Күңел күҙе аша05.09.2017
Дауахана бүлмәһенә ике сирлене алып киләләр. Уларҙың береһен – стена буйына, икенсеһен тәҙрә яғына урынлаштыралар. Көн дауамында тәҙрә эргәһендә ятҡан пациент стена буйындағы дуҫына тәҙрә аша күргән илаһи матурлыҡты тасуирлай. Алһыуланып таң атыуын, тонйорап ҡояш байыуын, кескәй балаларҙың урамда шау-гөр килеп иркенләп уйнауын, ғашиҡ йәндәрҙең урамдан ҡулға-ҡул тотоноп етәкләшеп үтеүен, тирә-яҡты күркәмләндергән йәмле йәшеллекте һүрәтләй.
“Мин был тормошто бар йөрәгем менән яратам”, –- ти ул, ошо бар күркәмлеккә һоҡланып. Ул, ысынлап та, тормошҡа мөхәббәтле күҙҙәре менән баға. Тик ниңәлер икенсе сирленең бүлмәләшенең шулай рәхәтләнеп ятҡаны өсөн эстән генә йәне әсенә, ниңә миңә түгел, ә һәр саҡ башҡаларға тәмлерәк һәм йәмлерәк өлөш тейә һуң, тип ҡара яна. Тәҡдире булғас, күп тә үтмәй тәҙрә янында ятҡан иптәше үлеп китә.
“Мине тәҙрә төбөнә күсерегеҙ”, – тип һорай шәфҡәт туташтарынан икенсе сирле. Уны күсерәләр. Ҡәнәғәт булып, ятҡан еренән тәҙрә аша тышҡа күҙ һала ла аптырап ҡала... Ә ҡайҙа ул һөйләгән иҫ киткес матурлыҡ? Һуң бында бит өй диуарынан башҡа бер нәмә лә күренмәй, тип ғәжәпләнә. Ниңә мин бер нәмә лә күрмәйем... Үҙ күҙенә үҙе ышанмай, шәфҡәт туташтарына өндәшә. Шул ваҡыт: “Һеҙҙең бүлмәләшегеҙ һуҡыр ине”, – тип хәбәр итәләр уға.
Бүләк ителгән ошо тормошҡа баҡҡан күңел күҙегеҙ һуҡыр, йөрәк киңлегегеҙ бушлыҡта булмаһын ине. Әйләнә-тирәгә уратып алған таш диуарҙар аша ла был донъяға мөхәббәт менән тулы йөрәк күҙҙәре менән бағайыҡ.


Вернуться назад