Республикала тырыш, уңған хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү, уларҙың тырыш хеҙмәтен баһалау матур йолаға әүерелде. Ошо көндәрҙә сәнәғәт, дәүләт хеҙмәте, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат, һаулыҡ һаҡлау, транспорт һәм башҡа өлкәләрҙә эшләгән 57 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп:
– Бөгөн һеҙ Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын алаһығыҙ. Бында төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән кешеләр йыйылған. Һәр тармаҡтан да белгес булыуына мин бик шатмын. Һеҙгә, коллективығыҙға рәхмәт. Артабан да республика мәнфәғәтендә эшләргә насип булһын. Һаулыҡ, уңыштар теләйем, – тине.
Юғары уңышҡа өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһын да күп йылдар төрлө өлкәлә яратып һәм тырышлыҡ һалып башҡарған эштәре берләштерә. Награда алғандар үҙ сиратында ҡыуаныс һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мәҫәлән, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Яңылыҡтар” тапшырыуын алып барған Флүрә Мурзинаға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
– Бөгөнгө көн шул тиклем хәйерле, сөнки ошо залға йыйылған һәр кем үҙенең тырыш хеҙмәтенә юғары баһа ала. Мин дә был награданы 35 йыл телевидениела эшләүемә оло хөрмәт тип ҡабул итәм. Ошо дәүерҙәге барлыҡ хеҙмәттәштәремә рәхмәтемде еткерәм, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Республика Башлығы “Витязь” машиналар эшләү компанияһының генерель директоры Ирек Арыҫланов менән Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе Рәшиҙә Солтановаға Салауат Юлаев ордендарын тапшырҙы.
– Был бүләкте ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына ҡарата хөрмәт тип ҡабул итәм. Дәүләт тарафынан ғаилә, балалар, әсәлек мәсьәләләренә иғтибар булғанда республиканың киләсәге өмөтлө, – тине Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы үҙ сығышында.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булған йырсы Радик Юлъяҡшин да шатлығы менән уртаҡлашты:
– Был – минең тәүге наградам. Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Маҡтаулы исем иңемә ҙур яуаплылыҡ һала, яңынан-яңы үрҙәргә илһамландыра. Маҡсатым – туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе бөтә илгә танытыу. Әлеге ваҡытта ошоноң менән шөғөлләнәм. Тәүге аҙымдар үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ, – тине ул.
Хәйбулла районынан Рөстәм Аблаев “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһында – алты йыл. “Йәш кеше булараҡ, хеҙмәтемде ошолай баһалауҙарына бик шатмын. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең төп өлөшөн шахтерҙар тәшкил итә. Эштәре бик ауыр һәм хәүефле. Яңы рудник булдырыу комбинаттың ғүмерен 30-40 йылға оҙайтты. Халыҡҡа эш урындары күбәйҙе, етештереүсәнлек ике мәртәбә артты. Хәҙер ер аҫтынан 400 тонна мәғдән алабыҙ”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.