Әле мәктәпкә бармаған, хәреф танымаған саҡтан таныш миңә “Ҡыҙыл Башҡортостан”. Атайым алдыра торғайны уны. Мине, унан ҡустым Әхмәтте, алдына ултыртып, “Ҡыҙыл Башҡортостан”, “Осҡон” һәм башҡа гәзиттәрҙән уҡырға өйрәтте ҡәҙерлебеҙ.
...Атайым 1937 йылғы репрессияның ҡорбаны булды. Һис ғәйепһеҙгә. Өйөбөҙгә гәзиттәр ҙә килмәҫ булды. Ғаилә тарҡалды. Тормош һүнде. Хатта нигеҙебеҙ ҙә ҡалманы...
Аҙаҡ, Билал (хәҙер Баймаҡ районына ҡарай) мәктәп-интернатында уҡығанда, гәзитте китапхананан һорап алып уҡый торғайным. “Ҡыҙыл Башҡортостан”ды ҡулыма алһам, өйөбөҙгә ҡайтҡандай, атайым менән һөйләшкәндәй була инем...
Һуғыш осоронда балалар йортонда тәрбиәләндем. Унда ла күп гәзит-журнал менән бергә “Совет Башҡортостаны” килде. Уның тәүге битенең башында эре хәрефтәр менән “Совинформбюро” һүҙҙәре яҙылып, аҫтындағы тотош битте алған мәҡәлә һуғыштағы хәлдәргә арнала ине. Балалар йортоноң төрлө йылдағы уҡыу-уҡытыу мөдирҙәре Фатима Мофаззалова, Гөлмөһөр Нурғәлина, Рауза Ҡәләмова апайҙар беҙгә төрлө яңылыҡты даими еткерә торғайны. Уларҙың һөйләгәненән тыш, гәзиттәрҙе үҙебеҙ кемуҙарҙан уҡырға тырышабыҙ. Мин “Совет Башҡортостаны”н эләктерә һалам.
Темәс педагогия училищеһында иһә хөрриәттә йәшәнем. Уның китапханаһы бай, уҡыу бинаһының залында яңы килгән гәзиттәр ҡуйылған мөйөш тә булды.
...Уҡыу йылдары артта ҡалды. 1953 йылда районыбыҙҙың Хәлил ете йыллыҡ мәктәбенә башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусыһы булып эшкә килеүем менән “Совет Башҡортостаны”н алдыра башланым. Шунан бирле баҫманан айырылғаным юҡ. 1983 йылдан пенсияламын. Гәзиттәргә һаман яҙылам. Дефолт, көрсөк, төрлө пирамидалар беҙҙең совет осоронда эшләп йыйған аҡсаны “йотҡан” йылдарҙа, пенсияны бер нисә ай ала алмайынса, сәй һәм икмәк менән генә туҡланған саҡта ла күпләп алдырҙым. Әле лә шулай. Ни өсөн тиһегеҙме? Беренсенән, гәзиттәребеҙҙең берәр һанға булһа ла тиражы артһын, тим. Икенсенән, уҡымайынса йәшәй алмайым. Милли баҫмаларыбыҙҙың тиражы кәмеүе борсоуға һала. Эсеп йөрөһә-йөрөйҙәр, әммә яҙылмай, уҡымайҙар бит — шуныһы бигерәк аяныслы. Беҙҙең Әбйәлилдә башҡорт телендә “Осҡон”, урыҫса “Абзелил” гәзиттәре донъя күрә. Икеһен дә алдырам. Бәғзе берәүҙәр ошо район гәзиттәренә лә яҙылмай бит, исмаһам.
Ҡайһы саҡта телефон аша “Башҡортостан”дағы берәй проблемалы мәсьәләне яҡтыртҡан мәҡәләнең йөкмәткеһен һөйләүемде үтенәләр. Ундай осраҡта, ғәҙәттә, ҡыҙыҡһынған кешегә гәзитте берәйһе аша биреп ебәрәм (үҙем 13 йыл инде инвалид коляскаһындамын), ә йыйылып киткән гәзит-журналдарҙы күрше-күләнгә таратып бирәм.
Нәғимә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.