Телем“Эй, Туған тел!..” — тип Туҡайса
Йән атҡандар кем әле?!
Әйләнәме ихтыяжға
Туған телемдең хәле?!
Һис юғында миндә йәшәр
Һөйөклө Туған телем.
Йән үҙ телендә һөйләшер,
Йыҡҡас та мине үлем.
Миндә бары үҙ телемдә —
Һөйөнөү, көйөнөү ҙә,
Хыялдарым, өмөттәрем,
Һөйөлөү... һүгелеү ҙә.
ХаҡтарХаҡтар саба беҙҙең алдан,
Ҡыуып тоторлоҡ түгел.
Ерләү хеҙмәттәренә лә
Хаҡ артҡан, тиҙәр бөгөн.
Йәшәгеләр килә лә ул,
Әжәлдәргә төкөрөп,
Дарыуҙарға хаҡтар арта,
Нервыларҙы бөтөрөп.
Ауырыуҙар нервынан, тип
Күпме сирҙәр атала.
Сырхауҙарға бар бер дарыу —
Ул әжәл тип атала.
Ер йөҙөндә бар нәмә лә
Хаҡҡа барып бәйләнә.
Ер генә ҡояш тирәләй
Хаҡ һорамай әйләнә.
ТупһаларИрек ағайға.
Беҙ йылынған мейестәр ҙә юҡ инде,
Тәпәй атлап киткән иҙәндәр...
Тупһа ла юҡ, атай-әсәйҙәр ҙә
Шул тупһанан сығып киткәндәр.
Күп тупһалар булды ғүмеремдә –
Абынғаным, атлап үткәнем,
Булды мине ергә төшөргәне,
Булды унан күккә менгәнем.
Ваҡыт еткәс, яҙмыш мәңгелеккә
Ҡайһы тупһанан алып сыҡһа ла,
Бәлки, йәнем урап ҡайтыр әле
Тәпәй атлап сыҡҡан тупһаға...
Ҡайтыр инемЙылдарҙың буранынан,
Юлдарҙың урауынан
Ҡайтыр инем йәшлегемә.
Етәкләшеп һинең менән,
Бер генә кис уҙыр өсөн
Ауылым урамынан.
Йылдарҙа буран ғына,
Юлдар ҙа урау ғына...
Ҡултыҡлашып уҙғанда ла
Урамдар беҙҙе танымаҫ —
Маңлайҙарҙа йыйырсыҡтар,
Сәстәрҙә ҡырау ғына.
***
“Шағир йөрөй урам буйлап,
Йылынып йыры менән”.
Салауат Әбүзәров.
Урам буйлап берәү килә —
Асыҡ пальто иҙеүе.
Был һыуыҡта тирләп-бешкән
Әбүзәров үҙеме?!
Ул йылына йыры менән
Гиҙгәндә урамдарҙы...
Йәлләп ҡуйҙым шул минутта
Йыры булмағандарҙы.
Асфальт һалаларТырышып асфальт һалалар
Ауылым урамында.
Күршеләр менән шул хәлде
Күҙәтеп торам бында.
Таҡыр юлдар кәрәк уныһы...
Прогресс белә нишләрен.
Тик асфальт аҫтында ҡала
Тәпәй баҫҡан эҙҙәрем.
...Ҡыҙышып асфальт йәйәләр —
Бәғерҙе өшөтөрлөк.
Күҙҙәремдә ҡайнар йәшем —
Асфальтты иретерлек.
***
Ситән буйындағы әрәмәлә
Сабый саҡтан бирле шул иҫтә:
Әбейемдән ҡасып һоро тауыҡ
Себеш сығарғаны бер тиҫтә.
...Аҙбар урынында таш өйөмө,
Ситән ауған инде бик күптән.
Әрәмәлә һыҙғырышҡан елдән
Себеш тауыштары ишетәм.