Ҡыҙыл келәмдә – Бабич15.09.2017
Ҡыҙыл келәмдә – БабичКүренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич ролен уйнаған актер Илгиз Таһиров Екатеринбургта “Уралкинофест” кинофестивалендә ҡыҙыл келәмдән үтте. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың юлы ағалы-энеле Люмьер һәйкәленән башланды.
Кинофестивалдә “Бабич” һәм “Өфөнән һөйөү менән” тигән ике яңы башҡорт фильмы күрһәтелде. Айнур Асҡаровтың романтик комедияһын конкурс программа­һында ҡаранылар. Булат Йосопов­тың тарихи фильмы “Глобус” сауҙа-күңел асыу комплексының кино йортонда һәм “Карнавал” сауҙа-күңел асыу үҙәгенең кинокомплексында ҡуйылды.
Екатеринбургта һәм Свердловск өлкәһе ҡалаларында икенсе тапҡыр Рәсәй киноһының Урал асыҡ фестивале уҙғарылды. Программаға ярашлы, Екатеринбургтың һәм өлкәнең 20 кино алында 119 картина күрһәтелде. Жюри рәйесе — режиссер, сценарист Андрей Прошкин.


Вернуться назад