Уҡыйҙармы беҙҙең хаттарҙы?08.09.2017
Уҡыйҙармы беҙҙең хаттарҙы?Шағирҙың йәки әҙиптең һәр яңы әҫәрен туған халҡына һәм барлыҡ замандаштарына төбәп яҙылған үҙенсәлекле хат тиергә мөмкин. Һәр хат борон-борондан ихлас сәләм еткергән һәм ентекле белешмә биргән. Уларҙа туғандарға, яҡташтарға бик күп теләктәр әйтелгән. Ике арала даими йөрөп торған хаттарҙа төрлө кәңәштәр ҙә булған, кешеләр өсөн бик кәрәкле уртаҡ фекер тупланған.

Ете мөғжизәнең береһе — туған тел

1990 йылда яҙылған “Барып етһен ине хаттарым” тигән шиғырыма мин Батыр Вәлидтең “Йырҙар яҙам, ләкин халҡым наҙан...” тигән һүҙҙәрен эпиграф итеп ҡуйғайным. Шул шиғырымдан ошо юлдарҙы килтергем килә:
Йырҙар яҙам. Халҡым түгел наҙан,
Ҡайҙа уҡып ҡайтмай ҡыҙ-улы...
Тик һуң ниңә һаман йоҡлай халҡым,
Баш аҫтына һалып дипломын?!
Йәшәһә лә янып күпме йәштәр,
Һыҙланһа ла күпме ағайҙар,
Йоҡлай халҡым.
Ғәзиз Уралҡайҙы
Ялмауыҙҙар һаман талайҙар.
Был шиғыр тыуғанға тиклем бер йыл элек, йәғни 1989 йылдың июль-август айҙарында, мин “Халҡыма хат” тигән поэма яҙып, уҡыусыларыма күберәк таратырға тырышҡайным. Ул әҫәрҙең бик ҡыҙыҡлы яҙылған тарихы хаҡында бәйән иткәйнем инде. Әле ҡабатлап тормайым. Ул поэмамды ике тапҡыр радионан уҡыным, әҫәр “Совет Башҡортостаны”нда, “Кызыл таң”да баҫылып сыҡты. Уны яҡташым Дим Дәминев урыҫсаға тәржемә итте. Был әҫәремде күберәк кешеләр белһен һәм үҙендә һаҡлаһын тигән маҡсат менән “Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат. Все на совести нашей. Письмо моему народу” тигән исем менән башҡорт һәм урыҫ телдәрендә 15 битлек брошюра итеп 1991 йылда баҫтырып сығарыу сараһын да күргәйнем. Был шиғри хатта “Китап автор иҫәбенә сыға” тигән иҫкәрмә бар. Баҫманың тиражы 10 мең дана тип күрһәтелгән.
Автор иҫәбенә ҙур тираж менән үҙнәшер рәүешендә баҫылған бындай китаптар ул ваҡытта беҙҙә бөтөнләй тиерлек юҡ ине әле. Был ун мең дананың күпселеген төрлө шиғри осрашыуҙарҙа бушлай тараттым. Был поэмам тураһында кешеләр­ҙән бик күп йылы һүҙҙәр ишеттем. “Халҡыма хат” төрлө китаптарымда урын алды, дәреслектәргә инде, уҡыу йорттарында өйрәнелде. Әле лә өйрәнелә.
Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағы — 90-сы йылдар башы милләттәрҙең (бер башҡорттоң ғына түгел!) рухи күтәрелеш дәүере ине. Нәҡ ошо осорҙа Башҡортостан Республикаһы дәүләт булараҡ яңы сифаттар, яңы хоҡуҡтар яулап нығынды, башҡорт теле һәм әҙәбиәте ауылдарҙа ғына түгел, ҡала мәктәптәрендә лә уҡытыла башланы. Элек бит ундай хәлдәрҙе күргән дә, ишеткән дә юҡ ине. Нәҡ ошо йылдарҙа туған телдәргә иғтибар артты, беҙҙә милли гимназиялар асылды, Башҡортостан Республикаһында яңы театрҙар, гәзит-журналдар барлыҡҡа килде. Ошондай рухи күтәрелеште Башҡорт­остан Республикаһынан ситтәге милләт­тәштәребеҙ араһында ла күреп ҡыуандыҡ.
Башҡорт теленә республикала дәүләт статусы бирелеүе тарихи ҡаҙаныш­тарыбыҙҙың иң мөһимдәренән булды. 1999 йылда ҡабул ителгән закон башҡорт телен һәм республикалағы башҡа телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асты.
Ошолар хаҡында бөгөн байтаҡ йәштәребеҙҙең нығыраҡ уйланыуы айырыуса ҡыуандыра. “Халҡыма хат” тигән әҫәремде ошо һүҙҙәр менән башлап ебәргәйнем:
Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ булып йым-йым нурлана.
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп хурланам.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәктәптәр­ҙең береһендә уҡыусы бала миңә 2010 йылда яҙған хатында туған телен белмәгәндәргә аптырауын, үҙҙәренең һәр урында ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеүен әйткән, минең әлеге шиғри юлдарымды былай тип үҙгәрткән:
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп һоҡланам.
Ҡала балаһы туған теленә һоҡланып башҡортса шундай хат яҙа икән, ошо тәү ҡарашҡа бәләкәй генә күренгән хәлдең оло ваҡиғалар тураһында һөйләгән тәрән мәғәнәһе бар бит. Барлыҡ йәштәребеҙ ҙә шундай уй-теләктәр менән елкенһен ине, беҙҙең әҫәрҙәребеҙҙе, йәғни шағирҙарҙың, әҙиптәрҙең ғәзиз халҡына, бөгөнгөгә һәм киләсәгенә яҙған хаттарын, күберәк кешеләр уҡыһын һәм уйланһын, милли матбуғатыбыҙ, яңы китаптарыбыҙ ватандаштарыбыҙ араһында нығыраҡ таралһын ине.
Был һүҙҙәрҙе күптән түгел генә, 1 сен­тябрҙә, Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла линейкала уҡыусылар алдында сығыш яһап ҡайтҡандан һуң яҙып ултырам. Был уҡыу йорто — баш ҡалала иң аҫылдарҙың береһе. Тиҙҙән Ғабдулла Амантай урамында 160-сы бик мөһабәт гимназия асыласаҡ. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ! Ҡыуа­нып ҡына йәшәргә ине лә бит, борсолоу­ҙарыбыҙ ҙа, изге теләк-талаптарыбыҙ ҙа арта. Заманыбыҙ шулай.
Был теләктәребеҙ бик изге булһа ла, халҡыбыҙ милли матбуғаттан, башҡортса китаптарҙан, нисек кенә ҡаршылашһаҡ та, барыбер йылдан-йыл нығыраҡ ситләшә бара. Хәҙерге глобализм заманы халыҡ­тар­ҙың үҙ-ара бәйләнештәрен нығытыу өсөн яңынан-яңы технологиялар тыуҙыра. Уныһы бик һәйбәт. Әммә шул уҡ ваҡытта яңы заман милли тамырҙарҙы ныҡ ҡаҡшата, халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған хазиналары менән яңы быуын­дарҙың бәйләнешен сикләй. Донъяның төрлө әүрәткестәре һуңғы йылдарҙа күп кешеләрҙең күҙен томалай. Ваҡ милләттәргә был конкуренцияны йырып сығыу бик ауыр, еңеү урынына еңелеү йышая.
Шулай ҙа мин башҡортса уҡый белеп тә, “Башҡортостан” йәки “Киске Өфө”, “Йәшлек” һымаҡ гәзиттәрҙе ҡулына алмаған, “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Ватандаш” кеүек журналдарҙы даими уҡып бармаған башҡорттарҙы күҙ алдына килтерә алмайым. Ниндәй хазинанан мәхрүм ҡалалар бит! Шул тиклем ҙур юғалтыу...
Милли матбуғатыбыҙ һәм әҙәбиәтебеҙ һуңғы йылдарҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Был баҫмаларҙың йөкмәткеһе ныҡ байыны, уларҙың һәр береһе бик уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы. Шуларҙы уҡып үткәргән саҡтарым ғүмеремдең иң ҡыуаныслы мәлдәренән.
Хәҙерге милли матбуғатыбыҙ элекке баҫмалар менән (иң ныҡ үҫешкән 60-70-се йылдарҙы иҫкә төшөрөгөҙ) сағышты­рырлыҡ түгел, әлбиттә. Халыҡсан ерлек арта, сифат айырмаһы ҙур. Элек күберәк теркәүсе мәғлүмәт, хәҙер — уйсан хәстәр­лек. Тик милләттәштәребеҙҙең ҙур бер өлө­шө ошо яңырыуҙарҙан ситтә ҡала. Шу­ныһы бик үкенесле лә, бик хәүефле лә.
Әлбиттә, милли матбуғатыбыҙҙан айырылып йәшәгән һәр милләттәшемде битарафлыҡта йәки вайымһыҙлыҡта ғәйепләй алмайым. Уларҙың мәктәп йылдарындағы тормошо, барлыҡ яҙмышы шулай аяныслы килеп сыҡҡан, уларға башҡортса уҡырға яҙмаған. Хәҙер ҙә ҡайһы бер башҡорт ауылдарында башҡорт балалары үҙ-ара башҡортса аралашмай. Бик күп башҡорт ауылдары, бигерәк тә Башҡортостандан ситтә, мәктәпһеҙ ҡалды. Балалар баҡсаһынан уҡ сабыйҙар тик урыҫ телле мөхиттә үҫә. Ата-әсәләр ҙә уларҙы башҡортса өйрәтергә бик үк талпынып тормай. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәре туған телдән айырылған шарттарҙа үҫкән.
Мин уҙған быуаттың 80-се йылдарында Силәбе башҡорттары араһында беренсе тапҡыр булғанда шундай милләттәш­тәремде күреп, бик аптырап ҡайтҡайным. Хәҙер бындай күңелһеҙ күренеш Ырымбур яҡтарына — яҡташтарым араһына ла барып етте. Быларҙы күңелһеҙ күренеш тип атау ғына аҙ. Әйҙәгеҙ, күмәкләп уйла­ша­йыҡ: халҡыбыҙ яҙмышына һәм, ғөмүмән, милләттәрҙең өлөшөнә төшкән фажиғә­ләрҙең башы түгелме һуң бындай хәлдәр? Хөрмәтле йәмәғәт, был күренеш­тәргә нығыраҡ иғтибар итәйек әле.
Һүҙ ҙә юҡ, барыһы ла сабый тәрбиә­ләнгән ғаиләнән башлана. Милли матбуғатты ғүмерҙә ҡулына ла алып ҡарамаған ата-әсәнең балалары бер ваҡытта ла башҡортса гәзит-журнал уҡымаясаҡ. Иң аяныслыһы шул: бындай ғаиләләр һаны йылдан-йыл арта бара. Хәҙер ауылдарҙа йәшәгән күп милләттәш­тәребеҙ Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға күсте. Ҡала башҡорттары тигән ҙур һәм ҡатмарлы мәсьәлә тыуҙы. Шулар хаҡында барған бер ғилми һөйләшеүҙә хәҙерге ҡала башҡорттарының “ҡала башлы, ауыл йөрәкле” булыуҙарын теләүемде әйткәй­нем. Ундай теләк бик ихлас булһа ла, тиҙ генә үтәлеп бармай шул. Кисә ауылда йәшәгән, бөгөн ҡала башҡортона әйләнгән кешенең балалары әле башҡортса аралашыр, милли матбуға­тыбыҙҙы, беҙҙең китаптарҙы уҡыр ҙа, ти. Шулай була күрһен. Ә бына уларҙың ейәндәре, бүләләре ниндәй яҙмыш кисерер? Милли тамырҙарҙан бөтөнләй айырылмаҫтармы? Бөгөн бына шулар хаҡында ла борсолоп уйланмау мөмкин түгел. Башҡорттарҙың һәм Рәсәйҙәге башҡа милләттәрҙең киләсәге, иртәгәһе яҙмышы бына ошо мәсьәләләргә бәйләнгән.
Республиканан ситтә йәшәгән мил­ләттәш­тәребеҙҙе тиҙҙән юғалтмаҫбыҙ тип кем гарантия бирә ала? Элек, мәҫәлән, “Ағиҙел” журналының тиражы иң күп саҡта уның дүрттән бер өлөшө Башҡортостандан ситтәге башҡорттар араһында тарала торғайны. Хәҙер ул яҡтарға башҡортса матбуғат бөтөнләй тиерлек барып етмәй. Гөрләп эшләп торған мәктәптәр ябыла. Әле мин һыҙланып яҙған был һүҙҙәрҙе уларҙың күбеһе уҡый алмаясаҡ. Халҡы­быҙға бына шундай бәләләр ябырыл­маҡсы.
Бындай осраҡта беҙ йыш ҡына дәүләт етәкселәрен ғәйепләйбеҙ. Рәсәй Феде­рация­һындағы мәғариф системаһындағы тәртипһеҙлектәрҙә Хөкүмәттең дә ғәйебе юҡ түгел. Ләкин туған телдә уҡыуға хоҡуҡ Конституцияла билдәләнгән, күпме башҡортса гимназиялар асылды, яңы милли гәзит-журналдар барлыҡҡа килде. Шулай ҙа Конституцияла билдәләнгән хоҡуҡтарҙы ныҡ сикләгән яңы документтар ҙа тыуып тора бит. Яңы мәғариф стандарттары буйынса мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙе директор менән ата-әсәләр комитеты билдәләй. Ҡала мәктәптәрендә уларҙың күп осраҡта ниндәй ҡарарға килерен, дәүләт теле булған башҡорт телен ирекле өйрәнергә һылтанасаҡтарын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Ата-әсәләрҙең ҡәтғи талабы булмағанда, милли телдәрҙе ситләтеү дауам итәсәк.
Был ауыр хәлдәр тураһында шиғырҙа­рымда һәм поэмаларымда ла, мәҡәләләремдә лә бик күп яҙҙым. Әле лә был мәсьәләләрҙе уйлап күңелем һыҙлана. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа депутат булғанымда 2008 йылдың майында пленар ултырыштағы тәүге сығышымда милли-төбәк уҡытыу системаһында милли компонентты һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеге үҙәктә булғайны. Ул саҡтарҙағы педагогтарҙың августағы республика кәңәшмәләрендә сығыш яһамай ҡалғаным булмағандыр.
Былтыр Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан китабым “Иң беренсе мөғжизә” тип атала. Донъяның ете мөғжизәһе тураһында боронғо замандарҙан һөйләйҙәр. Улар етәү генә түгел, әлбиттә. Ләкин ул мөғжизәләрҙең иң беренсеһе итеп туған телемде һанайым. Туған телен юғалтҡан кеше өсөн, милләт өсөн был донъяның бөтә мөғжизәләре лә бөтә, күңелендәге хазиналар урынына бушлыҡ ҡына тороп ҡала.
Әйткәндәребеҙ, яҙғандарыбыҙ милләт­тәштәребеҙгә барып етһен ине, хат­тарыбыҙ — әҫәрҙәребеҙ уларҙы нығыраҡ һиҫкәндерһен, хатта тетрәндерһен ине.
Һүҙемде “Халҡыма хат” поэмаһының һуңғы юлдары менән йомғаҡлайым:
Телде йоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
Был һүҙҙәрҙе яҙғанға инде утыҙ йыл ваҡыт үтеп тә бара. Ә хәл итәһе мәсьә­ләләр тағы ла нығыраҡ ҡатмарлана. Әлеге һүҙҙәремә былтыр 2016 йылда яҙылған “Батыр йоҡоһо” тигән шиғырымды өҫтәйем.
Батырһың һин, халҡым, батырһың,
Батыр йоҡоһо ҡаты була тиҙәр,
Көрәштәрҙә еңеп,
Йоҡоға талдың...
Йоҡоһонан батыр йылдар буйы
Уяна алмай күпме ятыр һуң?
Торор таңың ҡасан атыр һуң?
Яҙғанмы ул таңға атырға?
Әйләнмәҫме батыр бахырға?
Батыр халҡыбыҙ бахырға әйләнмәҫ! Уяу булайыҡ, берҙәм булайыҡ, ҡәҙерле милләттәштәрем!


Вернуться назад