“Башҡортостан” гәзите – “Алтын фонд”та!13.04.2012
Мәскәүҙә “Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты һәм уның үҫеш мөмкинлектәре” тигән эшлекле форум үтте, унда бер төркөм гәзит һәм журналға “Матбуғаттың алтын фонды”на индерелеү тураһында махсус тамға менән таныҡлыҡ тапшырҙылар. Шул баҫмалар араһында “Башҡортостан” гәзите лә бар!
Был наградаға Рәсәйҙең иң яҡшы баҫмалары лайыҡ була. Артабан был исемде баҫманың яуаплылығы, йәмғиәткә хеҙмәт итеүе аша йыл һайын раҫлап торорға кәрәк. Награда тураһындағы ҡарарҙы күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ғалимдар ингән эксперт советы ҡабул итә. Эшлекле форумды йыл һайын “Журналист” нәшриәт йорто менән Матбуғат һәм дөйөм коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ойоштора.
Бөгөнгө һандан башлап гәзитебеҙҙең исеме эргәһендә ошо тамға торасаҡ.


Вернуться назад