Күршенең тауығы ҡаҙҙай...13.04.2012
Борон-борон заманда түгел, беҙҙең көндәрҙә бер ауылда ут күршеләр йәшәп ята, ти. Иң ҙур ғаиләләрҙән һанала икән былар. Оҙаҡ йылдар аралашып, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп, ҡоҙа-ҡоҙағый булышып бөткәндәр, байрамдары ла уртаҡ.
Береһе ихатаһын шығырҙап торған имән бүрәнә менән уратҡан, икенсеһенең ҡапҡаһы ла, йорто ла аҡ таштарҙан һалынған. Татыу ғына булһалар ҙа, таш йорттоң хужаһына күршеһенең тауығы — ҡаҙҙай, аттары Аҡбуҙаттай күренә лә ҡуя, ти. Шуға эстән генә көнләшеп йөрөй торғас, ҡорҙашының барлыҡ нәмәһен үҙенеке тип хис итә башлаған. Өйөндә балалары өс тапҡырға күберәк булыуға ҡарамаҫтан, күршеһенең ярыштарҙа ал бирмәгән күркәм улдарын маҡтап: “Һай, үҙемдең балаларым шәп тә инде!” — тиеүҙән дә тартынмай, ти, хатта. Күршеһе был ҡылыҡтарға әллә ни иғтибар итмәҫкә тырыша. Юҡ-бар өсөн тәмһеҙләшеп, араны боҙмайым, тиеүелер, моғайын.
Аҡ ташлы йорт хужаһының көнсөллөгөн алдан да һиҙемләне-һиҙемләүен. Хәтерендә, бер көн ауылды яңғыратып, күңеленән урғылып сыҡҡан моңло йырҙарҙы хисләнеп йырлап ебәргәйне. Тегенеһе шул арала: “Ишетәһегеҙме, мин сығарған йырҙарҙы отоп алған!” — тип өй һайын һөйләп сығырға өлгөргән. “Һөйләһен, әйҙә! Күңелдә моң урғылып торғас, йырҙарым йәл түгел”, — тип ҡул һелтәп кенә ҡуйған быныһы.
Хәҙер көнсөл хужа күршеһенең атын дауайлаша башлаған. “Атым ҡышҡы һыуыҡҡа ла, йәйге селләгә лә сыҙам. Үләнде үҙе ҡар аҫтынан эҙләп таба белә”, тип малҡай тураһында район гәзитендә лә яҙып сыҡҡан. Шоу-бизнестың бер “йондоҙ”оноң кәңәшен яҡшы үҙләштергән, күрәһең. “Үҙеңде маҡта ла маҡта. Мәғлүмәт халыҡ хәтеренә тиҙ уйыла, ә уның сығанағы шунда уҡ онотола”, — тигәйне ул.
Бер ҡатлы хужа кеүек бер нәмәһеҙ тороп ҡалмайыҡ, тиеүем, йәмәғәт.
Н. БӘҒҘӘНУРОВА.


Вернуться назад