Аңлы халыҡ – аяҙ таңлы халыҡ04.10.2017
– Ярһытҡанһың бит йыртҡысты, шилма. Көрәшеп маташҡан булдыңмы әллә? Хәҙер һине ялпаштыра һуҡмайынса китмәй ул, — тинем. Айыу ҡапҡаға емерә яҙып һуға. Айыу бейетеүсе йөрөй, ни эшләргә белмәй аптырап. Байтаҡ ваҡыт үткәс, айыу аҙыраҡ тынысланды шикелле, хужа ир уның эргәһенә килеп башынан һыйпаны, тоҡсайынан ваҡланған шәкәр киҫәге алып ҡаптырҙы. Үҙенә генә билдәле тылсымы булғандыр инде, ярһыуын тамам баҫты, Тылсымы булмаһа, айыуҙың ярһыуын баҫырһың, баҫмай ҙа.
– Тылсым тип, айыу бейетеүсенең күҙ ҡарашы зәһәр булған, тиҙәр. Ысынмы-бушмы, халыҡ бишкә түкмәстереп сурытып ебәрәме – өйләнгәс, бисәһенә үҙенең күҙе тейеп йонсота башлағас, ауырыуға әйләнеп китә яҙған да айырылып ҡасҡан, ти. Шунан башҡа өйләнмәгән дә ҡуйған, тиҙәр. Ярай, уныһы һүҙ араһында. Зыяйетдин ағай, тағы ниңә көрәшеп маташты һуң теге батыр? – тип һорау менән тамамланы һүҙен Әбделхәй ҡайнаға.
– Өгөтләп сығарҙыҡ. Юғиһә айыу ауылдан китмәҫ ине. Ул алдына алғанды ҡуймай. Әле еңмәһә лә, аңдып йөрөп, ҡасан булһа ла үлтерә һуғып китеүе ихтимал. Еңгәнгә тиклем күҙәтә йөрөй ти ул ҡорбанын. Еңелеп ҡуймаһаң, булмаҫ, – тинек. Минең бик хәтәр айыу бысағым бар ине. Ул-был була ҡалһа, әҙер торормон тип, уның менән бергә сыҡтым. Был юлы көрәш оҙаҡ барманы – еңеүсе алдан билдәле ине. Айыу тынысланды.
Был ваҡиға мине уйландырҙы. Ысынлап та, һин һәр ваҡыт еңеүсе булырға тейешһең, тигән аң ҡайҙан килә айыуҙарҙа? Айыу еңмешлеге – тәрбиәнән түгел, ә ҡанға һалынған аң.
Ҡолон
Белорет районының Йөйәк ауылында йәшәгән саҡта булған бер ваҡиға иҫтә һаҡлана. Бер саҡ, яҙғы ташҡын ваҡытында, йылға аҫтындағы суйыр таштарға ла, бер-береһенә лә ҡаҡлығып, әллә ниндәй сәйер тауыштар сығарып боҙ китә башлаған мәлдә, өс-дүрт аҙналыҡ ҡына ҡолон Инйәргә төшөп киткән. Ҡолондоң төшөүе булған, артынан бейә ырғыған. Халыҡ шаулашып яр буйына йыйыла башлағанда, мин мәктәптән эштән ҡайтып килә инем. Яр текә. Ағым көслө. Эре-эре боҙҙар бер яҡтан – кешеләрҙе, икенсе яҡтан ҡолон менән бейәне ярға яҡын ебәрмәй. Яр ҙа ишелеп төшөрҙәй генә. Бейә үҙе һыуҙың ташҡын яғынан йөҙә, ҡолонон томшоғо менән ярға табан этәргән була. Ҡолонҡайҙың башы саҡ-саҡ күренеп ҡала, алыҫтан тырпайып ике ҡолаҡ ҡына күҙгә салына. Яр буйлап тағы бер ат ярһып сабып үтеп китте. Ни эшләп ҡотҡарышмайһығыҙ, тигән кеүек тойолдо уның ҡарашы. Ат күҙендә йәш күргәнем юҡ ине. Әле уның күҙендә йәш сағылып ҡалғандай булды. Шаулашҡан-сыулашҡан халыҡты ярға яҡын ебәрмәйҙәр, ҡолондо ҡурҡытып ҡуймағыҙ, тиҙәр. Ә егеттәр Инйәрҙең һөҙәк яры яғына йүгерҙе. Ҡатындар ҡолондо йәлләй, иҫән ҡалырына ышанмай ҙа башланы. Бына бер саҡ, байтаҡ араны үтеп, бейә менән ҡолон ярҙың һөҙәк еренә килеп етте. Егеттәр боҙҙан боҙға һикереп, ҡолонҡайҙың ҡолағынан эләктереп өлгөрҙөләр ҙә, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен һәм ҡолондо тартып та сығарҙылар. Ирҙәр ҡолон менән бейә өҫтөнә толоп ябындыра һалды, ашыҡтырып ҡаршылағы ихатаға алып инеп китте. Бейәһен – һарайҙа, ҡолонон өйҙә араҡы менән ыуып, йылындырып ҡотҡарып ҡалғандар. Яр буйынан улар өсөн көйөп-янып сабыулап йөрөгән бейә тегеләрен сығарғанды ҡапҡа төбөнән китмәй көтөп алған.
Әсәлек тойғоһо ниндәй ғәжәп! Балаһы өсөн утҡа ла инә, һыуға ла ташлана. “Үҙ бауырым” тигән тойғо аңға тәбиғәттән үк һалына. Ҡолонон ҡотҡарырға тип боҙло һыуға ташланған инә бейә... Уның хәүефен аңлап, кешеләрҙән ярҙам һорағандай, яр буйлап сабыулап йөрөгән икенсе бейә... Мин башта айғыр шулай сабып йөрөймө икән, тип уйлағайным, ул күршеләренең бейәһе булып сыҡҡан.
Ҡанға һалынған әсәйлек тойғоһо ниндәй көслө! Ҡан аша күскән башҡа холоҡ-фиғел дә, ҡылыҡ-ғәҙәт тә шулай көслө буламы икән?
* * *
“Тормош һабаҡтары” башҡорт мәктәптәрендә уҡытыла башлағас, байтаҡ ҡына лекцияларға йөрөргә, дәрестәр бирергә, телевидение аша дәрестәр күрһәтергә тура килде. Лекциялар, ғәҙәттә, район үҙәгендә уҡыла. Тирә-яҡ ауыл мәктәптәренән уҡытыусылар иртәнге автобус менән киләләр ҙә кис ҡайтып китәләр. Иртәгәһенә тағы киләләр. Ошо ваҡытҡа ҡулайлаштырып, уҡытыусыларҙың һорауҙарына, теләк-кәңәштәренә ваҡыт ҡалдыра инем. Яҡынданыраҡ аралашырға, эс серҙәрен һөйләргә теләүселәрҙең ҡараштарынан уҡ тойоп була. Ошондай лекцияларҙың береһенән һуң Зәлифә исемле уҡытыусы яныма килеп, мине үҙҙәренә саҡырҙы:
— Ирем хәҙер машина менән килә. Һеҙ бөгөн беҙгә барығыҙ. Мунса ла инерһегеҙ, һеҙҙең килерҙе күптән көтәм. Лекция уҡырға саҡырҙыҡ, тигәнде ишеткәс, шул тиклем ҡыуандым, — тине.
Зәлифәнең борсоулы йөҙөнә, моңһоу ҡарашына ҡарағанда, минең ярҙамыма үтә лә мохтаж ҡатын тора ине. Баш тартманым.
Киттек. Район үҙәгенән алыҫ түгел бик матур төбәктә урынлашҡан ауылда йәшәйҙәр. Донъялары бик бөтөн, икеһенең дә эшсәнлеге күренеп тора. Оло йорт төҙөп ингәндәр. Бүрәнәләрҙән ҡарағас һағыҙы еҫе аңҡып тора.
— Донъя яңырттығыҙмы? Бигерәк матур төҙөгәнһегеҙ, — тинем.
— Беҙ бында яңыраҡ күсеп килдек. Башҡортостандың икенсе сигендә йәшәй инек. Иремдең армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫы саҡырҙы ла күстек тә килдек, — тине лә Зәлифә моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы. Әммә был яҡтарға күсеп килеүҙең сәбәбендә тәрән сер һаҡланғанлығы һәм Зәлифәнең керпектәре аҫтына йәшеренгән һағыштың да күсеүгә бәйле булыуын тойоп, артабан һорашманым.
Шулай булып сыҡты ла. Мунса инеп, ашап алғас, айырым бүлмәгә урын әҙерләне лә яныма инде Зәлифә.
— Апай, мин һеҙҙең кәңәшегеҙгә мохтажмын, — тине.
— Ярҙам итерлек булһам, ихлас тыңлайым, — тинем. — Тик әгәр һүҙ үҙ-ара мөнәсәбәт, тәрбиә хаҡында барһа, ваҡыт йәлләмәйек, бәйнә-бәйнә, энәһенән-ебенә саҡлы һөйлә. Бөгөн лекцияла әйтеп киттем бит: тел ярҙамы биреү өсөн, хәл-ваҡиғаның төп сәбәбен белергә кәрәк. Бөтәһен дә асыҡтан-асыҡ һөйләмәһәң, ваҡиғаларҙы фәҡәт үҙ баһаң, үҙ ҡарашың аша ғына һүрәтләһәң – кәңәш дөрөҫ булмай. Үҙең генә уҡыр, уҡығандан һуң йыртып ташлар көндәлегеңә нисек яҙыр инең — шулай һөйлә.
Ҡыҙым әсәйемә оҡшаған
...Атайыбыҙ аварияға эләгеп ҡапыл ғына һәләк булған, әсәйебеҙ итәк тулы бала менән ҡалған. Мин – иң төпсөгө, атайым үлгәндә йәшем дә тулмаған. Беҙгә өләсәйем күсеп килде. Әсәйемә беҙҙе ҡарашырға, үҫтерешергә ярҙам итте. Әле лә күҙ алдымда: ут кеүек ине ул. Кеше бер баҫҡанда, ул биш баҫыр ине.
Әсәйем, йәш булһа ла, һәр саҡ, ауырыйым, ауырыйым, тине лә йөрөнө. Аҡрын ғына атлар, ипле генә һөйләшер ине. Ҡатыраҡ ауырып китһә, үлермен инде, үлермен, ти ҙә бөтәбеҙҙе хәүефкә һалыр ине. Етмеш йәшенә тиклем йәшәне, әммә үлеп китермен тип ҡурҡытмаған бер генә көнө лә булмағандыр. Беҙҙең йөрәктәребеҙҙе ауырыу итеп бөттө. Беҙ нисек үҫәбеҙ, нисек уҡыйбыҙ – уйлап та бирмәне. Мәктәп күрше ауылда, һуңлабыраҡ ҡайтһаҡ: “Ни булды?” — тип һораманы. “Минең хәлде беләһегеҙ, ниңә һуңлайһығыҙ? Һеҙ ҡайтыуға, бәлки, йән биреп ҡуйырмын, уйынға әүрәп, мине уйлап та бирмәйһегеҙ”, — тип үпкәләй ине. Ә беҙ ҡайһы ваҡытта асығыуҙан хәлебеҙ бөтөп, ҡайһы ваҡыт өшөп саҡ ҡайтып инәбеҙ.
Өләсәйем, әсәйегеҙ бер үҙе биш бала ҡарай, уға ихтирамлы булығыҙ, әсәйегеҙҙе эшләтмәгеҙ, һаҡлағыҙ, тип кенә торҙо. Мин шулай кәрәктер тип уйлай инем. Тик әсәйемдең үтә лә кәүгәсел, үҙен генә яратып йәшәүе аптырата ине. Әсәй булараҡ мин уны яраттым, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем баҡтым. Минең менән йәшәне, мыжыуҙың да кәрәген бирҙе, әлбиттә. Теге оҡшаманы, был оҡшаманы. Ярай әле ирем һәйбәт. Оло кеше бит, өндәшмә, тигән булыр ине. Өләсәйем дә алдан иҫкәртеп ҡуйғайны, юғиһә бөтөнләй аптырар инем уның холҡона.
Миңә ун биш йәш тулған саҡта хушлашты был донъя менән өләсәйем. Үлерҙән алда мине янына саҡырып алды ла: “Ҡыҙым, төҫөң менән дә, холҡоң менән дә атайыңа тартҡанһың. Түҙемлеһең, әсәйеңдең иң сабыр балаһы һин. Ҡыйын булһа ла уны үҙең ҡара. Әсәйеңдең холҡо ауыр. Холоҡ тиһәм дә, холоҡтан түгел инде, әллә ниндәй ҡәһәрле бер нәсәп булды, кеше яфалатҡыс”, — тине, тәрән көрһөнөп. Өләсәйем: “Иш янына ҡуш тигәндәй, имгәк булып һеҙҙе яфалап ятмаһам ярар ине. Хоҙайҙан теләгәнем шул”, — ти торғайны.
Оҙаҡ ятманы түшәктә. Әсәйемде яңыраҡ ерләнек. Биш бала менән йәш кенә көйө тол ҡалғас, бәлки, ысынлап та, ныҡ ҡына ауырығандыр. Бәлки, атайымды бик яратып, юғалтыуға йөрәге һыҙлап яфаланғандыр, тип уйлаһам, өләсәйемдең: “Әллә ниндәй нәсәп булды, кеше яфалап”, — тигән һүҙҙәре минең был фаразыма ҡаршы килә. Өләсәйемдең, әсенеп-әсенеп: “Был саҡлы ла атайыңа оҡшарһың икән, Хоҙайым!” – тип әсәйемә үпкә һүҙҙәре әйткәнен дә ишеткәйнем. “Оҡшатмаҫ кәрәк ине. Мин ғәйеплеме уға?” – тип яуап бирҙе әсәйем. “Һуң хәҙер аҡыл ултырған бит. Үҙең әсәйһең. Үҙгәрт холҡоңдо”. “Ни өсөн үҙгәртеп тәрбиәләмәнең һуң?”
Ирекһеҙҙән ошондай һөйләшеүҙең шаһиты булғайным һәм әсәйемде ныҡ йәлләгәйнем. Өләсәйемде үтә лә яратһам да, “Ысынлап та, ниңә әсәйемде үҙе кеүек тәрбиәләмәгән икән? Ә хәҙер асыулана”, — тигән аптыраулы һорау тыуғайны бәләкәй сағымда. Ошо һорауҙы шул саҡта уҡ өләсәйемә бирергә, асыҡларға, ни эшләп ниндәйҙер нәсәптең үҙәгенә үтеүен төпсөнөргә кәрәк булғандыр... “Аңлатайым өләсәйеңдең хәлен”, — тигәндер инде Тәңре. “Һин тигәнсә булмай икән тәбиғәт яҙмыштары”, — тигәндәй, ҙур ҡыҙым шул тиклем әсәйемә оҡшаған. Ҡойоп ҡуйған һымаҡ. Төҫө, буй-һыны — тотош ҡына ул инде.
Төҫкә бик сибәр ине әсәйем. Ап-аҡ йөҙлө, һары бөҙрә сәсле, зәп-зәңгәр күҙле ине. “Әсәйеңдең тышҡы ҡиәфәте бөтөнләй башҡортҡа оҡшамаған, ҡарашы ғына башҡорттоҡо!” – ти торғайнылар. Ҡыҙымды ла шулай тиҙәр. Йөҙө генә оҡшамаһа икән дә ул... Уҡыуға ла барымы булманы. Ташланы. Эшкә лә ихласлығы юҡ. “Ауырыйым, хәлемде аңламайһығыҙ. Үлгәс аңларһығыҙ ҙа, һуң булыр”, – тип йәлләтә-йәлләтә буй еткерҙе. Тик ятыуына ла риза булыр инең хатта. Холҡо боҙоҡ. Ни уйлағанын, ни ҡыласағын белеп булмай. Ирендәрен ҡымтып өндәшмәй йөрөй бирә лә, абайламай ҙа ҡалаһың, эш боҙа ла ҡуя. Кешегә һиҙҙермәй, ҡайһы саҡта атаһына ла өндәшмәй, бәләкәй туғандарына белгертмәй, үҙен тыйып, асыуланып йә ҡурҡытып үткәреп ебәрәм, инде тынысландым тиһәң — тағы ҡыйыҡ эше беленә. Бер ваҡыт ситтән килгән егетте, кейәүгә сығам тип, эйәртеп ҡайтты. Ризалаштыҡ. Бәлки, арыу ғына йәшәп китер, тынысланыр, тинек. Ул егеттең ауылынан өй алып бирҙек. Бына тигән туй яһаныҡ.
Күп тә торманы, айырылды ла ҡайтты. Ярай, уңмағас уңманы. Ирҙән айырылыусы ул ғына түгел. Ул хәтле өҙгөләмәйем үҙемде, тип уйлап, үҙемдән хөртөрәк яҙмышлы кешеләр менән сағыштырып, шөкөр итеп, аҙыраҡ тынысланып йөрөй инем, икенсеһен эйәртеп ҡайтты. “Бына, таныш булығыҙ”, – тип тора, иҫе лә китмәй. Әйтерһең, баҙарға барып әйбер һатып алып ҡайтҡан. Бер йыл торманы, уныһы ла ҡайтып китте. “Үҙе уҡытыусы, балаһын йүнләп тәрбиәләй алмаған”, – тигән һүҙҙәр ишетә башланым. Ике бәләкәйебеҙ яҡшы уҡый, мәктәп эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Уларына хатта артыҡ иғтибар ҙа юҡ һымаҡ. Бөтә булмышымды ошо өлкән ҡыҙым биләне. Эшкә барыр булһам, ҡалтырана башлайым. Оят, ғәрлек. Бөтәһе лә бармаҡ менән төртөп күрһәткән һымаҡ. Яҡшыһы онотолдо, яманын телдән төшөрмәйҙәр. Тәрбиә сәғәтендә берәйһенә бер һүҙ әйтеп өлгөрмәйһең – үҙ балаңды ҡара, үҙ балаңа өйрәт, тип әйтеүселәр ҙә булғыланы. Ярай, кеше һүҙен үткәреп тә ебәрер, иғтибар итмәҫкә лә тырышыр инең дә, ҡыҙым үҙе, үҙәктәргә үткәреп, әсе-әсе һүҙҙәр әйтә башланы... Тамам ауырыуға әйләндем. “Ниндәй гонаһтарым бар һинең алда, балаҡайым?” – тип илаған саҡтарым да аҙ булманы. Борсоулы сағымды күреп ҡалһа, күҙҙәрендәге быяла һалҡынлығы менән текләп тора, бер ни ҙә өндәшмәй, хатта ҡарашы менән мине иҫәрлектә, уның хәлен аңламауҙа ғәйепләгән һымаҡ. “Хоҙайым, тағы ике балам бар бит, уларын аяҡҡа баҫтырырлыҡ көс бир миңә”, – тим. Барыһын да атаһына һөйләп булмай. Ир йөрәге лә таштан яралмаған, һиҙенеп йөрөй инде. Уның да сәстәренә сал төштө. Ҡыҙымдың хатта үпкә һүҙҙәре лә әсәйемдекенә оҡшаған. Әйтерһең, уның йәне күскән. Ҡайһы саҡта йән күсә тигәндәренә ышанып та ҡуям.
Бер ваҡыт мунсала әсәйемде рәхәтләндереп сабындырайым, гел генә ҡоро йыуына ла сыға, тип уйлап, ташҡа аҙыраҡ эҫе һалдым, һалыуым булды... Эһ-һ, ул ҡарашты күҙ алдына килтерһәм, йөрәгем өшөй башлай. “Үлтерергә уйлайһыңмы мине!” – тип һикереп килеп торҙо эләүкәлә... Ҡарашы быяла һымаҡ һалҡын. Мине енәйәт өҫтөндә тотҡан кеүек, ышанмай, икеләнеп ҡарай ине. Ҡурҡып киттем. Шул ҡараш күҙ алдыма килгән һайын үҙемде ғәйепле тоям. “Сабынғыһы килмәгәс, ни эшләп сабындырырға маташтым икән? Ни өсөн алдан ризалығын һораманым икән?” — тип үҙемде битәрләнем. Яңыраҡ ҡыҙым ошондай уҡ ҡараш ташланы миңә. Өсөнсө тапҡыр ир эйәртеп ҡайтҡас: “Балам, бер аҙ ғына яңғыҙ йәшәп ҡараһаңсы! Һин бит үҙеңде белеп бөтмәгәнһең, шуның өсөн ниндәй холоҡло кеше кәрәклеген дә айыра алмайһың. Иң элек үҙеңде аңларға кәрәк”, – тигәйнем: “Нисә йәшкә тиклем үҙемде эҙләтергә ниәтең бар? Яңғыҙ ҡартайтырға уйлайһыңмы мине? Атыу ниңә үҙең ир менән йәшәйһең?” – тип ҡысҡырмаһынмы! Ҡарашы... Тап әсәйемдеке. Ҡыҙымдың холҡона ҡарап, өләсәйемде аңлай башланым. Донъяһын ташлап беҙҙе ҡарарға килеүенең, әсәйемә әсенеп-әсенеп үпкәләүенең, “Ах шул нәҫел-нәсәбегеҙҙе әйтәйем, арамдаланып ятыу тиһәң, һеҙгә ҡуш, ҡулынан эш килмәһә лә, тел тигәндә телеп һала, балаларыңды ҡарау урынына һине көйгә һала алмай йонсойом да йөрөйөм”, – тип әсенеүенең сәбәбенә төшөндөм. Әсәйем менән үҙ баламды һөйләү йөрәккә лә, күңелгә лә ауыр. Ике ғәзиз кешем бит улар. Бер бауырбыҙ. Ғәйеп итмәгеҙ инде. Ошо хәлдең әрәсәһенә төшөнгөм килә. Ысынлап та, баш балам булғас, тәрбиәләй белмәнемме? Ваҡытым ҡалманымы? Әллә нәҫел ҡаны шул тиклем көслөмө? Ғүмер буйы көткән донъябыҙҙы, тыуған ерҙе, дуҫтарҙы ҡалдырып күсеп китергә тура килде ошо ҡыҙым арҡаһында. Ялҡауланыуы, насар уҡыуы ғына түгел, тәҙрәнән сығып ҡасып китеүҙәре, оҙон-оҙаҡ ваҡытҡа юғалыуҙары, мине һөйһөнөп етмәгән ҡатындарға мине һөйләүе үҙәктәргә үтте. Атаһына: “Әллә ҡайыш күрһәтеп алаһыңмы?” – тинем бер саҡ, аптырап. “Юҡ, – ти, – ҡыҙ балаға һуғырға ярамай”. Үҙем дә ҡурҡтым, һуҡһаң, өйҙән биҙеүе, бөтөнләй ҡайтмауы ихтимал, тип тә уйланым. Намыҫы ни тора! Үҙем әҙәбиәтте, тормош һабаҡтарын шул тиклем яратып уҡытам, ә үҙ балам бер ниндәй ҡалыпҡа һыймаҫ тәртипһеҙ тормош алып бара...
Зәлифә һөйләүен туҡтатты ла тартынып ҡына, әммә шундай өмөт менән, ярҙамға сарсап ҡараны, әйтерһең, мин бер һелтәүҙә уның бөтә ҡайғыларын һыпырып алырлыҡ йәки бер һүҙ менән генә уның ҡыҙын ғаилә ҡалыбына һалырлыҡ ҡөҙрәткә эйәмен.
Лекциямды, иң алғы рәттә ултырып, башын баҫып ҡына тыңлай ине ул. Үҙ-үҙенә бикләнеп, уйҙарға сумып ултырған икән.
— Зәлифә һеңлем, врачтарҙың үҙ балалары ауырымаймы ни? Улар бит һәр ауырыуҙың сәбәбен һәм уны булдырмау юлдарын белә. Ә сир барыбер үҙенекен итә. Хатта профессор дәрәжәһендәге белгестәрҙең дә ғаиләһенә барып инә. Шулай бит? Насар холоҡ та шулай уҡ — ауырыу, күңел ауырыуы. Ул ҡандан күсә. Уның өсөн үҙеңде сыбыртҡыларға ярамай. Физик яҡтан зәғиф тыуған бала өсөн туҡтауһыҙ үҙен ғәйепләмәй бит әсә кеше. Ә уның хәлен еңеләйтергә тырыша. Күңел ауырыуы ла шундай уҡ сир, уның өсөн өҙгөләнергә, үҙеңде битәрләргә, яфаларға ярамай. Дауалатырға кәрәк ҡыҙыңды. Медицина көслө беҙҙә. Нәҫелдән ундай ҡан күскәнгә уның да ғәйебе юҡ. Тик ваҡытында сараһын күрергә кәрәк. Ҡыҙың үҙе аңлап, сәләмәтлеген нығытыу хәстәрлеге күрмәй икән, юлын табырға кәрәк.
Кеше бит уны аңламай. Ғәйеп итә. Беҙҙә ни өсөндөр шулай бит, нервынан, психик ауырыуҙан дауаланып сыҡҡан кешегә мөнәсәбәт төрмәлә ултырып сыҡҡандарға ҡарағанда ла хөртөрәк.
— Ғәйеп эҙләп, ғәйбәт һөйләп көн үткәреүселәр ҙә бар донъяла. Ундайҙарға иғтибар итеү — үҙеңдә ғәйеп таныу тигән һүҙ. “Ауыртмаған яғыңа ят”, — тигән аҡыллы һүҙ бар бит халыҡта, һиңә күңел тыныслығын ҡайтарырға кәрәк. Йөрәк ауырыуына әйләнеп китмәһен борсолоуҙарың. Үҙеңде улай сыбыртҡылама.
— Ә мин ҡайғырам да ҡайғырам. Уның холҡон нисек итеп үҙгәртергә икән тип уйлайым. Ашымдың тәме, йәшәүемдең йәме китте, һин дөрөҫ тәрбиәләмәгәнһең, тип үпкә һүҙҙәре ташлай башланы хәҙер.
— Уныһы ла барҙыр, бәлки. Беҙ балаға дөрөҫ тәрбиә бирәбеҙ тип, үҙебеҙ уйлап тапҡан ҡалыпҡа һалырға тырышабыҙ. Ә һәр кешенең үҙ холоҡ ҡалыбы була. Уны иҫәпкә алмайбыҙ, һөҙөмтәлә беҙ үҙебеҙсә дөрөҫ тәрбиә бирергә ынтылабыҙ, ә уны бала ҡабул итә алмай. Ә ғәйепте иң тәүҙә үҙебеҙҙән түгел, ситтән эҙләй башлайбыҙ.
— Тәрбиәнең бөтөнләй әһәмиәте юҡмы икән ни? Бөтә холоҡ-фиғел ҡан аша ғына күсәме?
— Тәрбиәнең әһәмиәте ҙур. Әммә беҙ кешенең Тышҡы донъяһын ғына тәрбиәләй алабыҙ. Фәҡәт Тышҡы донъя тәрбиәһе аша ғына Эске донъяға тәьҫир итергә мөмкин. Ә инде Эске донъя аң менән бәйле. Шуға күрә иң тәьҫирле тәрбиә — үҙтәрбиә, күңел донъяһын кеше үҙе генә үҙгәртә ала. Өс балаң өс төрлө холоҡломо?
— Эйе. Шуға аптырап һорайым шул. Мин бит уларға бер үк тәрбиә бирәм. Ниңә өсөһө өс төрлө һуң улар?
— Беҙҙең бөтә бәлә шунда ла инде. Кешенең холҡон өйрәнгән саҡта, ҡандан күскән заңды иҫәпкә алмайбыҙ. Балаға дөрөҫ йүнәлеш биреү өсөн, халыҡ әйтмешләй, эс-бауырына инеү, уны өйрәнеү, уның Эске донъяһы менән йәшәп ҡарау, уның холоҡ ҡалыбын белеү мөһим.
— Ә ҡыҙымды ни эшләтәйем икән?
— Намыҫы менән сыбыртҡылап, ҡурҡытып, янап аҡылға ултыртып булмаҫын аңлағанһың. Үҙенсә йәшәһен. Өй һалып биргәнһегеҙ, нисек теләй – шулай көн күреп ҡараһын. Үҙе хаталанһын, үҙе төҙәлһен. Ә кәңәште ҡыҙыңдың яҡын кешеһе – серҙәше йәки психолог аша бирергә кәрәк, сөнки әлегә ул һеҙҙе тыңламаясаҡ. Ә уның ышанысына инеп алған кеше кәңәш биргән саҡта, бер үк нәмәне тылҡыһын. Ҡабатлау таблицаһында билдәле бер тәртипкә һалынған һандар бер туҡтауһыҙ ҡабатлауҙан һуң ятҡа бикләнә. Ятлап алһаң, һиңә хеҙмәт итә башлай. Уйҙы ла, зиһенгә һеңдерер өсөн, көн һайын ҡабатларға кәрәк. Ҡабатланған уй-фекергә үҙең инанаһың, һәм бөтә булмышың шул фекергә буйһона башлай. Шуның өсөн тормошон яйға һалырға, киләсәге хаҡында хәстәрләргә кәрәклеге хаҡындағы фекерҙе тылҡырға, һеңдерергә кәрәк. Ә намыҫы менән ҡамсылау, уның арҡаһында һеҙгә оят килеүе тураһында һүҙҙәр уны оторо ярһыта ғына.
— Мин үҙ әсәйемә улай ныҡ оҡшамағанмын. Ә балам уға тартҡан. Ниңә улай икән?
— Бәлки, ғоманлы саҡта әсәйең хаҡында үтә ныҡ уйлағанһыңдыр, борсолғанһыңдыр, әсәйеңдең холоҡ-фиғелен ҡайта-ҡайта иҫләп, балаңдың уға оҡшамауын теләберәк тә ҡуйғанһыңдыр.
— Балаға ғоманлы саҡта уйлаған уйҙар уның холҡона тәьҫир итәме икән?
Зәлифәнең һорауҙарына яуаптар башҡа тыңлаусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр тип уйлап, тормоштан алынған миҫалдарҙан сығып, был хаҡта артабан лекцияларҙа ла һөйләргә булдым.