Милләт шәхесенең ҡәҙерен белмәһә?..29.09.2017
***
Халҡыбыҙға бөгөн һаҡла­нып ҡалыу ғына түгел, донъя йөҙө таң ҡалырлыҡ хеҙмәттәр ҙа күрһәтергә яҙһын – беҙ кемдән кәм! Иң мөһиме, беҙҙән булмай ул тигән ышанысһыҙлыҡты күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк: ижтиһад иткән – моратына еткән.

***
Ҡайһы берәүҙәр берәй шәхесебеҙ тураһында яман-яман нәмәләр әйтә лә, бик ҙур батырлыҡ ҡылғандай, кәперенеп йөрөй башлай. Ғәмәлдә бындай кеше мил­ләт­тең нигеҙен кимерә, сөнки кәмһетелгән, тапалған шәхес­тәр үҙҙәре лә һына, әйтер ерендә лә әйтә алмай, сөнки уның кәрен алғандар, уның аяҡ аҫтындағы ер уйнап тора, һаҙмырт, батҡыл! Шунан инде ситтәр, әй ул башҡорттоң кеме бар – быныһы – тегеләй, тегенеһе – былай, бер йүнле кешеһе юҡ, ти.

***
Шәхес менән милләт шул тиклем бәйле – милләте шәхесенең ҡәҙерен белмәһә – үҙе ҡаҡшай, ә милләт ҡәҙерен белмәгән кеше шәхес тә була алмай.

***
Заманы шул тип оятһыҙ­ланма. Заман уҙыр, ояты ҡалыр.

***
Ярҙам күрһәтеү, изгелек эшләү серле ҡалыуы менән ҡиммәт. Халыҡ үҙе күрә, үҙе ба­һаһын бирә.
Из­ге­лек ит тә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер. ”Һыуға һал” – тимәк, онот! “Изгелек ерҙә ятып серемәҫ” тигән мәҡәл дә – ошо юҫыҡтан. Маҡтаныр өсөн эшләнгән ярҙамдың бер фәтүәһе лә юҡ, ә бына булыша күрмәһен тип ҡурҡа башлауҙары ихтимал... Динебеҙ күҙлегенән дә талап шундай уҡ – яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, Аллаһы Тәғәләгә мәғлүмдер.

***
Беҙҙең яҡта ат менеп йөрөй белмәгән ҡатын-ҡыҙ булмай торғайны, тау ҡыҙ­ҙары бит беҙ. Педучилищеға уҡырға ингәс, Инйәргә, тимер юлға тиклемге 30 саҡрымдан ашыу юлды гел һыбай йөрөл­дө. Яңғыҙ ғына ҡайтҡан саҡтар ҙа була торғайны. Ул мажаралар иҫкә төшһә, әле арҡа сымырҙап китә. Баламды ла, ейәнсәремде бигерәк тә, ҡурҡмай шулай сығарып ебәрергә йөрәк етмәҫ ине.

***
Ҡыҙыҡ – балҡарҙарҙа ҡыҙҙарға һыбай йөрөргә рөхсәт ителмәй, оят һанала.

***
Бер сәфәремдә Чечен те­ле­видениеһын ҡарап рәхәт­ләндем – шундай ябай, әммә эстәлекле, йылы, тәүфиҡлы тапшырыуҙар! Фәһемле совет киноларын күрһәтәләр.
Көн дә бер матур темаға ярты сәғәт вәғәз һөйләйҙәр. Мәҫә­лән, Исламда иң ауыр гонаһ – үҙеңде Аллаға тиңдәш тотоу, унан ҡала – ата-әсәңде һанламау.
Бер ауылға барып, унда атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған ханым­дың аш-һыуға оҫталығын күрһәттеләр. Тележурналистар, дикторҙар – һәммәһе яулыҡлы, оҙон итәк, оҙон еңле кейем кейгән. Хатта филармонияға ҡарарға килгән, репетицияла ҡатнаш­ҡан һәммә ҡатын-ҡыҙ, уҡыусы ҡыҙҙар ҙа! Хәрби спорт уйындары, ярыштар даими күрһәтелә.

***
Бөгөн беҙ генә башҡортса һөйләшәбеҙ. Тимәк, бөгөн телебеҙҙе заман коммуникацияларында, Интернетта ҡулланыу бик әһәмиәтле. Интернет башҡортса “һөйләшә” икән, туған телебеҙ бар донъяға таныла, аралашыу сараһына әйләнә. Мин социаль селтәрҙәрҙә башҡортса алып барған сәхифәләргә, төркөмдәргә тиҫтәләгән илдәр­­ҙән даими инеп, уҡып, ҡарап баралар, яҙышалар ҙа.

***
Интернетта башҡортса төркөмдәр ямғыр артынан ҡалҡҡан бәшмәк кеүек, көн дә өҫтәлеп кенә тора. Һәр кем үҙ зауығына, рухи талаптарына ярашлы берләшмә таба ала. Шул уҡ ваҡытта телебеҙҙе юғары мәҙәниәтле кимәлдә ҡулланыу ҙа алға килеп баҫа. Йәштәрҙең хаталы, хатта тәүфиҡһыҙ яҙышыуы күңелде ҡыра.

***
Википедия – виртуаль энциклопедия, ул ирекмәндәр ярҙамы менән ҙурая бара. Хәҙер башҡортса Википе­дияға 40 меңгә яҡын мәҡәлә һалынған. Теләгән кеше инеп тулыландыра ала, ә инде башҡорт телендә мәғлүмәт­тәр эҙләгәндә, ул алыштыр­ғыһыҙ ярҙамсы.

***
Япон егете Юто менән урыҫ егете Вячеслав Чернев социаль селтәрҙәге минең башҡорт телендәге төркөм аша танышты ла хәҙер башҡортса хәбәрләшәләр, сөнки Юто урыҫ телен белмәй.

***
Иҙелдә аҡсарлаҡтарҙың балыҡ тотоуын ҡарап тороуы – үҙе бер тамаша! Тоҡойоп осоп киләләр ҙә, саңғы менән уҙғандай ғына, бер нисә секундҡа һыу өҫтөнә тейеп алып, аҡ сабаҡты тибеп, ялтыратып күтәреп алып китә­ләр. Ейәнебеҙ, биш йәшлек сағында Иҙел буйына алып барғайныҡ, ошоно күреп, ҡош балыҡ тотҡанды һеҙ тота белмәйһегеҙ, тип бик ҡаты үпкәләне.

***
Халҡыбыҙҙа баланың һаранлығын-йомартлығын тикшереү, тәрбиәләү алымы йәшәп килде: тәмләп кенә берәй нәмә ашаған сағында ололар, миңә лә тәмләт әле, тип һорай. Сабый бүлешһә, юрый ғына тешләгән булып ҡыланып, йомартлығын маҡ­тай-маҡтай кире ҡайтаралар, һаранланһа, яҡшы атайҙың, яҡшы әсәйҙең бала­һы, ҡайҙан килгән был ҡарун, тип оялтып ҡуялар ине.

Рубриканы Гүзәл
СИТДИҠОВА алып бара.


Вернуться назад