Шиғри телле халҡым күңеле13.09.2017
Шиғри телле халҡым күңелеХалҡыбыҙҙың “ҡош теле” тип аталған кинәйәле, йәшерен теле булған. Хәтәр ваҡыттарҙа йыш ҡына уны ҡулланғандар. Башҡа милләт кешеһе быны аңлай алмаған. Арала уны белгән аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр булған. Башҡалар алдында ап-асыҡ һөйләшеп, йәшерен бойороҡ алып торған улар.
Башҡортлоҡ ул һүҙ белеү, һөйләшә белеү тигәнде генә аңлатмай бит. Телдең һөйәге бар, һөйәге эсендә елеге бар, тигән халҡыбыҙ. Беҙ хәҙер һөйәктән ары үтә алмайбыҙ түгелме? Ололар яҙғандың елеген һәр кем ҡағып сығара аламы?

***
Кинәйә менән яҙылған шиғырҙар менән дә шулай – төртөп күрһәтмәйенсә аңлаған кеше һирәгәйә бара. Быға “Ҡырҡынды” тигән шиғырымды яңынан социаль селтәргә һалғас, инандым. Йәйә эсендә “милләтемә” тип яҙғас ҡына, һүҙ урман тураһында түгел икәнен аңланы күптәр. Башта һалғаны тәбиғәт күренеше һымаҡ ҡына ҡабул ителеп, иғтибарҙан ситтә ҡалды. Икенсеһендә иһә тос фекерҙәр яҙылды.
Халҡыбыҙ шиғриәтенең төп үҙенсәлеге – кинәйә, “ҡош теле”. Шуны юғалтмайыҡ.

***
Сибай сәсән мираҫынан:
Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп,
Көтә микән Фатимам төш күреп?
“Йөҙ илле лә керпек” тип кенә әйтеп, һоҡланып туя алмаҫлыҡ ҡыҙ образын тыуҙырсы! Бына ҡайҙа юғары шиғриәт!

***
Аҡмулла шиғриәте башҡорт әҙәбиәтенең ҡаймағы ла, хатта аҡ майы ла түгел – һары майы!

***
Мин быйыл тәүге һәм һуңғы тапҡыр Мәскәүҙәге ижад йортонда – Переделкинола, өс сәғәткә әйбер ҡуйып ҡалдырып ҡына, булып киттем. Бөгөн һуңғы көн эшләйбеҙ, тине вахталағы ҡатындар. Ниндәйҙер эшҡыуарҙар һатып алған уны, ти.
Шул тиклем ҡыйын булды. Үҙем файҙалана алмаһам да, күп яҙыусыларҙың шунда оҙайлы ваҡыт ижад итеп ятҡанын беләм. Хәҙер ундай мөмкинлек булмаясаҡ.

***
Беҙҙең ауылға башҡорт телен йүнләп белмәгән апайҙы урыҫ теленән уҡытырға ебәргәйнеләр. А.С. Пушкиндың “Узник” тигән шиғырын ятлат­ҡанда бөркөт тиклем бөркөттө сәпсек тип аңлатҡан!
Аҙаҡ башҡортса шул тиклем матур һөйләшә башланы! Шулай итмәй ҡара – беҙҙең ауылға ниндәй милләт кешеһе килеп урынлашһа ла, башҡортҡа “әйләнә” барған. Бөрйәндә генә түгел бындай хәлдәр...

***
Башҡорт телен өйрәнеүселәргә башҡатыризм: яман яҡшы, яман матур!

***
Инглиз телен әҙ генә булһа ла белергә кәрәк... Сит илдә таксиҙа китеп барабыҙ. Бында бар кеше инглизсә аңлаша. Салонда һыуыҡ. Кондиционерҙы нисек кәрәк туҡтаттырҙыҡ, әммә һаман өшөйөм. Таксист урду, күрәһең, радиоһы аша ниндәйҙер телдә һөйләйҙәр, урду һүҙе йыш ишетелә. Мәктәптә алман телен өйрәнгәйнем. Хәләлемде лә алман теленә уҡытҡандар.
Аптырағас:
— Sprechen Sie deutsch? — тигән булдым. — Es ist kalt.
Студент саҡтан телгә алған хәбәр түгел, иҫкә төштө бит, әй. Ғәжәп, аңланы. Юл буйындағы бер кафе янында туҡтап, эҫе сәй тәҡдим итте. Салонын да йылытты...

***
Интернет ул ҡайһы саҡ “боҙоҡ телефон” уйыны кеүек!
Яҙғаныңды бөтөнләй башҡа мәғәнәлә аңлауҙары ихтимал, сөнки төрлө кешенең аңлау һәләте лә бер иш түгел.
“Аҡ” тинем икән, уны “ҡара” тип аңлағандар ҙа буласаҡ, сөнки ул аҡтан да ҡара эҙләргә күнеккән.

***
Википедияға Лао Цзы тураһындағы мәҡәләне тәржемә иткәндә, уның фәлсәфә­һе күпмелер кимәлдә беҙҙең халыҡҡа ла хас икәнен күреп, тарихта боронғо бәйләнештәрҙе шәйләгәндәй булдым.
Ул бер нәмәгә лә иҫе китеп бармаған, юҡ-барға көйөнмәгән, донъяны нисек бар, шулай ҡабул иткән, үҙгәртергә маташмаған. Бары тәбиғи ҡанундарға яраҡлашыу кәрәклеген, һәр нәмәнең яҡшыға икәнен тәҡрар иткән. Арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит, йәғни. Йәнә бер фекере: тауға менгәндә кешеләрҙең аяғына тибеп үтмә, кире төшкәндә уларға осраясаҡһың бит.

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.


Вернуться назад