Француз-немец телеканалы солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрә15.09.2017
Башҡортостандағы “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына республикала һаҡланып ҡалған үҙенсәлекле кәсеп — солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрөү өсөн ARTE француз-немец телеканалының ижади төркөмө килде.
Ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косарев билдәләүенсә, канал бал тураһында төрлө илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә төшөрөлгән 16 фильм сығарырға йыйына. Фильмда ҡурсаулыҡтағы тоҡомдан килгән умартасыларҙы, йәғни солоҡсо Сабит Ғәлинде күрергә мөмкин. Уның нисек йәшәүен, эшләүен һәм ҡырағай бал йыйыуын төшөрөргә ниәтләйҙәр. Ҡурсаулыҡ хеҙмәт­кәрҙәре төбәктә солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыу, Бөрйән бал ҡортоноң үҙенсәлектәре һәм уның ҡушылыу проблемалары хаҡында һөйләйәсәк.
Проекттың продюсеры Александра Дальсбек һүҙҙәренсә, фильмды махсус рәүештә Европа тама­шасыһына билдәһеҙ булған урында төшөрәләр. “Беҙгә урындағы умартасының күңел торошон аңлау, уның көнкүрешен, ни өсөн ошо һөнәр менән шөғөлләнеүен күрһәтеү мөһим”, — тип билдәләне ул.
ARTE каналы тамашасылары башҡорт балы хаҡында 26 минутлыҡ документаль фильмды 2018 йылдың башында ҡарай ала.


Вернуться назад