
Сәрүәр Ғәләүетдинов.

* * *
Мәҡәл һүҙе фәһем бирә –
Халыҡ һүҙе алдамай.
Айһылыу Ғарифуллина.

* * *
Аҡылы – аҡылға һайыҡҡан,
Хәтере лә – хәтерһеҙ...
Бәлки, ҡай саҡ дөрөҫтөр ҙә
Әйтелмәһә әйтер һүҙ.
Лилиә Сәғиҙуллина.

* * *
Күҙ тейеүҙән яманыраҡ
Һүҙ тейеүе.
Бул һағыраҡ.
Рауил Бикбаев.

* * *
Кешеләргә бер йылы һүҙ етә,
Ул һүҙ булһа ысын йөрәктән.
Назар Нәжми.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.


Вернуться назад