Ринат Вәлиуллин – Өфөлә26.09.2017
Ринат Вәлиуллин – Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия университетында билдәле яҙыусы Ринат Вәлиуллин менән осрашыу булды. Был сараны Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторҙо. Осрашыуҙа уның рәйесе Зәки Әлибаев, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты шағирә Лариса Абдуллина һәм урыҫ телендә ижад иткән яҙыусының ижады менән ҡыҙыҡһынған,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия
университетында уҡып йөрөгән студенттар ҡатнашты.


Сарала Ринат Вәлиуллин үҙенең ижад серҙәре менән уртаҡлашты, ҡәләм тирбәткәндәргә кәңәштәрен еткерҙе, һорауҙарға яуап бирҙе. Ул – бөгөн Рәсәйҙә иң популяр авторҙарҙың береһе. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә иң йыш телгә алынған яҙыусылар иҫәбендә – уның рәсми сәхифәһендә генә лә 200 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Салауат ҡалаһында тыуһа ла, бөгөн Санкт-Петербургта йәшәй һәм испан теленән белем бирә. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитендә уның менән әңгәмә лә баҫылғайны.
Осрашыуҙа студенттар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Шағир Артур Ғабдуллин һорауҙар биреп кенә ҡалманы, үҙҙәренең ижады хаҡында ла һөйләне. Ислам Төхвәтуллин башҡорт шағир­ҙарының шиғырҙарын уҡыны, ә Әлиә Әбдрәшитова башҡорт ҡыҙҙары бейеүен башҡарҙы. Ҡаҙаҡ егете Ильяс Сағынбәк туған телендә йырланы. Матур осрашыуҙан һәр кем үҙенә илһам, фәһем алып таралды. Ринат Вәлиуллин автографтар бирҙе, киләсәктә ижади хеҙмәттәшлектең дауам итәсәген дә билдәләне. Ул романдарының береһе башҡорт телендә донъя күрәсәгенә өмөт белдереүен йәшермәне.




Вернуться назад