УҠЫМЛЫ ЛА, ФӘҺЕМЛЕ ЛӘ29.09.2017
Ишембай районы китапханаһында “Феникс” әҙәби берекмәһе ағзаһы Лидия Сәфәрғолованың “Тау” исемле китабының исем туйы булды. Хәйер, һуңғы йылдарҙа быға оҡшаш саралар район һайын ойошторолоп тора, шуға күрә улар хаҡындағы хәбәр менән бер кемде лә аптыратып булмайҙыр.

Шулай ҙа Ишембайҙа үткән осрашыуҙы яңы китаптың донъя күреүен иғлан иткән ҡәҙимге бер сара тип ҡабул итеү бик дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки ул Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Лидия Әмин ҡыҙы исеменә китабының нәшер ителеүе уңайынан ебәрелгән ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттереүҙән башланды. Был әҫәр ни яғы менән юғары власть әһеленең иғтибарын йәлеп иткән тиһегеҙме? Эш шунда: яңы повесть Башҡортостан халҡын иң ныҡ борсоған мәсьәләләрҙең береһенә, атап әйткәндә, шихандарҙы һаҡлап ҡалыу темаһына арналған. Исем туйына йыйылған кешеләр араһында әҙәби берекмә ағзаларынан тыш шихандарҙы яҡлау хәрәкәтендә ҡатнашҡан, йә иһә уға теләктәшлек белдергән Ишембай ҡалаһы, Ҡарайған, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылдары вәкилдәренең дә булыуы шуның менән аңлатылалыр.
Алтмыш ҡына биттән торған был повеста Торатау итәгендә урынлашҡан ауыл тормошо һүрәтләнә. Автор ете йәшлек Рамазан исемле малай күҙе менән өлкәндәр тормошон күҙәтә, уларға үҙенсә баһа бирә, тыуған төйәк, ата-әсә ҡәҙерен белергә, олоно – оло, кесене кесе итергә өйрәтә. Мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған әҫәр еңел генә, бер тынала уҡыла. Район китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһы етәксеһе Минзилә Хәйруллина, китаптың биҙәүсеһе, һоҡланғыс фоторәссам Олег Машковский, “Феникс” берекмәһе ағзалары Валентин Осадчий, Римма Романова, Гүзәл Телицына, Надежда Матвеева, йәмәғәтселек вәкиле Зөлфиә Йосопова һәм башҡалар яңы китапҡа нәфис әҙәбиәт күҙлегенән дә, илһөйәрлек, гражданлыҡ позицияһынан да юғары баһа бирҙе. Сығыш яһаусылар әҫәрҙең айырыуса оҡшаған иң көслө урындарын уҡып ишеттерҙе, авторға рәхмәт һүҙҙәрен, кәңәштәрен еткерҙе. Ғөмүмән, сарала ҡатнашҡан һәр кеше аралашыуҙан дәрт, илһам алып, Лидия Әмин ҡыҙына ижади уңыштар, яңы бейеклектәр теләп таралышты.


Вернуться назад