киләсәктең нигеҙе15.09.2017
“Балаларҙы милли традицияларҙа тәрбиәләү – киләсәктең нигеҙе” тигән темаға арналды балалар баҡсаларының милли башҡорт төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәрҙең һәм милли балалар баҡсалары етәкселәренең ҡала кәңәшмәһе.
40-сы башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Нәйлә Вәлиева сарала ҡатнашыу­сыларҙы үҙҙәрендә тәрбиәләнеүселәрҙе милли рухта тәрбиәләү өсөн ниндәй саралар күрелеүе, ата-әсәләр менән эш барышы хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ яҡын киләсәктә халыҡ педагогы Мәрйәм Бураҡаеваның “Тормош һабаҡтары” әсбабы буйынса дәрестәр башларға ниәтләүҙәрен белдерҙе. Өфө ҡала округы Мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Розалия Сафиуллина балалар баҡсала­рында һуңғы йылдарҙа туған телде өйрәнеү көсәйә барыуын, быға берҙәм эшмәкәрлек йоғонто яһауын белдерҙе. Ул: “Үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы белеп, заман талаптарына ярашлы башҡорт теленең, туған телдәрҙең ҡулланылышын балалар баҡсаларында киң йәйелдереү мөһим”, – тине.
“Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәк”тең методисы Ләйсән Сафиуллина, уҙған йыл­дарға йомғап яһап, пландар менән таныш­тырҙы һәм ата-әсәләр, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренән тәҡдимдәр көтөп ҡалыуҙарын әйтте. Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының доценты Зәкиә Нафиҡова сығышы балалар баҡсалары өсөн методик ҡулланмалар әҙерләү, уларҙы файҙаланыу хаҡында булды. Ул: “Төрлө йәштәрҙә булһа ла, башҡорт балалары өсөн баҡсаларҙа айырым төркөм­дәр будырыу кәрәк”, – тигән тәҡдим индерҙе.
Яҙыусы, халыҡ педагогы Мәрйәм Бу­раҡаева сығышын уҙған быуатты хәтергә алыуҙан башланы: “Заманында Фатима апай Мостафина башҡорт телен өйрәнергә теләгән 30 бала йыйһағыҙ, приказ сыға­рам, тине. Эйе, беҙ йыйҙыҡ, әммә ҡаршы көстәрҙең һүҙенә бирелеп, 19 әсәй ғари­заһын кире алды. Бөгөн йәнә ошо хәл ҡабатлана. Балалар һаны етеңкерәмәһә лә, министр һүҙендә тороп, класс асты. Балаларыбыҙға башҡорт телен өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырайыҡ, хөрмәтле ата-әсәләр, тәрбиәселәр, уҡытыусылар!”
Эйе, заман беҙҙе һис көтөлмәгән, хатта, бәлки, үтеп китер тип кенә фекер йөрөткән мәсьәләләр алдына килтереп ҡуйҙы. Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индереүҙән алып, мәктәптәр өсөн кәрәкле әсбаптар ваҡытында сыҡмау, ата-әсәләрҙең битарафлығы кеүек ҡаршы­лыҡтар алдына килеп баҫтыҡ. Ни йөрәге менән балаларын башҡа телдә уҡытыу тураһында ғаризаға ҡул ҡуя торғандыр ата-әсәләр, әммә бөгөн телебеҙ мәсьәләһе киҫкенләште. Мәрйәм апайҙың сығышын балаларға ғына түгел, республика халҡына тыңлатырға кәрәк ине тигән теләк уянды. “Йәйләү”гә барып ҡайтҡан балалар ана ниндәй ҡанатланып, йылғаһын тапҡан инеш­тәй булып, яңынан киләһе йәй еткә­нен көтөп йәшәй. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы шулай уҡ балалар баҡсаһы йәшендәгеләр өсөн “Өләсәйҙәр мәктәбе”н тергеҙеү эшен йәнләндереү хаҡында ла әйтте. Бала­ларыбыҙ сәңгелдәктән милли рухта үҫһен тиһәк, беҙгә ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла “Өләсәйҙәр мәктәбе”н булдырып, балалар баҡсаларында башҡорт халҡының йолалары, традициялары миҫа­лында бәләкәстәрҙе тәрбиәләү зарур! Зарур ғына түгел, тәүшарт! Әйткәндәй, Бело­рет ҡалаһында “Йәйләү” алымдарын уҡы­тыу процесында ҡулланған мәктәп бар.
75-се “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе, “Педагог-оҫта” ҡала конкурсы еңеүсеһе Ғәлимә Бирҙина “Мәктәпкәсә белем биреү педагогикаһында экологик тәрбиә – мөһим йүнәлеш” тигән сығышында балаларҙың телмәрендә ағастарҙың, үләндәрҙең, йәнлектәр донъяһының һәм башҡа беҙҙе уратып алған мөхиттең башҡортса аталышы дөрөҫ ҡулланылырға тейешлеген билдәләне. Ә 40-сы башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе, “Эҙләнеүсе педагог” ҡала конкурсы еңеүсеһе Айһылыу Заһитова сығышында заман технологияларын башҡорт телен өйрәтеүҙә файҙала­ныу тураһында әйтте. Теләгән һәр кем бө­гөн телефондарын да, социаль селтәр­ҙәге сәхифәләрен дә, смартфондарын да башҡортсаға күсереп бөттө. Бәләкәстәргә лә Интернет селтәре аша “Тамыр” каналы ярҙамында төшөрөлгән башҡортса фильм­дарҙы, тәржемә ителгән йәнһүрәттәрҙе күрһәтергә була. Ата-әсәләр исеменән сығыш яһаған Айгөл Ишеғолованың сығышы ғаиләлә башҡорт рухын тәрбиә­ләүгә арналды. Уны гәзитебеҙ битендә баҫтырҙыҡ та инде.
Баш ҡалала өлгө алырлыҡ миҫалдар етерлек, шуға күрә төбәктәрҙә лә балала­рыбыҙҙы туған халҡыбыҙ мөхитендә тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырайыҡ. Тәжрибәләребеҙ менән социаль селтәрҙәр аша ғына түгел, ваҡытлы матбуғат аша ла уртаҡлашайыҡ.


Вернуться назад