Аңлы халыҡ – аяҙ таңлы халыҡ03.10.2017
Аңлы халыҡ – аяҙ таңлы халыҡЗыяйетдин ҡайным күберәк ғүмерен өлкән ҡыҙы Фәтхиә бикәмдә Ермолаевкала үткәрә. Йәй көндәре ауыл тип килеүелер, күрәһең. Зиһене яп-яҡты, хәтере иҫ китмәле шәп ҡарт ине ул. Мин тәү килгән саҡта уҡ: “Ҡайһы йылға буйында үҫтең, йәш килен?” – тип һорашып, тыуған ауылымды әйткәс, Иҫәнғолда ҙур мәсет, ҡәҙимге билдәле баҙар булыуын телгә алды.
Диҡҡәттең һөйләүе буйынса, уның йәш сағын оҙон һомғол буйлы, бөркөт ҡарашлы, тарамыштары бүртеп, тимер сым һымаҡ ҡаты, бөтә тирә-яҡта ғәҙеллек яҡлаусы булып даны таралған бәһлеүән итеп күҙ алдына килтерә инем. Ә хәҙергеһен – туҡһанды ҡыуған ҡартты бөршәйеп, бәләкәйләнеп кенә ҡалған бер бабайҙыр тип уйлағайным. Әммә йәш сағындағы ғәйрәте әле лә үҙен таныта ине. Бына-бына һикереп тороп, суҡмарын ҡулына алып: “Ниңә ташлап киттегеҙ тыуған төйәгегеҙҙе, мөртәттәр? Бураҡаевтар нәҫеленән Сурағол ҡарт менән улы Мотал тигән олатайҙарығыҙ нигеҙ һалған бит уға!” — тип ҡысҡырып ебәрер ҙә, атҡа атланып, һайтылдап, Моталын ҡурсаларға сабып та китер һымаҡ ине уның ҡиәфәте.
Кем белә, күҙе күрһә, бәлки, әле лә сыҙап ултырмаҫ ине! “Туҡһан йәштә лә былай буй ташламағас, ҡырҡ йәштәрҙә ниндәй булды икән бәһлеүән ҡарт?” тигән уй баштан үтеп киткәйне, уның ҡиәфәтенә, текә маңлайына, тура һынына ҡарап. Заманында Көйөргәҙе буйында уҫаллығы һәм ҡарунлығы менән яманатлы даны сыҡҡан Шотт баярын судҡа биреп, еңеүгә өлгәшкән ҡарт тураһында: “Рус телендә сатнатып һөйләшә ине ул!” — ти ауылдаштары. Баяр тиклем баярҙы ең­гәс, ышанырға була. Шотт баяр, Ермолаевкала төҙөткән спирт етештереү заводы өсөн картуф сәсеүлеген киңәйтеү маҡсатында, Мотал ерҙәрен алмаҡсы булған. Зыяйетдин ҡайным Ырымбур судында судлашып, ерҙе кире ҡайтартып алған.
Уның Япониянан ауыл старостаһына рус телендәге хаты ла һаҡлана, һуғышта ятып ҡалған йәки әсир төшкән ирҙәрҙең
ҡатындарына балаларын бағыуҙа ярҙам итергә, рәнйетмәҫкә тип яҙған. “Беҙ әсирҙә мәңге булмаҫбыҙ”, — тип иҫкәртеп тә ҡуйған. Бураҡаевтар шәжәрәһен алып барған. Шәжәрә исем-шәрифтәрҙән генә тормай, ғаилә ағзаларының һәр береһенең холоҡ-ғәҙәте лә яҙылған. Граждандар һуғышы мәлендә ауылға аҡтарҙы ла, ҡыҙылдарҙы ла индертмәй, ирҙәрҙе туплап, тыуған төйәкте һаҡларға тырышҡан. Күпме ваҡытҡа еткәндер уның был фиҙакәрлеге, әммә нисек кенә булмаһын — халыҡты үҙенсә ҡурсалап маташҡан.
Ауылды аҡтар баҫып алғас, кешеләрҙе рәнйеткәне өсөн бер офицерҙы атып үлтергән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡатындар бәләкәй сана һөйрәп урманға утынға барған саҡта йәшерәктәренә урмансы бәйләнеп маташҡан. Быны ишетеп ҡалған Зыяйетдин ҡайным урмансыны өйөнә саҡырып алып, ишеген бикләп ҡуйған да утын ағасы менән “аҡылға ултыртып” сығарған.
Бер саҡ Диҡҡәт балыҡ тоторға тип һалған мурҙаһын ҡарарға барһа, уны күрше урыҫ ауылы ирҙәре сығарып маташа икән. 11-12 йәшлек Диҡҡәт йүгереп барып бер ирҙең ҡулына йәбешкән. Уныһы малайҙы күтәреп алып һыуға ырғытырға торғанда, икенсеһе: “Не трогай! Он же Зияйкин внук! Всю деревню дотла сожжет!” — тип ҡысҡырып ебәргән.
Ғүмере буйы ауылын яратып, уның именлеген һаҡлап, ҡулынан килгән тиклем ҡурсалап йәшәгән ҡайным бер етәксенең Үрге һәм Урта Мотал ауылдарын яратмауы арҡаһында ғына “перспективаһыҙ ауылдар” исемлегенә теркәп ебәргәне, ә үҙенең бер ни ҙә эшләй алмағанлығы, уландарының бирешеүе өсөн әсенеп тәрән көрһөнә ине.
— Эй-й-й, үрге мәсет, түбәнге мәсет тип һөйләүҙәр тарихта ғына ҡалды инде. Ике мәсетле Үрге Мотал бөгөн юҡ ителһенсе... Ә илгә ул ниндәй батырҙар бирҙе! Беҙҙең ауылдан ғына ла йөҙгә яҡын кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашты. Ниғмәтша Рыҫҡолов, Ғариф Ураҙбаевтар орден тағып ҡайтты. Минең улым Насретдин батырҙарса һәләк булды. Бөгөн килеп уларҙың ауылы юҡ. Шуның өсөн ҡан ҡойҙолармы ни ул егеттәр? – тип тағы ауыр көрһөнөп һүҙгә ҡушылды Зыяйетдин ҡайным. – Диҡҡәт улым, Моталдың зыяратына булһа ла кәртә тотоп ҡуйырға кәрәк ине, исмаһам. Бигерәк мал аяғы аҫтында ҡалған, тиҙәр бит.
— Июль башында бөтә ауылдаштар йыйылышырға һөйләштек. Шул саҡта кәртәләп китербеҙ, олатай.
— Ярай, әләйһәң. Әруахтар тыныс ятһын, исмаһам.
— Атай, Әбделхәй ағайым айыу бейетә башлағайны. Тамамлап ҡуйһын, — тине атаһының үтә әсенеүенә күңеле тулып киткән Фәсхетдин ҡайнаға.
— Әйҙә, дауам ит. Тел берәй фекерҙе эләктереп ҡалған мәлдә әйтеп үтәйем, тип уйлауым. Өлкәнәйгәс, хәтер келт итеп кенә ҡала ул. Әле генә бер уй зиһенде ярып килеп инә лә, әйтә һалып ҡалмаһаң, тел осона етеп һүҙгә әйләнгеләгәнсе юҡ та була. Әбделхәй, һин үҙең мәсетте телгә алып, йөрәкте иләҫләндереп ебәрҙең бит.
— Ҡуй инде, ҡайным, ни һөйләһәң дә, ни тотһаң да, Мотал иҫкә төшөп тик тора шул. Әйҙә, ҡайнаға, мин аш әҙерләгәнсе айыуыңды бейетә тор, — тип Ғәлиә еңгәй, ҡайныһының иҫтәлектәргә бирелеп китеүен аҡлағандай, йомғаҡ яһаны ла, оло кешенең һүҙен бүлдерергә ҡыймай ултырған Әбделхәй ҡайнағаға һүҙ дилбегәһен тоттороп, ашъяулыҡ йәйә башланы. Ҡыҙҙары Люциә, Әлфиә өтәләнеп йөрөп ярҙам итте.
Әбделхәй ҡайнаға һүҙен дауам итте:
— ... Айыу бейетеүсе үҙ ҡәҙерен үҙе белеп кенә, текә баҫып, ҡайҡая биреп тора. Майҙанға халыҡ йыйылғанын көтә. Үрге Мотал халҡы тотош йыйыла. Сәңгелдәктәге сабыйҙарын йомарлап ҡуйындарына ҡыҫтырып, йәш килеңдәргә саҡлы килеп етә. Майҙан уратып күпереп ятҡан үлән өҫтөнә лыпын ултырып тамаша көтәләр. Теге ир олпат ҡына ҡыланып айыуын сылбырынан ысҡындыра. Уныһы халыҡҡа ҡарап баш эйә. Кешеләр гөж килә. Шунан хужаһы ҡурайҙа бейеү көйө уйнай башлай. Айыу көй ыңғайына ҡәҙимге һелкенеп торған була. Теге ирҙең мутлығының сиге юҡ. Бәлки, айыу һелкенеүенә тура килтереп тә уйнағандыр ҡурайын. Иллә-мәгәр халыҡты ышандыра ине. Бер аҙ бейетеп алғас, еңен һыҙғанып тороп айыуы менән көрмәкләшә башлай. Эй айпаша­лар, эй айпашалар. Шунан айыу еңә тегене. Еңә лә артҡы аяҡтарына баҫып тағы баш эйә. Был юлы хужаһы шәкәр киҫәге һоғондороп ебәрә. Халыҡ тын да алмай ҡарап тора был тамашаны, һуңғы килеүендә лә шулай, айыуҙан еңелеп, уныһы баш эйеп, инде китәбеҙ тип кенә торалар ине, күрше ауылдың данлыҡлы көрәшсеһе... теге... кем әле, Зыяйетдин ағай? — тип өндәште ҡайныма. Ҡайным һаҡалын һыйпап алды ла:
— Ҡуй, мырҙам, исемен әйтмәй генә һөйлә, көрәшеп дан ҡаҙанһа, атап әйтер инең. Бығаса яулаған данын да шул саҡтағы дыуамаллығы менән юҡҡа сығарҙы бит. Артабан ни өсөндөр көрәштәрҙә лә ҡатнашманы ла ҡуйҙы ул. Хөртөн исемләмәй һөйләп өйрән һин уның. Күңелеңә артыҡ ҡара нур йыйма, — тине.
— Айыуҙы ебәрмәйерәк тотаһың, шикелле, ауылдан. Ни эшләтәһең хәҙер? — тип һораны Фәсхетдин ҡайнаға тағы.
Әбделхәй ҡайнаға, мәҙәк һөйләүсе ҡиәфәте алып, үҙе лә ҡайҡайыбыраҡ ултырҙы ла һүҙен дауам итте:
— Теге көрәшсе сыҡты ла: “Ҡана, үҙем көрәшеп ҡарайым”, — тип ең һыҙғана башланы. Ғәйрәт ташып тора инде! Тирә-яҡта һабантуйҙарҙа бер тапҡыр ҙа еңелмәгән кеше ине.
— Көрәшкең килһә, ҡаршылығым юҡ. Көрәш. Тик аслан айыуҙы еңеп ҡуйма. Алдан иҫкәртәм. Айыу үҙен еңгәнде яратмай, һәр саҡ еңеүсе булырға тейеш! — тине айыу хужаһы. Көрәшсе өндәшмәне. “Ағайыңды белмәйһең икән әле!” тигәндәй, көлөмһөрәп ҡуйҙы ла майҙанға сығып айыу менән айпаша баш­ланы. Йөрәге етеп сығыуы үҙе батырлыҡ инде барыбер, Зыяйетдин ағай, шулай бит?
Ҡайным бер килке өндәшмәй ултырҙы. Мин заманында батыр ҙа, тәүәккәл дә, үткер ҙә булған был ил аҡһаҡалының ни әйтерен түҙемһеҙләнеп көттөм.
— Белмәйем, уландар. Мин маҡсатһыҙ батырлыҡты дыуамаллыҡҡа һанайым, — тине ул.
Был һүҙҙәр ғүмерлеккә зиһенемә уйылып ҡалды.
— Айыу холҡон белмәүҙәндер инде... — тип үҙ фекерен ҡыҫты­рып ебәрҙе Фәсхетдин ҡайнаға, көрәшсенең дыуамаллығын аҡлағандай.
Әбделхәй ҡайнаға һүҙен дауам итте:
— Көрмәкләшә торғас, тәкей салҡан һалды бит айыуҙы! Майҙан бер юлы “аһ!” тип ғәжәпләнеүен йәшермәй тулҡынып ҡуйҙы. Әммә айыу күҙ асып йомған арала һикереп торҙо ла тегене һелтәп тә ебәрҙе. Ныҡ теймәне, ахыры. Тейһә, һеңгәҙәтә һалыр ине. Көрәшсе көрәшселеген итте, йылғыр ҙа, сос та булып сыҡты – көрәш майҙанынан ситкәрәк барып, усына ҡырсынлы тупраҡ йомарланы ла айыуҙың күҙенә һипте. Уныһы ул-был иткәнсе, еңеүсебеҙ урам буйлап йән фарман ҡаса башланы. Түңәрәкләп майҙан тирәләй ултырған кешеләр “һә” тигәнсә ситкә һибелде, ояһы туҙҙырылған һағыҙаҡ һымаҡ, гөжләп әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ташланды ла өйҙәренә инеп бикләнде. Тамаша ҡайғыһы китте. Айыу елдерә генә тегенең артынан. Еңеүсе әллә осоп барҙы, әллә ҡоймалар аша һикерҙе, керпек ҡаҡҡан арала Зыяйетдин ағайҙың бейек ҡоймаһы­на барып та етте, даһырлап менеп тә китте. Айыу тегенең артынан үрмәләне. Уйланылмаған, аңғармаҫтан килеп сыҡҡан хәүефле бер тамаша булды халыҡҡа. Дауам ит әле, Зыяйетдин ағай, айыу һинең ҡоймаңды туҡмай бит.
– Минең ҡойма аша һикерҙе шул дыуамал батыр, – тип һүҙҙе ялғап алып китте Зыяйетдин ҡайным. – Ул көнө өй беренсә саҡырып йөрөнөләр тамашаға, ашығыс эшем булғас, бармай ҡалғайным. Ырымбурҙан килеп тәгәрмәс алып китергә тейештәр ине. Туғын туғығайным. Безелдеге сығып, йәнгә тейгән серекәйҙәрҙе ҡыуырға ла ваҡыт тапмай баш баҫып эшләп йөрөһәм, бер саҡ нимәлер шатыр-шотор итте. Аяҙ көндә ни өсөн күк дөһөрләй икән тип күтәрелеп ҡараһам, ҡойма аша берәү һикереп төшмәһенме, ҡобараһы осоп. Алан-йолан ҡаранды ла таш келәткә инеп бикләнде. Бәй-бәй, тинем дә ынтылып ҡойма яғына күҙ ташлаһам, аптырап киттем, айыу торасы, алғы аяҡтары менән тотоноп. Ҡарап тора бирҙе лә, ҡойма аша төшә алмаҫын аңлап, ҡапҡа яғына китте. Унан да инә алманы. Эй йөрөй бер заман ҡойма уратып үкереп. Уны бәргесләп тә ала. Ҡойма тирелеп төшмәҫ тимә уның көсөнә – тик бирешмәне. Ә ҡапҡаны икәүләшеп терәп торабыҙ. Ана асыла-бына асыланан саҡ ҡала.


Вернуться назад