Шиғриәт иленә сәйәхәт15.09.2017
Шиғриәт иленә сәйәхәт Башҡорт шиғриәтендә Сафуан Әлибаев лирик, йырсы һәм балалар шағиры булараҡ эҙ ҡалдырҙы. ХХ быуаттың 60-сы йылдарында Рәми Ғарипов мәктәбен үтеп, тәүге әҫәрҙәрен уҡыусы хөкөмөнә сығара. Әҙип, дүрт тиҫтә йыл ижад итеп, һүҙ сәнғәтендә үҙенә генә хас моңон ҡалдырып китте.

Шағирҙарға икән күп кәрәкмәй,
Уй-хистәре – ҡаурый ҡанаты,
Шул ҡанаттар офоҡ ситтәренә
Ҡағылғанда, Ерҙә таң атыр,

– тип яҙғайны шағир. Юҡҡа ғына түгел, ә тәүге аҙымдарында уҡ ил яҙмышын иңдәргә алып, замандың күҙенә тура ҡарап, ижадын дауам итте. Гражданлыҡ лирикаһы ҡоро пафостан түгел, ә ихлас ғәмәлдәрҙән поэтик образ булып бөрөләнә:

Баһаһы арта минең йәшәүемдең,
Ил алдында сапмам дан өсөн.
Ҡиммәтләнгән мәлдә бөтә нәмә,
Арзаная күрмә, намыҫым!

Ябай ғына ҡапма-ҡаршы күренеш аша тормош девизын, принциптарын асып бирә лирик герой. Һәр күренеш, ваҡиға, уның йөрәк ҡылдарын сиртеп, тетрәндерә, ҡыуандыра, күктәргә күтәрә.

Башҡортостан – башҡорт иле,
Ул — беҙҙең әсе яҙмыш;
Шуны кемдер аңламаһа,
Яуыр уға мең ҡарғыш.

Бөйөк Салауаттың вариҫы булыу ҙа икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға ла Ватан, тыуған ер, халыҡ, тел мәсьәләләре шағир ижадында күңел ҡылдарын әленән-әле сыңлатып тора.

Был донъяға рәнйеш-ҡарғышым юҡ,
Күк күкрәһен, йәшен йәшнәһен,
Йәшнәүҙәрем бары шуның өсөн –
Минән һуң да донъя йәшәһен!

– тип өндәшә икән, ул тарих төпкөлдәренән бөгөнгәсә, Ырғыҙ буйҙарынан алып Сафакүлгәсә, ғәзиз еребеҙҙән Йыһанғаса сәйәхәт ҡыла, үҙ моңон көйләй. Шуға ла был моң Ҡояш ынйыларынан туҡылған:

Рәхмәт, Ҡояш – алтын ҡошом!
Һин әле йомарт икән:
Ҡанатыңда таң тыуҙырып,
Уяттың тағы иртән.

Шағир – йылъяҙмасы ғына түгел, ә осорҙоң рухи ҡәлғәһе, һыҙлау-тетрәнеүҙәре лә.

Башҡортостан!
“Тыуған бишегебеҙ…” —
Был һүҙҙәргә күптән күнектек,
Ә асылда үҙең шул бишектә
Сәбәләнгән сабый кеүекһең,
– тип өҙгөләнә.
С. Әлибайҙың “Мәскәү һөйләй”, “Тик бер һорау”, “Хәйерһеҙ замана”, “Ишектәр”, “Баш ҡалала” тигән шиғырҙарында тағы ла йәмғиәттең киҫкен проблемалары эпик киңлеккә күсерелә. Уйланыуҙар тос фекер төйөнөнә төйнәлә, публицистик пафос көсәйә.

Ҡыҙығы юҡ Ҡыҙыл майҙаныңдың,
Ҡолаҡ яра сит-ят сәм-ыҙғыш,
Баш осоңа байраҡ ҡалҡҡан,
Уртаһында – йыртҡыс сәмерғош.

Шиғырҙа ҡулланылған аллитерация әҫәрҙең эске моңон ғына түгел, композицияһын, йөкмәткеһен тулыландырып, ярһыу бер симфония тыуҙыра. Өндәрҙе лә шағир уйната, бик оҫта эш итә.
С. Әлибайҙың “Эҙләйем Пушкин илен” шиғырҙар шәлкеме фәлсәфәүи уйҙарға һала, бөгөнгөнө уйлап, уйылып китерҙәй булаһың:

Батшаларҙан күсә башҡаларға
Харам ейеп, харам һемереү.
Иртәгәңде ҡасан үҙең уйлап,
Булыр микән үҙең көн күреү?!
Ҡасан ғына һиндә уятыр һуң
Арғымаҡтар кешнәп ал таңды?!
Йәш үләндә яңғыҙ кәзә утлай
Уныһы ла бәйле, арҡанлы….
Йә булмаһа:
Ярты Рәсәй ишек һаҡлай,
Яртыһы – түрә хәҙер…

Шиғри строфаларҙа — беҙҙең ысынбарлыҡ, беҙҙең тормош. Шағир заман афәттәренән ҡотолор сара эҙләп, ҡәләмгә тотона:

Ҡәләм тоттом батша ауылында.
Ғәфү итһен Пушкин! Ҡалаһы!
Урал ҡаяларын аҡ һарайҙар
Итеп үҫкән башҡорт балаһы –
Миңә лә бит йырлап ҡалаһы!..

Ҡояштың сағыу нурҙарын ҡәләменә урап, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәй. Был йәһәттән уның ижадында традицион образдар ҙа өр-яңы төҫ ала:

Юҡ, барыбер аумаҫ булған,
Сөнки иңдә солоҡ бар,
Шул солоҡта гөжләп торған
Гөрләп торған тормош бар.

Сафуан ағайҙарҙың быуыны ХХ быуаттың иң фажиғәле Бөйөк Ватан һуғышы осорон да бала күңеле аша һеңдереп, белеп, тойоп һәм кисереп буй еткерҙеләр. Шуға ла тормоштоң йәмен баһаларға, яуаплылыҡты икеләтә иңләргә өйрәнгәндәр.

Һағындырып ҡуя туңған быйма,
Атай һалған кейеҙ табанса,
– тип фәлсәфәүи уйланыуҙарын һүтә. “Борғанаҡ”, “Әбейҙәр сыуағы”, “Мәке”, “Ҡышҡы япраҡтар”, “Ҡышҡы миләш” шиғырҙарында йәшәү мәғәнәһе, тормош йәме кеүек категориялар лирик геройҙың кисерештәре аша тәрәнәйә.

Мин яҙҙарҙы һаман көтөп алам,
Бөрө булып бағам таңдарға.
Яҙҙар көтәм… Үткән йылдарымды
Кәкүгемә ҡалһын һанарға.

Шағир Сафуан Әлибайҙың тәрән лирик шиғырҙарында ошо йүнәлеш бер ағым булып аға.
Һ. Дәүләтшина исемендәге премияға С. Әлибайҙың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре тәүгеләрҙән булып лайыҡ булды. Шағирҙың оҙаҡ йылдар балалар матбуғатында хеҙмәт итеүе лә ошо йүнәлештәге ижадты байытҡан ғыналыр.
Сафуан Әлибайҙың “Һайланма әҫәрҙәр”енең II томына балалар өсөн шиғырҙары тупланған. Йыйынтыҡ композиция яғынан бик йәтеш уйланылған, бер-береһен өҫтәп килгән 12 бүлектән тора.
Тәүге “Тәтелдәй ҙә тәтелдәй” тигән бүлектәге әҫәр геройҙары – телдәре саҡ асылған сабыйҙар. Автор уларҙың ҡыҙыҡлы телмәрен, уй-кисерештәрен, уйнағанда бер-береһе менән һөйләшкәндәрен поэтик телмәргә күсергән. Шуға ла Сафуан Әлибайҙың Әхмәте, Салауаты һәм Айгөлө телсәр генә түгел, шаян да, мең һорауҙар менән өлкәндәргә баға.
— Аҫта, — ти, — һыу бик күп булғас, Ер нисек ағып китмәй?.. — тип аптырай әсәһе менән ҡоҙоҡтан һыу ташыған Айгөл.

Түтәлдәрем һыуһағандыр,
Һыу һибәм дә... ни күрәм:
Баҡсабыҙға йәйғорҙо ла
Алып ҡайтҡанмын күлдән!

– тип аптыраған саҡтары ла аҙ түгел. Балаларҙың ихлас күҙәтеүҙәре, сағыштырып һорауҙары бөтөнләй яңы донъяны хасил итә. Шағир уны боҙмай, тулайым килеш кенә аҡыл һатмай уҡыусыһына еткерергә ынтыла:
– Үҫкәс кем булырһың икән?
— Үҫкәс мин атай булам, — тигән яуап­ты ла берсә тура, берсә киң мәғәнәлә аңлайһың. Ысынлап та, бала көслө лә, ғаиләһе өсөн яуаплы ла шәхесте тик янында күрә, шуға ла уға оҡшарға тырыша.
Балалар һәр күренештән, һәр хәрәкәттән күңелдә уйылып ҡалыр образ тыуҙыра йәки тел сарлай.
Шағирҙың “Йәмле өй”, “Һыуға барғанда”, “Алып ҡайттым” шиғырҙарында ла лирик геройҙың ныҡышмал, күп белеүгә ынтылыусан һәм тылсым эйәһе булыуын да күрәбеҙ. Миҙгелдәр алмашыныуы, тормош күренештәре, тәбиғәттәге һәр үҙгәреш сабый ҡарашында һәм телмәрендә ҡабатланғыһыҙ оло донъяны хасил итә. Ә был донъя бары мөғжизәләрҙән һәм тылсымдарҙан, изгелектән һәм шатлыҡтан ғына торған утрауҙы хәтерләтә. Тапҡан бит шағир шатлыҡ нурҙары менән туҡылған Ерҙең мәңге яҡты яғын!
“Аҡбуҙат” биттәренән” һәм “Эштәр тынмай аҡланда” бүлектәрендә мәктәп йәшендәге балаларҙың тормошо сағыла. Поэтик һүҙ оҫтаһы уҡыусының донъяһын һәр тарафтан иңләй, яҡындарын барлай, мәктәп тормошона сума. Ундағы һәр яңылыҡ шиғыр булып тирбәлә. Ә йәйге аҡландағы күренеш үҙе хайран ҡалырлыҡ. Автор йәнле картинаны күбәләк, энәғараҡ, бал ҡорттары, сиңерткәләр, иңкештәр һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ сәскәләр ярҙамында тыуҙыра. Йәй миҙгелендә тәбиғәт йәнлелеге генә түгел, ә балаларҙың тынғыһыҙ мәлдәре лә шиғри юлдарға һалынған.
“Йондоҙҙар һанай-һанай” бүлегендәге шиғырҙарҙа үҫмерҙәр донъяһы “Сәйәхәттә” шиғыры менән асыла. Лирик герой тәбиғәткә сәйәхәт итә лә тормош ысынбарлығын күреп хафалана. Шуға ла “Аҡ ҡайын зары” шиғырында лирик геройҙы тетрәндергән мәлдәр күберәк тасуир ителә. Ә китаптың “Туп шикелле тупылдап” бүлексәһе үҙенсә йылылыҡ, ҡабатланмаҫ мөнәсәбәттәрҙе поэтик һүҙ аша күрһәтә.
“Йырлап алайыҡ әле!” тигән бүлексә иһә: “Уйнап-уйнап арып бөттөк, йырлап алайыҡ әле...” — тип асылып китә. Балалар донъяһын яҡтыртҡан 60-лап йыр еңел генә йырланып тора, ә көйө күңелгә һеңә, сөнки йыр текстарындағы һәр һүҙҙең үҙ моңо, үҙ урыны. Йырсы-шағир булараҡ, С. Әлибай быны яҡшы тоя һәм аңлай.
“Әллә һәҙәп, әллә әҙәп?” бүлексәһе балаларҙың күңел донъяһы, күңел сәхифәләре хаҡында шиғырҙан шиғырға асыла бара. Шағирҙың “Ҡояш. Болот. Елбатыр”, “Тылсымлы шар”, “Серле йылдар” тигән әкиәттәре лә тылсым аша балаларға тормоштоң серҙәрен һүтә.
Китаптың “Елбер елдәр тарих һөйләй” тигән һуңғы бүлеге сабый сағы менән хушлашып, тормошҡа үҫмер күҙлегенән баҡҡан лирик герой менән осраштыра.

Миңә ерем Салауаттың
Бала сағын һөйләне,

– тип әйтә икән, уның ҡараштарында етдилек, егетлек тә юҡ түгел. Юҡҡамы ни:

Атай һөйләй: егеттәрҙең,
Һай, ауан оҫталары,
Ташҡа ла ҡаҙаҡ ҡаҡҡандыр
Салауат ҡустылары!..

– тип өндәшә. Ә бындай балаларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары ярылып ята:

Әсәйҙәр матурлығы күскән,
Атайҙарҙың батырлығы күскән
Егеттәр һәм ҡыҙҙар икәнбеҙ,
Урал тигән илдә үҫкәнбеҙ.

“Халҡым” тигән шиғырында иһә һәр юлы тарих һөйләй, һәр һүҙе халҡым йөрәге булып тибә.

Саф тулҡынлы Сафакүле,
Арғаяш һәм Өйәлге,
Барҙа, Соран, Кәмәлеге
Ырғыҙы ла үҙ ине,

– тип халҡымдың йәшәгән ерҙәрен генә иҫләмәй, ә улар өсөн йән атып торған лирик геройҙы күҙ алдына баҫтыра:

Халҡым, тиһәм, йән-тәнемдән
Ҡаным түгел, йыр ағыла.
Әйләнәм йорт ҡошонан
Күктә сыңлар торнаға,

– тип өндәшә икән, нисек ышанмайһың?!
Эйе, Сафуан Әлибайҙың шиғриәтенә сәйәхәт ҡылып, сағыу бер донъяны астыҡ. Ҡабатланғыһыҙ был донъяның йыр-моңо, сихри төҫтәре, юғарыға ынтылған күңеле менән лирик геройҙы тағы ла бейегерәк күтәрә, беҙҙе лә шул бейеклектәргә әйҙәй.

Зәки ӘЛИБАЕВ,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты.



Вернуться назад