Аллаһ өсөн ҡәҙерлеһе — күңелегеҙ, ғәмәлегеҙ06.10.2017
Аллаһ өсөн ҡәҙерлеһе — күңелегеҙ, ғәмәлегеҙБеҙ үҙебеҙҙең мосолман балалары икәнебеҙҙе, иң изге китабыбыҙ “Ҡөрьән” булғанлығын белеп үҫтек. Беҙҙе диндән нисек тә ситләштерергә, аллаһыҙҙар итеп тәрбиәләргә тырышһалар ҙа, быуаттар буйына халҡыбыҙ күңелендә һаҡланған әхлаҡи хазиналар ололарҙан беҙгә лә барыбер күскәйне. Шулай ҙа Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән ҡалған бөйөк хазина — хәҙистәр тураһында үҫкән сағыбыҙҙа бөтөнләй тиерлек белмәнек.
Миңә хәҙистәрҙе тәү башлап яңы быуат, яңы мең йыллыҡ башланғанда Башҡортостан радиоһынан беренсе ҡабат ишетергә, пәйғәмбәребеҙҙең аҡыллы һүҙҙәренә хайран ҡалырға насип итте. Шунан һуң мин хәҙистәрҙе эҙләй, уларҙы башҡортса шиғырға әйләндерә башланым. Матбуғатта баҫылып сыҡҡас, уларҙы уҡыусылар бик яратты. 2001 йылда “Йөҙ ҙә бер хәҙис” тигән китабым донъя күрҙе. Шунан һуң икенсе, өсөнсө йыйынтыҡтар таралды. 2008 йылда башҡортса һәм русса “Өс йөҙ ҙә өс хәҙис” (“Триста три хадиса”) тигән китабым уҡыусыларға барып етте. Уларҙы баҫтырыуҙа ярҙам иткән ватандаштарыма һаман да рәхмәт уҡыйым.
Хәҙистәрҙәге тәрән фекерҙәр, тапҡыр һүҙҙәр һәр саҡ үҙенә тарта икән. Уларҙан айырылғаным юҡ, эшем дауам итә. “Өс йөҙ ҙә өс хәҙис”кә өҫтәп, мин уларҙың һанын ете йөҙ ҙә етмеш етегә (777) еткерҙем. Улар матбуғатыбыҙ аша ла, “777 хәҙис” тигән айырым китап булып та диндәштәремә барып етһен ине.

Рауил БИКБАЕВ.

* * *
Ҡиәмәт еткән көндө бер үҫенте
Ҡулында бар икән берегеҙҙең,
Маҡсат итһен ошо үҫентене
Ергә ултыртырға өлгөрөүҙе.

* * *
Турғайға оҡшатырлыҡ шул
Кеше йөрәген.
Көнөнә ете төрлөгә
Тора үҙгәреп.

* * *
Бурысҡа батыу –
Дәрәжәңде юғалтыу.

* * *
Атайың дуҫтары менән
Үҙең дә дуҫлыҡ булдыр.
Атаға тоғро ул өсөн
Иң яҡшы дуҫлыҡ шулдыр.

* * *
Яңы мәсет күберәк ҡалҡһын,
Һәр ҡалағыҙ торһон балҡып.

* * *
Һарыҡ аҫра күберәк,
Был мал бәрәкәт бирә.

* * *
Етемдәрҙе башынан һөйөп
Ашатырға ҡушығыҙ.
Шул саҡ күңелегеҙ йомшарыр,
Үтәлер йомошоғоҙ.

* * *
Етемдәрҙең малын
Сауҙала йөрөт.
Зәҡәт тик ашауға
Китмәһен бер үк.

* * *
Килешеү менән бөтһөн дошманлыҡ,
Шунһыҙ Аллаһтың асыуы яман ныҡ.

* * *
Саҡырһалар үҙ күреп,
Бармай ҡалмағыҙ бер үк.

* * *
Ете төрлө енәйәттән
Ҙур бәлә килеп сыға.
Аллаһҡа ширеҡ1 өҫтәлә,
Ышанма сихырсыға,
Хаҡһыҙға кеше үлтермә,
Ашама етем малын.
Риба2 итмә, ҡурҡышыңдан
Ташлама яу яланын.
Тоғро мөъмин ир ҡатынын
Хурлама, яла яғып.

* * *
Ғәйебең өсөн берәү һүкһә,
Ҡаршы әйтеп, шау күтәрмә.
Юл ҡуймасы шау-шыуға.
Файҙаһы – һиңә, яҙығы – уға.

* * *
Малдары һәм холҡо менән
Һинән өҫтөндәр ҙә бар бит.
Ҡыҙығаһыңдыр. Тик үҙеңдән
Түбәндәргә иғтибар ит.

* * *
Үлгәндәрҙең һөйләгеҙ гел яҡшылығын,
Күрмәнегеҙ, белмәнегеҙ насар ҡылығын.

* * *
“Яҡшы кеше!” тиһә күршеләрең
Һинең хаҡта, тимәк, һин яҡшы.
“Шаҡшы кеше!” тиһә күршеләрең
Һинең хаҡта, тимәк, һин шаҡшы.

* * *
Иң яҡшы кәсеп вә иң уңған сауҙа –
Һәр эште үҙ ҡулың эшләһен тәүҙә.

* * *
Мәшһүрлектә маҡтаныша,
Туғанына хыянат ҡыла,
Йондоҙ һанай, үлгәндәрҙе
Оҙатып ҡала, аҡырып илап –
Яһилияттан ҡалған яман,
Өммәтемдә бөтмәй һаман.

* * *
Фәҡир булма, етеш йәшә,
Золом ҡылма, күрмә золом.
Тик Аллаһҡа һыйынып ҡына
Бәләләрҙән ҡотолорһоң.

* * *
Ихластарҙы күп күрерҙәр
Үҙе ихлас – эскерһеҙҙәр.

* * *
Ғәҙел ҡазый – хөкөмдарҙың
Изге эшен Аллаһ таныр.
Ҡанундарҙы боҙған ҡазый
Шайтандарҙан юлдаш табыр.

* * *
Аллаһты һис ҡыҙыҡтырмаҫ
Малығыҙ менән йәмегеҙ.
Аллаһ өсөн ҡәҙерлеһе —
Күңелегеҙ, ғәмәлегеҙ.

* * *
Яуыз күршеһенең йәнен
Хоҙай алғанға саҡлы
Сабыр ғына түҙгән берәү –
Аллаһ шул кеше яҡлы.

* * *
Рәсүл икәнемде белдем:
Мин бит ләғнәт өсөн түгел,
Рәхмәт өсөн ебәрелдем.

* * *
Ҡурҡаҡ сауҙагәр
Ризыҡтан яҙыр.
Ҡыйыу сауҙагәр
Байлыҡтар табыр.

* * *
Әйтәйемме арағыҙҙа
Кем изге лә кем яман?
Кемдән көтөлә тик яҡшылыҡ –
Шул изге. Йәннәт – таман.
Кемдән көтөлә тик насарлыҡ –
Тамуҡ утында яна.

* * *
Сауҙа эшендә артыҡ күп
Ант итмәгеҙ, файҙа көтөп.
Башта ант файҙа килтерер,
Файҙаны аҙаҡ юҡ итер.

* * *
Бер ҡатындың өс балаһы
Булһа вафат,
Шулар йәне әсәләрен
Уттан һаҡлар.

* * *
Аш алдынан һәм ашағас
Йыуһаң ҡулың,
Ризыҡтарға бәрәкәттең
Асыҡ юлы.

* * *
Зәғифтәргә йомшаҡ булһа, атаһына,
Әсәһенә шәфҡәтле булһа,
Ярҙам итһә хеҙмәтсегә –
Ошо өсәү йәннәттәрҙә рәхәт сигә.

* * *
Был өс эште һәр мосолман үтәү тейеш:
Ваҡыт табып, ауырыуҙың хәлен белеш.
Йыназаға бар, вафат булғас таныш
бәндә,
“Йәрхәмбикалла!” тип телә сөскөргәндә.

* * *
Әсе боҙа балды,
Көнсөллөк – иманды.

* * *
Шул өсәүгә ҡиәмәт көндө мәрхәмәт юҡ:
Ата-әсәһенә бала ҡамасаулай,
Ҡайһы ҡатын ир хоҡуғын үҙенә даулай,
Яман ҡатынын өйөнән ир ҡыуа алмай.

* * *
Ярлы көйө ҙур ғаиләһе донъя көтә –
Был бит ирҙән көс, сабырлыҡ талап итә.

* * *
Изгеме, ҙур гонаһлымы әмирең,
Ул бойорғас, инәһең шул һуғышҡа.
Изгеме, ҙур гонаһлымы иманың,
Уның менән намаҙ уҡырға ҡушҡан.
Изгеме, ҙур гонаһлымы был мөьмин –
Вафат булғас, йыназаһы тейеш бит.

* * *
Бала таба, тәрбиәләй
Яратып та, йәлләп тә,
Намаҙға ла таба ваҡыт,
Ире лә ҡәнәғәт ҡатын –
Урыны изге йәннәттә.

* * *
Яҡшы уй, яҡшы ғәҙәт –
Үҙе доға, ғибәҙәт.

* * *
Яманлыҡҡа нәфрәтләнһә,
Йәннәт юлын үтер бәндә.
Нәфсеһен тыя алмаһа,
Урыны булыр йәһәннәмдә.

* * *
Аллаһ юлында тик бер төн
Һаҡта тороу уяу, зирәк,
Мең намаҙҙан, мең көн тотҡан
Ураҙанан хәйерлерәк.

* * *
Шөкөр итеү тейеш булыр,
Юғалтыуҙан һаҡлап торор.

* * *
Донъя йәшел гүзәллек бит,
Алһын кеше тейешен генә.
Нәфсеһен тыя алмаһа,
Уттан ҡотолоу юҡ кешегә.

* * *
Иң ҙур иман ошо дүртәү:
Үтәү диндең талаптарын,
Риза булыу тәҡдиреңә,
Тәүәккәллектә ихлас бул,
Буйһон Раббыға – тәңреңә.

* * *
Һау-сәләмәт торҙом иртән,
Тыныс көнөм, имен илем.
Кискә тиклем ризығым бар –
Шөкөр, шөкөр, бәхетлемен.

* * *
Ризыҡ килеп тора икән
Әле белгән шөғөлөңдән,
Ҡәнәғәт бул шул кәсепкә,
Оҫтара бар көндән-көнгә.

* * *
Ике сифатыңды Аллаһ хуш табырлыҡ:
Беренсе – йомшаҡлыҡ, икенсе –
сабырлыҡ.

* * *
Башҡаларҙың эшен ҡайғыртып йөрөүсе –
Был бәндә Аллаһтан мәрхәмәт күреүсе.

* * *
Аллаһ юлындағы малды
Хаҡһыҙ тотонғандар
Ҡиәмәт булғанда
Ут ғазабында.

* * *
Теле менән дә тырышып,
Ҡылысы менән дә тырышып,
Эшләр эшен
Мөьмин кеше.

* * *
Фетнәләрҙән ситтә булған,
Ауырлыҡҡа түҙгән сабыр
Бәхетен табыр.

* * *
Аллаһ ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ,
Мохтажлығын күреп.
Ҡайғыларына бәрәбәр
Сабырлыҡтар бирер.

* * *
Тәрән хистәр тетрәндергән саҡта
Сабырлығың торһон тоғро һаҡта.

* * *
Боҙоҡлоғонан һаҡланып,
Халыҡ ваз кискән кеше
Тамуҡта иң ямандарға
Тейеш урынға төшөр.

* * *
Боҙоҡлоҡтар һәм боҙоуҙар
Динебеҙгә беҙҙең ят.
Тик күркәм холоҡлоларҙы
Туплай бит Исламиәт.

* * *
Ихсанлы3 бул, ярҙамсыл бул.
Аллаһ мөхәббәтен яулар
Ярҙамсылдар, ихсанлылар.

* * *
Тик нығытыр иманыңды
Өндәшмәүең, оялыуың.

* * *
Мәжүсигә, һис хаҡһыҙға
Кеше ғүмерен ҡыйыусыға,
Мөьмингә яла яғыусыға,
Һуғышты ташлап ҡасыусыға.
Ялған менән ант ҡылыусыға –
Был бишәүгә булмаҫ ғәфү.

* * *
Һеҙ хөрмәт иткән,
Һеҙҙе лә хөрмәт иткән,
Һеҙ йылытҡан,
Һеҙҙе лә үҙ йылыһында йылытҡан
Башлыҡтарығыҙ – иң күркәмдәре.
Һеҙ асыу тотҡан,
Һеҙгә лә асыу тотҡандар,
Һеҙ ләғнәт иткән,
Һеҙгә лә ләғнәт яуҙырғандар юҡтан,
Был башлыҡтарығыҙ – иң ямандары.

* * *
Һаранлыҡ һәм яман холоҡ –
Бирелмәҫ был ике сифат
Мөьмин кешегә бер юлы.

* * *
Ғибәҙәттә ярҙам итешер,
Китһәң онотоп, иҫеңә төшөрөр
Иң изгеһе шул иптәшең.

* * *
Кемдең ҡулынан һәм теленән
Мосолмандар һау-сәләмәт була,
Мөьминдәргә изгелектәр тула.

* * *
Шул етәүҙе уттан һаҡлар:
Кемдәр мәсет юлын тапар,
Бай, матур ҡатын саҡырһа,
“Алланан ҡурҡам!” тип яуаплар,
Аллаһ хаҡына ике ир –
Тоғро дуҫтар булыусылар,
Харам тигән нәмәләрҙән
Ҡараштарын бороусылар,
Аллаһ Тәғәлә юлында
Һаҡта уяу тороусылар.
Хоҙайҙан ҡурҡып, йәшләнер күҙе
Етәкселәрҙең ғәҙеле.

* * *
Тырышығыҙ белемдәрҙең
Тик файҙалыһын алмаҡҡа.
Файҙаһыҙ, насар ғилемдән
Һыйынығыҙ тик Аллаһҡа.

* * *
Ғәфү үтен һәм тыныслыҡ
Аллаһ Тәғәләнән һора.
Инаныуҙан һуң тыныслыҡ –
Хәйерлерәк тағы ни бар?

* * *
Яуызлығы, теле менән
Башҡаны ҡурҡытҡан
Ҡиәмәт көнөндә яза –
Ҡотола алмаҫ уттан.

* * *
Намаҙҙы яңғыҙ уҡыуҙан
Йәмәғәт менән бергә уҡыу
Егерме ете тапҡыр артыҡ,
Ҡуймайыҡ шуны онотоп.

* * *
Ҡатын-ҡыҙға буйһонған ир —
Юҡҡа сыҡҡан, буйы һынған ир.

* * *
Килгән саҡта ауырлыҡ,
Уның иң тәүге мәлендә
Иң кәрәге – сабырлыҡ.

* * *
Йоҡо тәмле бигерәк таңда,
Шул саҡ ризыҡ ҡасыр яндан.

* * *
Һәр мосолман ҡалһын күберәк белем
алып,
Шуны теләй хатта диңгеҙҙәге балыҡ.

* * *
Ғибәҙәттән өҫтөн белем,
Диндә төп таяныс-ғилем.

* * *
Ғалимдарға Аллаһ ҡушҡан:
Ил йәшәһен имен тормошта.


Вернуться назад