Яңы ғына ямғыр яуып үткән йәйге ҡалала танауға күңелде илерткес хуш еҫ килеп бәрелә. Башта аңлай алмай торола: нимә был? Йәшлек мөхәббәтеңде осратҡанһыңдай. Кисә төшөрөп ҡалдырған кеҫә телефоныңды табып алғанһыңдай. Былтырғы ҡырын аҙымыңды быйыл төҙәткәнһеңдәй.
Тротуар буйлап килә торғас, таныла башлай. Саңдары сайылған йүкәләрҙән килә икән дәһә. Эҫелеге һүрелә төшкән асфальттан күтәрелә, яңы ғына аҡланған бордюрҙар тарата. Шунан инде уның әрмелә хеҙмәттә сағыңдағы еҫ икәне төшөнөлә.
Fәжәп, әммә йәй буйы нисәмә тапҡыр ямғыр яуа, ә ҡабат танауҙы рәхәтләндереп килеп тулмай, йәшлек хәтирәләренә манмай.
Йылына бер мәртәбә – ялҡытҡыс ҡыштан, шыҡһыҙ яҙҙан һуң килгән йәмле йәй башында ғына була шикелле ул.
* * *
Алма еҫе малай дәүеремдәге ҡыштарҙың береһенә алып ҡайтты. Ҡараш ваҡиғалар аша сылбыр-сылбыр тоташманы, телевидениела тапшырыу эшләгәндә ете ят ике күренеште бергә йәнәш йәбештергән ише ҡапыл башҡарылды был.
Шул февралдә мине ҡыҙылса ҡолатты. Иҙел ашаһындағы дауахананан “Ашығыс ярҙам”, тиҙ үк булмаһа ла, килде, һалдылар.
Көн аралаш яртышар сәғәткә күңелле булып ала – инәйем, әсәйемдең бер туған апаһы, ойоштора быны. Ара алыҫ булмаһа ла, көн дә йөрөй алмай, бушамай. Коридорҙағы ҙур тәҙрәләр аша уны оҙаҡ көтөп торам, күренеү менән ҡаршыһына йүгерәм.
Бер көн:
– Улым, нимә ашағың килә? – тип һораны.
Эй, бер ҡатлы бала! Алманы инәйем ул заманда, ауылда, ҡыш уртаһында, ҡайҙан ғына алһын инде?! Хәҙерге ише баҙар муллығы түгел бит. Быны белһәм дә, әйттем дә һалдым. Ашҡаҙан ғынам ныҡ итеп алма көҫәй ине шул. Күҙҙәрҙе йомоп ебәреп, умырып-умырып, ҡыршылдатып тешләп сәйнәргә ине шуны…
Ике көндән мөғжизә күрҙем. Инәйемдең беләккә аҫмалы һоро сумкаһынан тәүҙә башты әйләндерерлек тәмле еҫ, аҙаҡ инде йәп-йәшел ҙур биш-алты йомарлаҡ рәүешендә пәйҙә булды ул. Һүҙен һүҙ иткән – таныш һатыусымы-кемдәрҙер аша барыбер тапҡан.
* * *
Ҙур ҡала уртаһында ауыл еҫе таралған. Районда тыуып-үҫеп, ҡалала донъя көткәндәр быны һис һиҙмәй ҡалмай: ныҡ ҡабаланғандар ҙа аҙымын аҡрынайта, ҡайһыһы туҡталып, рәхәтләнеп еҫкәп тора. Газондарҙы сапҡандар. Ямғырға теймәгән йәм-йәшел бесән еҫе рәхәтләндерә…