Йәштәр театры – сәфәрҙә15.09.2017
Йәштәр театры – сәфәрҙәМ. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Ҙур гастролдәр” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Нальчик ҡалаһына юллана.
14- 17 сентябрҙә Ҡабарҙа-Балҡар Республи­каһының Дәүләт музыка театры сәхнәһендә Башҡортостандан килгән коллектив балалар һәм өлкәндәр өсөн алты спектакль сәхнәләштерә. Программаны ойоштороусылар — Федераль гастролдәр эшмәкәрлегенә ярҙам итеү үҙәге.

Йәштәр театрының башҡорт төркөмө М. Кәримдең «Тылсымлы тирмән», М. Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса...», Дж. Родариҙың «Чиполлино», С. Айытматовтың «Диңгеҙ сите буйлап йүгергән алабай», У. Хубтың «Һигеҙҙә Нух кәмәһе янында», Ф. Бүләковтың «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» спектакл­дәрен тәҡдим итә. Художество етәксеһе Мәсәлим Күлбаев феке­ренсә, гастролдәр репертуарына Төньяҡ Кавказда йәшәгәндәр өсөн ҡыҙыҡлы булған сәхнә әҫәрҙәре һайлап алынған.
Был Йәштәр театрының Ҡа­барҙа-Балҡар Респуб­лика­һына тәүгә барыуы түгел. Һуңғы тап­ҡыр рус труппаһы — 2012 йылда, башҡорт труппаһы иһә 2013 йылда алмаш гастролдәр менән Нальчикка барып ҡайтҡайны.


Вернуться назад