Осто!13.04.2012
Ҡустым менән һәр ваҡыт балыҡ ҡармаҡларға Аралға барабыҙ. Арал тигәс, һеҙ диңгеҙ тип уйлап ҡуймағыҙ тағы! Үҙебеҙҙең йылға барлыҡҡа килтергән утрау шулай атала. Яҙ көнө уның тирәләй уратып Инйәр аға, йәйгә табан йылға үҙ ярҙарына ҡайтҡас, шул утрауға сығып балыҡ тотабыҙ. Унда эре-эре бурыш балыҡтары ла ҡаба.
Быйыл да һыу кәмегәс, ҡустым менән Аралға барып, балыҡ ҡармаҡлай башланыҡ. Аралдың майҙаны ла нисауа. Унда мал да көтәләр, еләк, бәшмәк, муйыл йыялар. Эре-эре тирәктәр, йыуан-йыуан өйәңкеләр ҙә үҫә. Шулай балыҡ тотоп ултыра торғас, үҙ йомошом менән бер йыуан өйәңке артына килдем. Ҡараһам — ағастың эсе ҡыуыш, ә унда бер өйрәк баҫып ултыра икән. Мин ипләп кенә үрелеп, өйрәкте тотоп алдым. Яныма ҡустым да килеп етте. Шунда уҡ өйрәктең ҡанаттарын бәйләп, ҡустыма тотторҙом, ә йәшелле-зәңгәрле йомортҡаларын балыҡ һала торған сәйнүккә йыйҙым. Әллә ун-ун бишләп йомортҡа. Балыҡ ҡайғыһы китте. Хәҙер берҙән-бер теләгем: өйрәкте алып ҡайтып, аҙбарға ябып ҡуйып, йомортҡаларын һалып, шунда себештәрен сығартыу. Шундай ғәләмәт уйҙар менән үҙем йомортҡалар менән алдан, ҡустым бәйле өйрәк менән арттан, ҡайтып киләбеҙ. Аралды сығып та етмәнек, бер ваҡыт ҡустым: “Ағай, осто, осто!” — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Өйрәгебеҙ һушына килгән, ахырыһы. Шап-шоп итте лә Инйәр аша осоп та китте. Беҙ дүрт күҙ менән уның артынан ғына күҙәтеп ҡалдыҡ. Ә бына йомортҡалар менән ни эшләргә!?
Шулай ҙа беҙ уларҙы өйгә алып ҡайттыҡ. Әлбиттә, әсәйем беҙҙе арыу ғына шелтәләп алды. Тәбиғәткә ни тиклем зыян эшләгәнбеҙ, имеш! Ә беҙ булмаһаҡ, уны башҡа малайҙар алыр ине... Ҙур гонаһ эшләгәнебеҙҙе аңланыҡ та ул, тик бына йомортҡалар...
Әсәйем ауыл буйлап һорашып сыҡты. Бер апайҙың тауығы баҫып ултыра икән, шуның аҫтына һалырға ризалыҡ биргән. Беҙ ҡустым менән йомортҡаларҙы шунда илтеп бирҙек. Ә үҙебеҙ апай күренгән һайын, көн аша тигәндәй алмашлап хәлде һорашабыҙ. Бер ваҡыт теге апай: “Йомортҡаларығыҙ моронлай башланы”, — тигән шатлыҡлы хәбәр һалды. Беҙ инде түҙемһеҙләнеп себештәр сыҡҡанын көттөк. Ә улар сыға һәм тиҙ арала үҙҙәренән-үҙҙәре юғала торҙо.
“Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай”, тигәндәре хаҡ икән. Ирекле ҡошто ситлектә тотоп булмай шул. Был тарихҡа хәҙер күп йылдар үтте инде. Ә минең башымдан: “Теге инә өйрәк ни эшләне икән?” — тигән уй һаман да китмәй.
Рауил ҒӘЛИН.


Вернуться назад