Ҡәрҙәштәрҙе йыйҙы “Туғанлыҡ”08.09.2017

Ҡәрҙәштәрҙе йыйҙы “Туғанлыҡ”Өфөлә VI “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асылды. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһында 14 сентябргә тиклем дауам итә.
Театр форумына Хакасиянан, Ҡырғыҙстандан, Дағстан­дан, Азер­байжандан, Ҡабарҙа-Бал­ҡарҙан, Сыуашстандан, Ҡаҙағс­тандан, Татарстандан һәм Баш­ҡор­тостандан ижади коллективтар йыйылды. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәү­ләт академия драма театры ал­дындағы майҙанда фестивалде асыу тантанаһы һәм ҡатнашыу­сы­лар парады үтте. Ҡунаҡтар Сала­уат Юлаев һәй­кәленә сәскә һалды.
Спектаклдәрҙе “Туғанлыҡ-2017” фестивале жюрийы номинациялар буйынса баһалая­саҡ. Конкурс тамашаларын театр тәнҡитселәре коллегияһы тикшерәсәк.
Фестиваль нигеҙендә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Мәскәүҙең театр тәнҡит­селәре ассоциацияһынан Игорь Овчинников “Театрҙа Интернет технологиялары” тигән темаға лекция уҡыясаҡ, Рәсәй Театр эшмә­кәрҙәре союзының милли театрҙар кабинеты рәйесе Борис Манджиев ҡат­нашлығында “түңәрәк өҫтәл” һәм Б. Щукин исемендәге театр институты ректоры, Рәсәйҙең ха­лыҡ артисы Евгений Князев менән ижади осрашыу ойошторола. Фестивалгә Голдсмит университеты профессоры, театр белгесе Мария Шевцованың килеүе көтөлә.
Был көндәрҙә шулай уҡ М. Ға­фури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында конкурсанттар ҡатнаш­лығында этноконцерт һәм Ҡырмыҫҡалы районында Театр йыйыны уҙғарыла. “Туғанлыҡ” фес­тивале М. Ғафури исе­мендәге драма театры сәх­нәһендә ябыласаҡ.


Салауат ИТБАЕВ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортос­тан Республикаһының атҡа­ҙан­ған сәнғәт эшмәкәре:

– Театр – ул тере организм, уны тиккә генә алда барған локомотив менән сағыштырмайҙар. Ә төрки телле театрҙарҙың “Туған­лыҡ” халыҡ-ара фестивале сәнғәтебеҙҙе байытыу, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү йәһәте­нән ифрат ҙур әһә­миәткә эйә. Ғөмү­мән, бындай сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға кәрәк.
Заман елдәй елгән осор­ҙа ғүмер итәбеҙ. Замана менән бергә эш алымдары ла үҙгәрә. Театрҙарҙың береһе һайлаған юлына тоғро, икенселәр эҙләнеү юлында, бүтәндәр иһә бө­төнләй башҡа юҫыҡта эш итә. Әммә һәммәһе лә — халыҡтың күңеленә тере ҡуҙ килтереүселәр, олоһоноң да, кесеһенең дә рухи донъяһын байытыусылар.
Фестиваль үҙенә күрә татыулыҡҡа ла өндәй. Байрамда төрки халыҡтар үҙ-ара аралаша, тәжрибә ур­таҡ­лаша. Сараның милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуҙа әһәмиәте бик ҙур.


Вернуться назад