“Һиңә яҡшы сағында мине онотма”03.10.2017
1952 йыл. Беҙҙең халыҡта бала табырға дауаханаға барыу юҡ тиерлек саҡ. Тик атайым бит уҡытыусы кеше, әсәйемде күрше Инйәргә алып киткән. Балнис менән ауыл араһы — өс-дүрт саҡрым. Мине сығарған көндә ҡаршы алырға барған, тик күҙ бәйләнгәнсе беҙҙе аралыҡтағы әрәмәлектә тотҡан (ул хәҙер ҡырҡылып бөткән, яңы урам барлыҡҡа килгән). Оялған. Элек йөклө ҡатындар ҙа эсен кешегә күрһәтеп йөрөмәй торғайны бит.
Июнь айы бит әле – иң оҙон көндәр!


***
Бар ине замандар – йөклө ҡатын, тулы биҙрәләрен көйәнтәләп, һыуҙан ҡайтып килә, алдынан ире атлай. Һыу ташыу бисәләр эше тип һанала ине. Ә бисәләр эшенә тотонған ир ир түгел, имеш. Башына яулыҡ бәйләргә кәрәк.
Хәйер, хәҙерге ирҙәр яулыҡ ябыныуҙы ла оят һанамай.

***
Илаҡ булғанмын. Балниста тапҡас, шулай була инде, тигәндәр. Хәким Хәкимыч ҡушаматлы белемсе Хәкимә инәй күп балаларҙы донъяға ҡабул иткән, халыҡ тыйбы (медицинаһы) серҙәрен әсәһенән өйрәнеп ҡалған булған. Сабыйҙы ҡулға алыу менән йылы ғына итеп бал, май ҡаптыра инем, тип һөйләй торғайны. Былай тигәйне: “Врачтар юҡҡа тыя. Таҙа ерҙә йыйылған бал, май баланың эсен таҙарта. Бала бит әсәһе тәненән айырылғанда теләһә нәмә ауыҙына инеп ҡала. Шуны сығарып алырға кәрәк тәһә. Сыҡмай ҡала ла, аҙаҡ йә аллергия була, йә ауырый, тынысһыҙлана...”

***
Хәкимә инәй мулла ҡыҙы булған. Тәкәббер булдым, шуға ҡарт көнөмдә Аллаһ Тәғәлә тәкәбберҙәрҙән рәнйетелеп йәшәргә ҡушҡан, тигәне лә булды. Ғорур булған ул. Репрессиялар башланған осорҙа ире, ике балаһы менән ташлап, комсомолкаға өйләнгән. Бер нәмәһеҙ ҡалып, хатта кеше мунсаһына йөрөргә тура килгән. Бер саҡ мунсала йыуынып ултырғанда ауылдаш ир килеп ингән икән, өҫтөнә ҡайнар һыу һибеп, шыр-яланғас сығып ҡасҡан. Ғәрлегенән диләнкәләрҙә ҡалған ағас остарын һөйрәп ташып, үҙе балта тотоп мунса һалған. Өҫтөмдө сисергә лә хәл ҡалмай торғайны, тәүге тапҡыр мунса яғып, башайымды сисәйем тиһәм, уның йөнө сейләнеп бөткән табаныма йәбешкән булып сыҡты. Тирем менән һыҙырып алдым, тип һөйләгәйне.
Шулай йәбешкән уға Хәкимыч ҡушаматы.

***
Әле бер, әле икенсе илдә кеше тәбиғәтенә ҡаршы барған закондар ҡабул ителә. Францияла, мәҫәлән, бер енесле кешеләрҙең “ғаилә”ләренә бала алып үҫтерергә рөхсәт ителде. Изге Китаптарҙа ла, археологик ҡаҙыныуҙарҙа ла тап шундай аҙғынлыҡ өсөн Аллаһ Тәғәләнең тотош ҡалаларҙы юҡ итеүе күренә. Ҡайнар көл аҫтында ҡалып һәләк булған Помпеяла ҡот осҡос тәүфиҡһыҙ оргиялар ваҡытында дөмөккән кешеләр табыла.

***

Элгәре ҡырҡ йәште хәүеф менән көтөңкөрәгәндәре хәтерҙә. Бигерәк тә ир-ат өсөн ауыр һаналған ул. Ҡырҡ ҡырҡа инде, тиҙәр ине. Иллегә етә алыу – аҡһаҡаллыҡ осорона инеү. Иллелә ил ағаһы тигән дә шунан.

***
Шундай һамаҡ бар:
– Алтмыш, һиңә ни ҡылдым? Аяғыма бау һалдың, ҡолағыма шау һалдың.
– Етмеш, һиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште алдың, башымдағы һушты алдың.
– Һикһән, һиңә ни ҡылдым? Маңлайҙағы күҙҙе алдың, бурбайҙағы биҙҙе алдың.
– Туҡһан, һиңә ни ҡылдым? Ауыҙҙағы һүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә һалдың.

***
Килеп кергән кешене үлтергәнсе маҡтап, сығып аяҡ тауышы тынып өлгөрмәй, шундай уҡ ҡеүәт менән хурлай башлағандарына шаһит булғаным бар. Бысраҡ соҡорона манып алалармы ни үҙемде! Тиҙерәк сығып китеү яғын ҡарайым. Әле генә миңә салт ҡояштай йылмайып торған был кешеләрҙең минең арттан да бысраҡ ҡойоп ҡаласаҡтары аңлашылып тора.

***
Халҡыбыҙҙың йыр зауығы иҫ китмәле! Моңобоҙға хайран ҡалырлыҡ эске бер ҡеүәт һалынған, ул һикерәнләүгә лә, ҡулдар менән “йырлауға” ла мохтаж түгел. Хәҙер мин йырҙарҙы экранға ҡарамай ғына тыңлауға күсеп бөттөм тиерлек – ялҡытты сәхнәләге яһалмалыҡ!

***
“ВКонтакте-Бәйләнештә” сайтында миндә дуҫлыҡта торған бер ханымдың фотоһына тап булдым. Ҡоҙасаһының ейәнен ҡотларға килгәндәр. Бер нисә ҡатын 40-50 йәштәр тирәһендә, ике йәш ҡатын. Табын матур ғына күренә. Алғы планда – әйтерһең, маяҡ – аҡ ҡалпаҡлы ШЕШӘ! Вәт, өләсәйҙәр! Йыйын бисә-сәсә бала бәхетенә доға уҡыр урынға, тәпәйен шарап менән йыуып, шәп эш ҡылып ҡайтты инде! Шулай башланған “тәрбиә”нең аҙағы ни булыр? Бала һөйләшә белмәһә лә, тәүге көндәренән бар мәғлүмәтте һеңдереп ята бит ул...

***
Аллаһ Тәғәлә: “Һиңә яҡшы сағында мине онотма, ауыр булғанда мин һине онотмам”, — тигән.
“Мине онотма” тигәне Уны телдән әйтеп йөрөүгә, хәйер-саҙаҡаға ғына ҡайтып ҡалмай, ә Ул ҡушҡанса йәшәргә кәрәклеген дә аңлата. Туйып һикермәҫкә, йәғни. Бәндә юҡлыҡҡа түҙә, барлыҡҡа түҙ­мәй, тиҙәр бит. Ана шул барлыҡта Аллаһ ҡушҡанса йәшәргә ҡушыу инде был.

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА
алып бара.



Вернуться назад