Юмореска
— Ҡустым, баҙарҙа бер тоҡ һуған алғайным, шуны машинаң менән өйгә алып барып ҡына ҡуяйыҡ әле.
Эш бүлмәһенә атылып килеп ингән Ғәләү саҡ тын алып йомошон әйтә. Түрәбеҙ ҡушҡан ашығыс эш менән булашам, ул көтөп ултыра, унан һуң банкка барып, кредитты түләү шарт, сөнки бөгөн һуңғы көн, ә аҡса юҡ, берәйһенән үтескә һорап табырға ла кәрәк. Мин дә тап шулай тип әйтергә ауыҙымды асам. Тик ирендәрем бөтөнләй икенсе һүҙҙәрҙе әйтә:
— Киттек!
Мине ҡурҡаҡ йәки мәмәй тип ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Һеҙ бит Ғәләүҙе белмәйһегеҙ. Торғаны бер һағыҙаҡ бит ул.
Кисә иртән эштә егеттәр менән күмәкләп тәмәке көйрәтәбеҙ. Һүҙ — сәйәсәт хаҡында. Берәүҙәр АҠШ-ты яманлай, Ҡытайҙы маҡтай, икенселәре — киреһенсә. Шул саҡта Ғәләү килеп сыға ла былай тип хәбәр һала:
— Минең бажа шулай ҙа хайуан икән.
Төштән һуң тәмәке көйрәткәндә, бөтәбеҙ бер булып йүнле уйын күрһәтмәгән Рәсәй футболсыларын тиргәйбеҙ. Бығаса өндәшмәй торған Ғәләү һүҙгә нимә тип ҡушыла тиһегеҙме?
— Бажаны әйтәм — сволочь булып сыҡты.
Бер кемгә лә сер түгел: бынан теүәл өс йыл элек бажаһы Ғәләүҙең ярылып барған башын төҙәтергә аҡсаһын йәлләгән. Бажаһының хатаһы уның мәңгелек темаһына әүерелде хәҙер. Кемдер был хаҡта былай тип шаяртҡайны:
— Мин һөйләйем ҡытай менән японды, һин һөйләйһең төҙәлмәгән башыңды.
Ғәләүҙе ултыртып, машина менән баҙар яғына елдергәндә, шуларҙы уйлап киләм. Йомошон тыңламай ҡара, бажаһын онотоп, ғүмер буйы мейене серетәсәк бит ул.
Баҙарға барҙыҡ, һуғанын тейәнек. Инде өйҙәренә етеп тә барабыҙ. Анау юл сатын ғына үтһәк. Тә-әк, һул яҡтан килгән машиналарҙы үткәрҙек, трамвай ҙа ухылдап үтеп китте. Хәҙер беҙҙең сират. Ғәләү ҡапыл еңдән тарта:
— Слушай, минең бажа әҙәм аҡтығы булып сыҡты бит, әй...
Күҙ ҡырыйы менән уға ҡарап ҡына өлгөрәм, шул мәл уң яҡтан трамвай килеп сыҡты ла машинаны әйләндергәнсе бәреп туҡтаны. Эх, ихтибарһыҙлыҡ, бер трамвайҙы үткәргәс, ҡаршыға килгәнен ҡарарға кәрәк тә бит. Аңра! Хәҙер трамвайҙы үткәрмәгән өсөн штраф бәрәсәктәр, ГИБДД хеҙмәткәрҙәре менән аңлашыр өсөн дә аҡсаһы кәрәк. Машинаны ремонтлау өсөн автосервиста күпме һығасаҡтарын уйлауы ла ҡурҡыныс. Ярай әле Ғәләү артҡа ултырҙы, алға ултырһа, берәй ерен имгәтеп ҡуйыр ине, Алла һаҡлаһын.
— Һуғанды алып барып еткереп булмаҫмы икән? — Һеңгәҙәп ултырған ерҙән Ғәләүҙең тауышын саҡ ишетеп ҡалам. Бына ул, бармағы менән тышҡа күрһәтеп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрә:
— Әрәм булды һуған, сәсрәне!..
Ул күрһәткән яҡҡа ҡарайым. Бер нисә һуған асфальтта бысранып ята. Күҙҙәремдән йәштәр атылып сыҡты. Ғәләүҙең һуғаны күҙгә керә башланы, ахыры.
Марат ӘМИНЕВ.