Ил буйлап өс дәрүиш – Һаулыҡ, Уңыш, Мөхәббәт йөрөгән. Бер ауылда төнгә ҡалғас, улар берәй кешегә йоҡларға инергә булалар. Ишек шаҡығас, уларға хужа ишек аса. Һаумыһығыҙ, беҙ – дәрүиштәр Һаулыҡ, Уңыш, Мөхәббәт, тиҙәр улар. Беҙҙе үҙегеҙгә фатирға индерә алмаҫһығыҙмы икән?Бик индерер ҙә инек, тик үҙемдең ғаиләм ҙур, берегеҙҙе генә индерә алам, ти. Хәҙер ғаиләм менән кәңәшләшәм дә, кемегеҙ инер, һеҙгә әйтермен, ти. Ғаилә менән кәңәшләшкәс, ҡатыны – уңышты, ҡыҙы мөхәббәтте индерергә теләй. Тик хужаның оло йәштәге әсәһе, улым, һүҙемде йыҡма, һаулыҡты индер, тип өндәшә. Улы әсәһенең һүҙен йыҡмай өйгә һаулыҡты кертә. Шул саҡ өйгә һаулыҡ менән бергә мөхәббәт һәм уңыш та инә. Беҙ бер туған, тип аңлата мосафирҙар. Һаулыҡ – иң кесеһе, шулай ҙа беҙҙең өсөн ҡәҙерле ул, ҡустыбыҙҙы ташлап ҡалдыра алмайбыҙ. Таҙа һаулыҡ булған ерҙә асыҡ мөхәббәт тә, яҡты уңыш та була, тип яуаплаған мосафирҙар. Уйҙарыбыҙ, күңелебеҙ таҙа-һау булғанда, йөрәгебеҙ донъяға ҡарата мөхәббәт менән тулы, тәнебеҙҙә көс, ә тән ҡеүәте менән бергә тормошобоҙ ҙа бәрәкәтле, яҡты, эштәребеҙ ҙә уңышлы булыр.