“Уйнаһын ғына гармуным, Тынмаһын ҡурай моңо!”13.09.2017
“Уйнаһын ғына гармуным, Тынмаһын ҡурай моңо!”Сибай концерт-театр берекмәһе йәйге оҙайлы ялдан һуң эшен яңынан тергеҙҙе. Кемдәрҙер ауылға – ата-әсәләре, туғандары янына ҡайтып, икенселәр республикабыҙҙың һәм күрше өлкәләрҙең ял йорттарында ял итеп, сәйәхәттәр ҡылып, бәғзеләре диңгеҙ буйҙарында, шифаханаларҙа тәндәренә шифа, күңелдәренә дауа тапҡан артистар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр дәрт һәм илһам менән ығы-зығылы көндәлек мәшәҡәттәргә тотондо. Бер айға тын ҡалған филармония һәм “Сулпан” балалар театры хәҙер көноҙоно шау-гөр килеп тора – ижади коллективтар яңы программалар өҫтөндә эшләй, репетициялар үткәрә, яңы ижад миҙгелен асыу тантанаһына әҙерләнә, республика район-ҡалалары, күрше өлкәләр буйлап гастролдәргә йыйына.
Уҙған ижад миҙгелен уңышлы үткәргән берекмә киләсәктә тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү теләге менән яна. Ысынлап та, 23-сө миҙгел ойошма өсөн көсөргәнешле лә, шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы ла булды. Көсөргәнешле, сөнки коллектив алдына алған уй-ниәттәрен, еткерелгән пландарҙы үтәү өсөн мөмкин булғанын да, булмағанын да эшләргә тырышты. “Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигәндәй, бөгөн өлгәшелгән уңыштар хаҡында башҡалар алдында йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп һөйләй алабыҙ.
Даими эҙләнеүҙәр, яңы программалар, спектаклдәр өҫтөндә ентекле эшмәкәрлек алып барыу, коллектив эсендәге ойошҡанлыҡ, етәкселек яғынан күрһәтелгән талапсанлыҡ, рухи һәм матди ярҙам, көндәлек хәстәрлек ижади коллективты берҙәмлеккә һәм дөйөм уңыш өсөн арымай-талмай эшләүгә этәрә. Отчет осоронда, мәҫәлән, берекмә тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителгән дүрт өр-яңы концерт программаһы, өс спектакль әҙерләп күрһәтте. “Башҡортомдоң хазинаһы – йырлы-моңло сибайҙар”, “Йырҙарымда ерем һулышы”, “Исемеңдә һинең яҙмышың...”, “Йәшәү һуты биргән ергенәм...” исемле программа­ларға Урал аръяғы райондарында, республи­кабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш район-ҡалаларында йәшәгән тамашасыларыбыҙ ихлас ҡул сапты.
Гастролдәрҙән һуң берекмә етәкселеге исеменә килгән рәхмәт хаттары, шылтыратыуҙар концерттарыбыҙҙың тамашасылар күңеленә хуш килеүе тураһында һөйләй. Әйткәндәй, был сараларҙың төп маҡсаты – халҡыбыҙ күңелендә милли ғорурлыҡ уятыу, телебеҙгә, тәбиғәтебеҙгә, милли йолаларыбыҙға һөйөү уятыу, башҡа милләттәр араһында үҙеңде тиң итеп тойоу тойғоһо тыуҙырыу, милләт-ара татыулыҡҡа, үҙ-ара килешеп йәшәүгә өндәү.
Был йәһәттән шуны билдәләү урынлы булыр, моғайын, артистарҙың үҙ телебеҙҙә ҡуйған концерттары туғандаш татар халҡында ла, башҡа милләт вәкилдәрендә лә берҙәй яҡлау таба һәм ҡеүәтләү ауаздарына, дәррәү алҡыштарға күмелә. “Исемеңдә һинең яҙмышың...” программаһы, әйтәйек, бөтә милләттәр өсөн дә уртаҡ булған проблеманы күтәреп сыға, сөнки яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыу эшендәге уйлап еткермәүҙәр, милли ғорурлыҡ тойғоһона хыянат милләтем, туған халҡым тип йәшәгән кемдәрҙә генә аңлашылмаусанлыҡ, милләт өсөн янып-көйөү, әсенеү тойғолары тыуҙырмай икән?! Аделина, Карина, Эдик, Рубис, Аврал, Сусанна һ.б. исемен йөрөткән башҡорт ҡыҙҙары һәм малайҙарын милләт улдары һәм ҡыҙҙары тип әйтеп буламы ни? Зөлхизә, Ынйыбикә, Зифа, Сөмбөл, Азат, Азамат, Шәһит, Батырхан, Уйылдан ише төп исемдәребеҙ нимәһе менән кәм дә, ни яғы менән оҡшамай йәш ата-әсәләргә? Балаға исем һайлағанда олатай-өләсәйҙәр ҡайҙа ҡала, нимә уйлай? Программаның ошо проблеманы күтәреп, тотош ил алдында оран һалыуы бик күптәрҙе уйланырға мәжбүр итер, моғайын. Һәр хәлдә концерттан һуң әйтелгән ҡеүәтләү һүҙҙәре, алҡышлы рәхмәттәр ошо хаҡта һөйләй.
Республикабыҙҙа берҙән-бер булған “Сулпан” балалар театры ла үҙ репертуарын еңел-елпе сәхнә әҫәрҙәренән төҙөүҙән азат. Пьеса һайлағанда режиссерҙар иң элек әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһенә, уның тәрбиәүи асылына, балалар өсөн аңлайышлы булыуына иғтибар итә. Мәҫәлән, драматург Сергей Ильницкий пьесаһы буйынса быйыл сәхнәгә ҡуйылған “Ваҡиға урынынан репортаж” спектакле кескәйҙәрҙе тәрбиәле булырға, ололар һүҙен тыңлай белергә, еңмешләнмәҫкә, башҡалар һүҙенә ҡолаҡ һалырға өйрәтә, кире хәлдә уларҙы нимә көткәнлеген иҫкәртә. “Шүрәле – йән киҫәгем!”, “Уңмаған көн”, “Ҡаурыйлы тылсым эйәһе” спектаклдәре лә, беренсе сиратта, ана шул яғы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Режиссерҙар – Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов, Борис Мәхмүтов сәхнәләштергән был спектаклдәр үҙебеҙҙең Урал аръяғында ғына түгел, республикабыҙҙың Миәкә, Әлшәй, Салауат, Мәсетле, Бәләбәй, Ҡыйғы, Туймазы һ.б. райондары, күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре балаларының да күңелен яуланы. Әле театр коллективы төньяҡ-көнбайыш райондарына гастролгә әҙерләнә.
Яңы программалар менән бер рәттән берекмә коллективы үткән ижад миҙгелдәрендә сәхнәгә сығарылып, тамашасылар күңелендә матур хис-тойғолар уятҡан, халыҡты арбаған элеккеләрен дә ҡабатлап, теге йәки был төбәктә тамашасыларға тәҡдим итеп тора. Шундай “иҫкермәҫ” концерт программаларының береһе – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” Ул республикабыҙҙың күпселек район һәм ҡалаларын урап сыҡты, күрше өлкәләрҙә лә күрһәтелде. “Шундай матур концерт – ҡараған һайын ҡарағы килә, сәхнә геройҙары менән бергә тыуған ауылға ҡайтып урағандай тояһың үҙеңде, – тип яҙа беҙгә Йылайыр районынан Гөлсинә Шаһиәхмәтова. – Мин уны үҙебеҙҙә ике тапҡыр ҡараным, аҙаҡ Сибайға ла барҙым. Артистарҙың иҫ киткес оҫта уйнауҙары, беҙ бала саҡта тыңлаған ретро йырҙарҙы башҡарыуы күңелгә май булып яғыла. Берсә рәхәтләнеп көлөп, берсә һағышлы моң тәьҫирендә күҙҙәр сыланып, онотолмаҫ хәтирәләрҙе яңыртып, ихлас күңелдән ял итеп ҡайттыҡ. Шундай тамашалар йышыраҡ сығарылһын ине!” Был программа баш ҡалабыҙ Өфөлә лә күрһәтелде һәм иң талапсан тамашасы күңелен дә яуланы.
Тыуған еребеҙҙең, тәбиғәтебеҙҙең бәҫһеҙләнә барыуын, кешеләрҙә һаҡсыллыҡ тойғоһоноң һүрелеүен иҫәпкә алып сәхнәләштерелгән “Йәшәү һуты биргән ергенәм...” концерт программаһы ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ер-әсә, Урал батыр образдары аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, артистарыбыҙ тамашасыларҙың күңелен һиҫкәндерә, ғәзиз еребеҙгә, ата-бабаларҙан ҡалған тәбиғәт ҡомартҡыларына бөтөнләй башҡа күҙ менән ҡарарға өндәй...
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары – күрше Силәбе, Ырымбур, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн күптән көтөп алынған ҡунаҡ. Беҙҙекеләргә Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург кеүек мегапо­листарҙа ла ихлас ҡул сабалар. Йыл да яҙғы-йәйге һабантуйҙар мәлендә Сибай артистары ошо ҡалаларҙа үткән байрамдарҙың сағыу биҙәге була, уларҙы алдағы йылдарға ла саҡырып ҡалалар. Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, яҡын-тирәләге райондарҙа үткәрелгән һабантуйҙар, иҫтәлекле даталар, һөнәри байрамдар, ҡала көндәре айҡанлы ойошторолған сараларҙа ла улар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Әйтәйек, Металлургтар көнөндә сибайҙар Хәйбуллала ла, Сибайҙың үҙендә лә, Баймаҡта ла йыл һайын сағыу төҫтә балҡый һәм тау эшсәндәренә матур-матур музыкаль бүләктәр әҙерләй.
Артистарыбыҙҙың юбилейҙары менән бәйле үткәрелгән бенефистар, ижад кисәләре, айырым концерттар ҙа үҙҙәре тирәләй бихисап сәнғәт һөйөүселәрҙе йыя. Бындай саралар һәр сәнғәт оҫтаһына рух күтәренкелеге, илһам һәм дәрт биргән этәргес көс булараҡ әһәмиәткә эйә, сөнки йырсы йәки бейеүсе нәҡ ошондай кисәләрҙә үҙен тулыһынса асыу, тамашасыға ижад ҡомарын бар яҡлап күрһәтеү мөмкинлегенә эйә була.
“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Илдар Хәтмуллин), “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө (Ринат Ғайсин) филармониябыҙҙың йөҙөк ҡашы булып ҡалыуын дауам итә. Беҙҙең бейеүселәрҙең сығышын һәр ерҙә көтөп алалар һәм йылы алҡыштар менән оҙатып ҡалалар. Ансамблдең составы ла яңыра – уға йәш көстәр өҫтәлә. “Тархан”дар иһә – күптән инде тамашасы һөйөүен ҡаҙанған коллектив. Төркөм халыҡсан, дәртле йырҙары менән дан тота.
Әлбиттә, һәр эштең уңышы етәксенең алдан күрә белеүенә, коллективтың тормошона һиҙгер ҡарашта булыуына, талапсанлығына туранан-тура бәйләнгән. Был йәһәттән Сибай концерт-театр берекмәһе етәксенән уңды, тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Директорыбыҙ – Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов – бар яҡлап та булдыҡлы, сәнғәт донъяһында тәрән белемле, талапсан да, шул уҡ ваҡытта ҡул аҫтында эшләгән һәр кемдең мөмкинлеген, һәләтен тоя һәм баһалай белгән шәхес. Бер көн менән генә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй ул, алдан пландар ҡороп, һәр нәмәне бар яҡлап уйлап, ҡыҫҡаһы, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеп эш итергә тырыша.
– Эш өсөн янған, ижад утында дөрләгән, дөйөм уңыш өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән патриоттарға таянам, – ти Айбулат Миңлеғәле улы. – Коллективыбыҙҙа шундай­ҙарҙың күпселекте тәшкил итеүе ҡыуандыра. Эшебеҙ нисек кенә ауыр булмаһын, артистары­быҙ һәр ваҡыт тәгәрмәс өҫтөндә, көнө-төнө эш менән мәшғүл, шулай ҙа ризаһыҙлыҡ белдереп, мыжып йөрөгәндәр бик һирәк. Райондан районға, ауылдан ауылға йөрөп концерт ҡуйғандарында бер көндә ике-өс урында сығыш яһарға тура килә, күп ваҡыт аслы-туҡлы йөрөйҙәр. Бөгөн бит элекке кеүек артистарҙы һәр ерҙә ҡоҙа көткәндәй мул табын менән ҡаршы алмайҙар... Барыһының да яҡын киләсәккә – үҙ бинабыҙ, үҙ сәхнәбеҙ булыр көнгә ныҡлы өмөт тотоп, баш баҫып, бер табандан эшләүенә рәхмәт! Алла бирһә, оҙаҡламай ул көндө лә күрербеҙ. Кем әйтмешләй, беҙҙең урамда ла байрам булыр әле...
Йыл һайын исемле йылға бағышланған концерт-лекторийҙар, хәтер һәм ижад кисәләре, дуҫтар­са осрашыуҙар, Учалы муниципаль филармонияһы артистары менән берлектәге сығыш­тар, байрам тантаналары, мәктәп уҡыусылары, талиптар һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре менән үткәрелгән күңелле кисәләр һәм иртәлектәр... Былар – артистарҙың ижади тормошонда ғәҙәти күренеш. Урал аръяғында төп мәҙәниәт һәм сәнғәт йондоҙо булған концерт-театр берекмәһе күп яҡлы ижад йүнәлешендә эшләй һәм республикабыҙҙа милли рухлы, милли колоритлы сәнғәт ойошмаһы булараҡ алдынғы урынды биләй. Быны сибайҙарҙың сығышын тамаша ҡылған һәр кем раҫлар. Туған халҡыбыҙға тоғролоҡ, уның бәҫен һәм абруйын күтәреү, телебеҙҙе саф килеш һаҡлау, милләт рухына тап төшөрмәү – Сибай концерт-театр берекмәһенең төп йәшәү кредоһы.
Әле яңы ижад миҙгелен асыу айҡанлы әҙерләнгән “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!” тип исемләнәсәк концерт программа­һы ла тамашасыларға милли асылыбыҙҙы асыр күп үҙенсәлекле сығыштар вәғәҙә итә. Илһам һәм дәрт менән янып йәшәй берекмә артистары һәм үҙ тамашасылары менән яңынан-яңы осрашыу­ҙарға ашҡына...

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад