“Тотоп тор, мин һыҙайым”13.04.2012
Рамаҙан өйөн эшләтеү өсөн ауылда иң оҫта булып танылған Фәритте яллай. Уға ярҙам итеп тороу өсөн кеше таба алмағас, үҙе ярҙамлашырға була. Тәүҙә ишек яҡтарын ултыртырға кәрәк. Эште башлауҙары була, Рамаҙан үҙе белгәндәрен оҫтаға өйрәтә башлай.
— Әллә ни тура ултыртмай бер аҙ иңкеүерәк ултыртһаң, ишекте ябыуы ла ҡулайлыраҡ булыр ине, — тип әллә нисә тапҡыр уның эшләгәненә “төҙәтмәләр” индереп маташты. Шулай ҙа тегеһе һис бер һүҙ өндәшмәй, башын баҫып, үҙенсә эшләүен белде. Ниһайәт, былар ныҡыша торғас, ишек яҡтарын ултыртып ҡуялар. Хәҙер инде әҙер ишекте рәтләп ябып ҡуйырға ғына ҡала.
Фәрит Рамаҙанға: “Һин эс яҡтан ишекте тотоп тор, мин һыҙайым”, — ти ҙә өй эсенән сыға. Был эс яҡтан тотоп тора башлай, ә тыш яҡтан оҫтаның бер ниндәй ҙә һүҙен ишетмәгәс, ишекте бер яҡ ситкә ҡуйып сыҡһа, тышта бер кем дә юҡ. Өй тирәһен әйләнеп ҡарай был, әммә оҫта ер тишегенә ингән һымаҡ ғәйеп булған. “Бәлки, өйөнә ҡайтып киткәндер”, — тигән шик тыуа хужала. Шул ниәттә ул уның йортона юллана һәм, барып инһә, оҫта, ысынлап та, өйөндә ултыра, имеш”. Ниңә ҡайтып киттең тиеүенә был: “Мин һиңә һыҙайым, тип әйттем дә инде. Оҫтараҡ булғас, үҙең генә эшләргә кәрәк ине”. Рамаҙан хәҙер һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөп, оҫтаны башҡаса бимазаламаҫҡа вәғәҙә биреп, өйөнә саҡ алып ҡайтып киткән.
Салауат МӨХӘМӘТШИН.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад