Башҡортостан, һиңә ғашиҡмын!15.09.2017
ӘСИРЛЕК
Фашистарҙың Дахау концлагеры…
Ун туғыҙын тултырған атай.
Бәхет көткән хыял донъяһынан
Үлем һуҡмағына ул атлай.
Яратманың, атай, һин һөйләргә
Баштарыңдан ниҙәр үткәнен.
Барыһын белдек һуңлап, үҫә төшкәс,
Уҡығанда ҡуйын дәфтәрең.
Көн дә иптәштәрҙе юғалтыуың,
Аслыҡ-яланғаслыҡ, ау(ы)рыуҙар…
Аяҡтарың ҡыҫҡан бығауҙар ҙа
Азатлыҡ, тип, әрнеп яныуҙар…
…Скрипка ҡылы илай-илай һөйләй,
Үҙәк өҙгөс көйөн һуҙа.
Фашист, асыуына сыҙай алмай,
Тоҫҡап ата, “ендәре ҡуба”.
Скрипка тына, егет ауып ҡала,
Гүйә, тормош туҡтап ҡалдымы...
Әсирлектең әсе һағыштарын
Шулай ғына быуып булырмы?
Үлем ояһынан ҡотолдороп,
Хыялдарҙа киреп ҡанатын.
Ғәзиз илең һиңә әҙерләне
Әсирлектең иң ныҡ ҡатыһын.
Ҡайтып төштөң тыуған яҡтарыңа,
Асып атай йорто ҡапҡаһын.
Һин аңланың: һынау юлдарыңда
Башҡа ҡапҡаларҙы япҡанын.
Тыуған илдәреңдә дошман булыу –
Ғазаптарҙың иң ҙур ғазабы.
Әйтерһең дә, бөтә яҡты донъя
Айһыҙ төндән нығыраҡ ҡараңғы.
...Тәбиғәттең иркә балаһы беҙ.
Иреклектә әсәй тыуҙырған.
Сикһеҙ бәхет, хыял, мөхәббәтте
Балаһына тейәп тултырған.
Ләкин әсирҙә беҙ уйлап сығарылған
Ҡанундарҙа, ғөрөф-ғәҙәттә.
Осоп киткән ҡоштай һауалағы,
Әйләнмәгән кире миҙгел, сәғәттә…
Бирһә икән ҡояш йылылығын,
Ҡыйыулыҡты әсе елдәрҙән.
Яҙғы һыуҙың ярһыулығын,
Ҡотолдороп сикһеҙ әсирҙән.
Атайымдың дәфтәрҙәрен уҡып,
Тағын уны бик ныҡ юҡһындым.
Тәрән һағыштарын уның тойоп,
Шул атайлы мәлде һағындым!..
ҠУРАЙ МОҢО
Мәскәү ҡалалары сәхнәһенән
Сихри ҡурай моңо тыңлайым…
Юҡ, мин баш ҡалала түгелмен, тик
Ырымбурҙың күрәм далаһын!
Үҙ халҡымдың моңло был көйҙәре
Алып китте һабантуйҙарға,
Тыуған яҡтар, сикһеҙ киң яландар,
Атта сабыш килде уйҙарға…
Иҫкә төштө сабый саҡтарым да,
Соран буйы, ауыл, яҡташтар.
Хәтерләнем үткән йәшлекте –
Үкенесем ҡалды йыраҡта.
Күҙ алдымда һаман күләүектә
Өйрәк, бәпкәләрҙең уйнауы.
Яңауылым, һинең ҡосағыңа
Һағынып та ҡайтып ауайым.
Сәхнәләге шартлы төтөндәр ҙә
Хәтерләтте таңдар атҡанын.
Киске уйын бөтөп, ҡояш ҡалҡып,
Офоҡ буйлап томан ятҡанын…
Мәскәү ҡалалары сәхнәһенән
Ҡурай моңон тыңлап ултырҙым.
Юҡ та инде, ҡырҡта түгел дә мин,
Яңы ун етемде тултырҙым!
* * *
Атай бесән сапҡан Тәрән үҙәк аша
Хәҙер инде юлдар һалынған.
Күпме йорттоң йәнһеҙ тәҙрәһенә
Арҡыс-торҡос таҡта ҡағылған.
Шаулап көнбағыштар үҫкән ерҙә
Яландарҙы баҫҡан ҡый үлән.
Тәндән үткән ҡамсы эҙҙәреләй,
Мең өлөшкә туғай теленгән.
Әрнеү, һыҙланыуҙан ғәзиз тупраҡ
Күпме йылдар түгә ҡара йәш.
Ниҙәр көтә һине, ерем, халҡым,
Кемдәр бирер икән аң-кәңәш?
ТУҒАН ТЕЛДӘН СИТКӘ АТЛАНЫМ…
Йәшем иллеләргә ауышҡанда,
Аңланым мин иң ҙур хатамды:
Урыҫ теле уҡытамын тиеп
Туған телде ситкә һатҡанды.
Ник оноттом әсәм бишек йырын,
Ғәзиз халҡым моңло көйҙәрен,
Атайымдың саф башҡортса итеп
Яҙып һалған шиғыр юлдарын?
Ҡартатайҙың тубығына ултырып,
Әкиәт тыңлай инек кинәнеп.
Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу
Хәтерҙәрҙә ҡалған уйылып.
Мостай Кәрим, Юлтый шиғырҙарын
Беҙгә уҡынылар кистәрен.
Өфөләрҙән сәләм алып килгән
“Ағиҙел” журналы биттәрен.
Йәшем иллеләргә яҡынлаша,
Йоҡо бирмәй төндә уйҙарым.
Аҡ ҡағыҙға теҙер фекерҙәрҙе
Эҙләп арый кәрәкле һүҙҙәрем.
ҒАШИҠМЫН…
Ырымбур далаһы ҡыҙы һиңә,
Башҡортостан, ғашиҡ электән.
Уның гүзәллеге тураһында
Ишеттем йырҙарҙан, бишектән.
Инәйемдең үҙебеҙсә итеп
Моңло башҡорт көйө йырлауын.
Тыуған яғы шундай матурлығын
Һағынып гел беҙгә һөйләүен.
Мин дә һағынам ҡайын урманын,
Тәтер буйы һәм Таш шишмәһен,
Айтуғандың оҙон урамдарын,
Туғайҙа еләктәр бешкәнен.
Менгем килә Зөйәк тауҙарына,
Баҫҡым килә ҡая ташына.
Һоҡланып Ағиҙел буйҙарына,
Урал йылға килә башыма…
Хәтерләймен Салауат һәйкәлен,
Эргәһендә йәштәр бейеүен.
Халҡымдың оло байрамдарының
Беҙгә сикһеҙ дәрттәр биреүен.
Һөйөклө Өфө баш ҡалабыҙҙа,
Үҙ халығым, үҙем илемдә.
Рәхәтләнеп, киң урамда йөрөп,
Һөйләшәмен туған телемдә.
Ғашиҡмын гүзәл Башҡортостанға,
Инәйемдең тыуған иленә.
Тик ҡайтам атай-бабай төҙөгән
Төп йортом – Ырымбур еренә.
Мәскәү ҡалаһы.