Йөрәк яҡынлығы юғалмаһын05.09.2017
Йөрәк яҡынлығы юғалмаһынБер аҡыл эйәһе уҡыусыларынан:
– Уйланғанығыҙ бармы, кешеләр һүҙгә килешкәндә ниңә тауыш күтәрә? – тип һорай.
Бер аҙҙан:
– Сөнки улар тынғыһыҙлана, шулай бит? – тип фекер йөрөтә уҡыусылар.
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Әммә икенсе кеше һинең яныңда булғанда ниңә тауыш күтәрергә һуң?..
Уҡыусылар яуапһыҙ ҡалып, аптыраулы ҡараш менән баштарын ғына һелкә. Шул саҡ уҡытыусы:
– Кешеләр һүҙгә килешкәндә бер-береһенә асыулана. Улар араһында бер-береһенә ҡарата ризаһыҙлыҡ арта, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо көсәйә. Ошо саҡта уларҙың йөрәктәре лә ситләшә һәм йән яҡынлығы кәмей, бер-береһен ишетер өсөн тауыш күтәрергә, ҡысҡырырға мәжбүр булалар. Үпкә һәм асыуҙары ҙурыраҡ булған һайын тауыштары ла көслөрәк һәм яманыраҡ сыға...
Ә бына ғашиҡ булған осраҡта кешеләр нисек һөйләшә? Иғтибар иткәнегеҙ бармы? Улар бит бөтөнләйе менән ҡысҡырмай, хатта бер аҙ тауыштарын кәметә төшөп, серле һәм тын ғына, әкрен генә аралаша. Сөнки ғашиҡ йәндәр араһында йөрәк яҡынлығы бар. Ә мөхәббәт тулы йөрәктәргә хатта артыҡ һүҙ ҙә кәрәкмәй, сөнки барыһы хаҡында уларҙың һөйөү тулы күҙҙәре һөйләй.
Һүҙгә килешеү кешеләрҙе бер-береһенән алыҫайта, ә тауыш күтәреү был хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Зинһар, был яман ҡылыҡтан арынырға тырышығыҙ, сөнки бер көн килеп яҡындарығыҙ менән алыҫлашҡан арауыҡты ҡайтара һәм йөрәк яҡынлығына табан кире юлды таба алмауығыҙ ҙа мөмкин...


Вернуться назад