“Самрау” һәләтлеләрҙе йыя03.10.2017
“Самрау” һәләтлеләрҙе йыя Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Самрау” балалар театр студияһы балаларҙы йыя. Яңы миҙгелде асыуға арналған матбуғат конференцияһында уҡытыусыларҙың береһе – актер Урал Әминев ошо хаҡта иғлан итте.
Студияға үҙен сәхнәлә һынап ҡарарға, ҡыйыу, ирекле һәм аралашыусан булырға теләгән 7-нән 17 йәшкә тиклемге балалар саҡырыла. Актер оҫталығы, вокал, сәхнә телмәре, бейеү дәрестәре буласаҡ.
– Беҙҙең студияның асылыуына биш йыл. Балалар спектаклдәргә, репетицияларға йөрөй, ҡайһы берҙә тамашаларҙа ла ҡатнаша, — тине Урал Әминев.
Уның әйтеүенсә, уҡытыусылар балаларҙан актер яһарға ынтылмай. Студияның төп маҡсаты — театр сәнғәтен ҡәҙерләгән, рухи донъяһы бай булған кешеләр тәрбиәләү. Шуның менән бергә студияла шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең уңыштары менән дә ғорурлана: быйыл Йәнгүзәл Халиҡова Өфө сәнғәт институтының театр факультетына, Ынйы Сәғиҙуллина иһә Мәскәүгә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡырға инде.


Вернуться назад